Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 404


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЭРОЗОЛЬ
Осҡос аппараттарҙы осора һәм ултырта, ҡарай һәм хеҙмәтләндерә торған махсус майҙан. □ Аэродром. Хәрби аэродром. Аэродром төҙөү.
АЭРОЗОЛЬ [рус. < гр. аег + нем. sol] (Р.: аэрозоль; И.: aerosol; T.: aerosol) и. махе.
Газ мөхитендәге ваҡ ҡына ҡаты һәм шыйыҡ өлөшсәләрҙән торған дисперслы система. □ Аэрозоль. Аэрозоль менән дауалау. Аэрозоль һиптергестәре.
АЭРОКЛУБ [рус. < гр. + ингл. club] (Р.: аэроклуб; И.: flying club; T.: uçuş kulübü) и.
Авиаспорт менән шөғөлләнеүселәр клубы. □ Аэроклуб. Аэроклубҡа йөрөү. ■ Аэроклуб Өфөлә, 1934 йылдың 5 майында асыла. «Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедиянан.
АЭРОПЛАН [рус. < фр. aeroplane < гр. аег ‘һауа’ + лат. planum] (Р: аэроплан; И.: airplane; Т.: aeroplan) и.
Мотор көсө менән оса торған аппарат; самолёт. □ Аэроплан. ■ Шунда ғына ултырып аэропланға, бәғерем Сәләй, һиңә осормон. Ғ. Амантай.
АЭРОПОРТ [рус. < гр. аег ‘һауа’ + фр. port] (Р: аэропорт; И.: airport; T.: hava limanı) и.
Һауа юлдары трассаһында урынлашҡан транспорт авиацияһының регуляр осошон тәьмин итеү өсөн бөтә кәрәк нәмә менән йыһазландырылған аэродром. □ Аэропорт. Өфө аэропорты.
АЭРОСАНА [рус.] (Р: аэросани; И.: propeller sleigh; T.: pervaneli motorlu kızak) u.
Һауа винты менән ҡар, боҙ өҫтөнән йөрөй торған сана. □ Аэросани. Яланда аэросана йөҙ километрҙан артыҡ тиҙлек менән йөрөй.
АЭРОҺҮРӘТ (Р: аэроснимок; И.: aerial view; T.: hava görünümü) и.
Билдәле бер урынды, төбәкте өйрәнеү маҡсатында һауа осоу аппараттары ярҙамында яһалған фотоһүрәт. □ Аэросни
мок. Аэроһурәттәге куренеш. Аэроһурәт төшөрөу.
АЯ I (Р: мера длины в четыре пальца; И.: span; T.: dört parmak ölçümü) и.
Дүрт бармаҡ киңлегендәге үлсәү берәмеге. □ Мера длины в четыре пальца. Бер ая. Ике ая. Ҡарыш ая. Сирек ая. ■ Итенең ҡырҡмаға ҡараһы юҡ. Ҡабырға һырттары бер ая май, байғоштоң. Һ. Дәүләтшина.
♦ Ус аяһындай ҡар. ус.
АЯ II (Р: иголочный гребень; И.: kind of comb for down; T.: iğneli tarak) и.
Дебетте таҙартыу, тетеү өсөн ҡулланылған энә тараҡлы ҡорал. □ Иголочный гребень для расчёсывания козьего пуха. ■ Кәзәнең дебетен башта ҡыллайҙар, тетәләр, ә һуңынан ая менән аялайҙар. Ая — дебетте төпрәнән айыра торған эш ҡоралы. Экспедиция материалдарынан.
АЯҒОСО (Р: близко; И.: near; T.: yakın) и. диал.
Яҡын, яҡын ғына. □ Очень близко.
АЯҒӨҪТӨ р. ҡар. аяғүрә. ■ Әсәйемдең йоҡонан ҡасан тороп, сәғәт нисәлә ятҡанын хәтерләмәйем, һәр ваҡыт аяғөҫтө булды. И. Аҡъюлов.
АЯҒҮРӘ (Р: стоя; И.: standing; T.: ayakta) р.
Аяҡта килеш. □ Стоя, стоймя.
АЯҒЫ АУЫР (Р: тяжёлая нога; И.: heavy-footed; T.: ağır ayaklı) c.
Ышаныуҙар буйынса, берәй кеше килгәс, эш-хәл насарға, кирегә киткәндә әйтелә. □ Употребляется по отношению к человеку, после посещения которого, по суеверным представлениям, случается неудача. букв. У него тяжёлая нога.
АЯҒЫ ЕҢЕЛ (Р: лёгкая нога; И.: lightfooted; T.: başarı getiren) с.
Бер кеше килгәс, эш-хәл ыңғайға, яҡшыға киткән саҡта әйтелә. □ С его приходом работа идёт лучше, букв. У него нога лёгкая.
АЯҘ I [дөйөм төрки айаз ‘аяҙ, һалҡын’] (Р: ясный; И.: cloudless; T.: bulutsuz) с.
404