АШЫҒЫС ЯРҘАМ МАШИНАҺЫ
саҡта, бигерәк тә ял көндәрендә, ашханаға төшкө ашҡа саҡыра. 3. Биишева.
АШ ҺЕҢДЕРЕҮ (аш һендер-) (Р.: пищеварение; И.: digestion; T.: sindirim) ҡ. мед.
1. Организмға ингән ҡатмарлы аҙыҡ матдәләренең ябай химик ҡушылмаларға тарҡалып үҙләштерелеү процесы. □ Пищеварение. Эсәктәрҙәге аш һеңдереү процесы.
2. диал. Ҡөрьән ашынан һуң әңгәмә, вәғәз. □ Поучать, наставлять.
АШ ҺЕҢДЕРЕҮ ТРАКТЫ (Р.: пищеварительный тракт; И.: digestive tract; T.: sindirim borusu) и. мед.
Аш һеңдереү системаһының өлөшө: ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, ас һәм йыуан эсәк; улар аша аҙыҡ үтә һәм механик, химик яҡтан эшкәртелә, һеңә. □ Пищеварительный тракт.
АШ ҺЕРКӘҺЕ (Р: уксус; И: table vinegar; T.: sirke) и.
Әсе, ҡырҡыу еҫле төҫһөҙ шыйыҡлыҡ (аш-һыуҙа ҡулланыла). □ Уксус.
АШҺЫНЫУ (ашһын) (Р: поесть с желанием; И.: eat with gusto; T.: iştahla yemek) ҡ.
Хуп күреп, теләк менән, тәмләп ашау. □ Поесть с желанием, аппетитом. Ашһынып ашау.
АШ-ҺЫУ (Р: приготовленная пища; И.: cooked food; T.: pişirilmiş yemek) и. йыйн.
Ашарға әҙерләнгән аҙыҡ. □ Приготовленная пища, еда. Аш-Һыуға оҫта. ■ Өҫтәлдәре һығыла мул аш-һыуҙан, хөрмәттән. Т. Арслан. Мәрйәм йәһәт кенә табынға аш-һыу ултыртырға тотондо. Р. Солтангәрәев. • Аш-Һыу барҙа дуҫ-иш күп була. Әйтем.
АШ-ҺЫУСЫ (Р: повар; И.: cook; T.: aşçı) и. һөйл.
Аш-Һыу әҙерләүсе; аш бешереүсе. □ Повар. ■ [Аҡназарҙың] тамағына аш үтмәй башлай, ҡаланың иң оҫта аш-һыусыларын саҡыртып, төрлө ашамлыҡтар бешереп ҡарайҙар. Әкиәттән.
АШЪЯБЫУ и. диал. ҡар. ашъяулыҡ.
АШЪЯУЛЫҠ (ашъяулығы) (Р: скатерть; И.: tablecloth; T.: masa örtüsü) и.
1. Табын уртаһына түшәй торған япма; ашаулыҡ. □ Скатерть. Ашъяулыҡ йәйеү. Ашъяулыҡты йыйыу. ■ [Хәйрүш] урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, тәрилкә менән икмәк, тоҙ, стакан килтереп ҡуя. Ҡ. Даян.
2. диал. Һауыт-Һаба, икмәк һ.б. ашамлыҡ өҫтөнә яба торған таҫтамал, сепрәк. □ Салфетка, которой покрывают посуду и продукты.
3. Байлыҡ, муллыҡ, ҡунаҡсыллыҡ символы. Уға баҫырға, төнгөлөккә йәйелгән көйө асыҡ ҡалдырырға ярамай. □ Скатерть (мифологизированный предмет, символ изобилия, благополучия, богатства, гостеприимства; на неё нельзя наступать, её нельзя оставлять открытой на ночь).
АШЫҒЫС (Р: скорый; И.: fast; T.: acil) с.
Етеҙлек, тиҙлек талап иткән; кисектергеһеҙ. □ Скорый, спешный, поспешный, срочный. Ашығыс операция. Ашығыс телеграмма. Ашығыс эш.
АШЫҒЫСЛЫҠ (ашығыслығы) (Р: спешность; И.: haste; T.: acele) и.
Етеҙлек, тиҙлек. □ Спешность, поспешность, спешка. Ашығыслыҡ күрһәтеү.
АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ (Р: скорая медицинская помощь; И.: medical emergency service; T.: acil tıbbi yardım) и. мед.
Яралы йәки ауырыу кешегә тиҙ күрһәтелгән медицина ярҙамы. □ Скорая медицинская помощь. ■ Ашығыс медицина ярҙамының төп бурыстары: саҡырыу алғас та зыян күреүсегә йәки ауырып китеүсегә урынында уҡ йәки стационарға алып барғанда мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ярҙам күрһәтеү; кисектергеһеҙ ярҙамға мохтаж кешеләрҙе, бәпесләүселәрҙе, балаһы етлекмәй тыуған ҡатындарҙы дауаханаға илтеү. «Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия »нан.
АШЫҒЫС ЯРҘАМ МАШИНАҺЫ (Р: машина скорой помощи; И.: ambulance; T.: ambulans) и. мед.
Ауыр хәлдәге кешегә тиҙ арала ярҙам күрһәтеү маҡсатында табипты йөрөткән
14-1.0151.11
401