Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 402


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АШЫҒЫУ
машина. □ Машина скорой помощи. ■ Икенсе көндө ауырыуҙы ашығыс ярҙам машинаһы дауаханаға алып китте. Һ. Рафикова.
АШЫҒЫУ (ашыҡ-) (Р.: торопиться; И.: hurry; T.: acele etmek) ҡ.
Етеҙ, тиҙ ҡуҙғалыу, тиҙ булырға тырышыу; ҡабаланыу. □ Торопиться, спешить. Ашыға башлау. Ашыға төшөү. Ашығып йөрөү. ■ Аръяҡ остан ашығып берәү килә — минең йәнкәйемдең ашлауы. Халыҡ йырынан. • Ашағанда сәсәһәң, ашығып берәү килеп етә. Һынамыш. Ашыҡҡан арыр, әкрен һаман барыр. Мәҡәл.
АШЫҒЫУСАН (Р: торопливый; И.: hasty; T.: aceleci) с.
Эште етеҙ эшләгән, тиҙ ҡуҙғалырға, тиҙ булдырырға тырышыусан. □ Торопливый, склонный к спешке. Эштә ашығыу сан холоҡло. ■ Көндөң эҫелегенә түҙмәй, күптәр йылға-күл буйҙарына ашығыусан. Тик һыу ингәндә ҡайһы берәүҙәр ҡағиҙәләрҙе бар тип тә белмәй. «Йәшлек», 8 июнь 2010.
АШЫЗБА и. диал. ҡар. аласыҡ.
АШЫ ЙЫУЫЛЫУ (ашы йыуыл-) (Р: выщелачивание; И.: lixiviation; T: liç) ҡ.
Тупраҡтағы матдәләрҙең иреп, һыу менән әкренләп аҫҡа һарҡып төшөүе. □ Выщелачивание.
АШЫҠ I (ашығы) [дөйөм төрки ашык\ (Р: альчик; И.: ankle; T: aşık çıkıntısı) и.
1. анат. Малдың бәкәл быуынындағы ваҡ һөйәк; бәкәлсәй. □ Лодыжка, щиколотка, бабка.
2. Уйын өсөн файҙаланылған шул һөйәк. □ Альчик, бабка. ■ Ҡуҙыйкүрпәс уйындан һуң балаларҙың ашыҡтарын, бураларын талап ҡайтып китә. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
3. Шул һөйәк менән уйнаған балалар уйыны. ■ Детская игра в альчики, бабки. Ашыҡ уйнау. Ашыҡ һуғыу. • Ашыҡ уйнаған — аҙыр, туп уйнаған — туҙыр, ҡуй көтөп, ҡарын майы ашаған — барынан да уҙыр. Мәҡәл.
4. диал. Бармаҡтарҙағы быуын һөйәктәр. □ Суставные кости пальцев. Ҡулымдың ашығы тайған.
5. миф. Күрәҙәселек иткәндә, им-томда, ырымда файҙаланылған һөйәктәр. □ Мифологизированный предмет, применяется в гаданиях, заговорах. ■ Аҡ ҡуйымдың ашығы, тоғроһон әйт. Күрәҙәсе тексы.
♦ Алтын ашыҡ бик ҡәҙерле, ҡиммәтле нәмә. □ Дорогой, бесценный. ■ Сабый саҡтан һәр кемгә алтын ашыҡ Уралтау. А. Игебаев. Шайтан ашығы кеше аяғының түбәндәге сурайып торған һөйәге; бәкәл.
□ Лодыжка, щиколотка.
АШЫҠ II р. диал. ҡар. артыҡ I, 3.
АШЫҠ-БОШОҠ (Р: наспех; И.: in a hurry; T: alelacele) р.
Тиҙ-тиҙ, ҡабалан. □ Наспех, быстро, торопливо. Ашыҡ-бошоҡ эшләү. ■ [Хәсән] ашыҡ-бошоҡ ашаны ла, һенлеһе Сәхибә янына Татырлыға китте. С. Агиш. [Илһөйәр] был юлы ла, ут ҡапҡандай, өтәләнеп кейемдәрен йыйып, ашыҡ-бошоҡ кейенергә кереште. X. Тапаҡов.
АШЫҠТЫРЫУ (ашыҡтыр ) (Р: ускорять; И.: hasten; T: hızlandırmak) ҡ.
1. Эш-хәрәкәтте ашығыс итеү, тиҙләтеү.
□ Ускорять. // Ускорение. Туйҙы ашыҡтырыу. Эште ашыҡтырыу. ■ Мин аҙымымды ашыҡтырҙым. Д. Юлтый.
2. Тиҙ булырға ҡыҫтау; ҡабаландырыу.
□ Торопить, поторапливать, подгонять. Баланы мәктәпкә ашыҡтырыу. Ҡайтырға ашыҡтырыу. Эшкә ашыҡтырыу.
АШЫҠ УЙЫНЫ (Р.: игра в альчики; И.: kind of children’s game; T: çocuk oyunu) и.
Ашыҡ менән уйнаған балалар һәм йәштәр уйыны. □ Игра в альчики.
АШЫҠ ҺУҒЫУ (ашыҡ һуҡ-) ҡ. ҡар. ашыҡ уйыны.
АШЫРЫЛЫУ I (ашырыл-) ҡ. төш. ҡар. ашырыу I. страд, от ашырыу I.
АШЫРЫЛЫУ II (ашырыл-) ҡ. төш. ҡар. ашырыу II. страд, от ашырыу II.
402