Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 403


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЭРОДРОМ
АШЫРЫП (Р.: через; И.: through; T.: üzerinden) бәйл.
Аша, арҡыры. □ Через. ■ Атты тау ашырып ебәрҙем. Һ. Дәүләтшина.
АШЫРЫУ I (ашыр-) (Р: преувеличивать; И.: exaggerate; T.: aşılmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер сиктән, күләмдән үткәреү.
□ Перейти через границу, преувеличивать, перебарщивать. Саманан ашырыу.
2. Ниндәйҙер кимәлдән юғары күтәреү.
□ Поднимать выше чего. Болоттан ашырыу.
3. Ниндәйҙер кимәлгә үрләтеү; күтәреү.
□ Поднимать куда. Һауаға ашырыу.
АШЫРЫУ II (ашыр-) (Р: осуществлять; И.: realize; T.: gerçekleştirmek) ҡ.
Нимәнелер үтәү, ғәмәлләштереү, бар итеү. □ Претворять, воплощать (в жизнь), осуществлять. Бойомға ашырыу. Ғәмәлгә ашырыу. Ниәтемде тормошҡа ашырҙым һәм шуға һаман ҡыуанып бөтә алмайым.
АШЫУ I (аш-) [дөйөм төрки аш-, боронғо төрки аал-\ (Р: переходить меру; И.: transcend; T.: aşmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер сиктән, күләмдән артыу.
□ Переходить меру, границы, превысить, выйти за пределы. Саманан ашыу. Мал һаны меңдән ашты. ■ [Ғаяз:] Әле генә Яхин ике айҙа юлға мең өс йөҙ кубометрҙан ашыу таш тугелеуен әйтте. Н. Мусин.
2. Ниндәйҙер кимәлдән юғары күтәрелеү. □ Подниматься выше чего. Болоттан ашыу. Ярҙан ашыу. ■ Шатлыҡтары башынан ашҡан халыҡ геуләне. Я. Хамматов.
3. Ниндәйҙер кимәлгә үрләү; күтәрелеү.
□ Подниматься до чего. Бейеккә ашыу. Һауаға ашыу. ■ Ашыр булһаң, бейек тауҙарға аш. М. Кәрим. Тауға ҡарап куккә аша алмаҫ тубәләс. М. Ямалетдинов.
4. Үрләп, аша сығыу. □ Переходить, переваливать. Һыртты ашыу. ■ Болотҡа еткән тауҙарҙы һикереп ашҡан Аҡбуҙат. «Аҡбуҙат». Ете диңгеҙ кисеп, тауҙар ашып .. ҡайтыр юлдарыма ҡанатландым. Ф. Күзбәков.
АШЫУ II (аш) (Р: воплощаться (в жизнь); И.: be realized; T.: gerçekleşmek) ҡ.
Ғәмәлләшеү, алға килеү, бар булыу; үтәлеү. □ Претворяться, воплощаться (в жизнь, осуществляться). Бойомға ашыу. Ғәмәлгә ашыу. Тормошҡа ашыу. ■ Бойомдарға ашмаҫ хыял төҫлө селпәрәмә килә ханлыҡтар. М. Ямалетдинов.
♦ Эшкә ашмаған нимәгәлер ярамаған; булдыҡһыҙ. □ Негодный для употребления. Эшкә ашыу нимәгәлер яраҡлы булыу; ярау.
□ Быть годным, пригодным к чему. Был бурәнә серегән, эшкә ашмай.
АШЫУ Ш (Р: больше; И.: more; T.: fazla) р.
Билдәле бер саманан артыҡ. □ Больше, более, выше, свыше. Йылдан ашыу ваҡыт утте. Кунәктән ашыу һөт.
АШ ЭСЕҮ (аш эс-) ҡ. диал. ҡар. аш ашау. Аш эсергә саҡырыу.
АШ ЯБЫУ и. диал. ҡар. ашъяулыҡ.
АШ ЯРАШТЫРЫУ (аш яраштыр-) (Р: доводить суп до готовности; И.: cook soup; T: çorba pişirmek) ҡ.
1. Ашты бешереп бөтөү. □ Доводить до готовности суп.
2. Аш бешереү. □ Готовить еду.
АШ ЯҺАУ (аш яһа-) (Р: приготовление угощения для свадьбы; И.: preparation for the wedding feast; T.: düğün için hazırlık) ҡ. диал.
1. Туй йыуасаһы әҙерләү. □ Приготовление угощения для свадьбы.
2. Аш бешереү. □ Готовить суп.
АЭРОБИКА [рус. < ингл. aerobics] (Р: аэробика; И.: aerobics; T.: aerobik) и.
Музыка менән ритмик гимнастика яһау.
□ Аэробика.
АЭРОГРАФИЯ [рус. < гр. ger ‘haya’ + grapho ‘яҙам’] (Р.: рисунок на машине; И.: aerography; T.: aerografi) и.
Машинаға һүрәт төшөрөү. □ Рисунок на машине.
АЭРОДРОМ [рус. < фр. < гр. аег ‘һауа’ + dromos ‘йүгереү’] (Р: аэродром; И.: airfield; T.: havaalanı) и.
14*
403