Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 405


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЯҠ
Болотһоҙ, асыҡ. □ Ясный, безоблачный. Аяҙ көн. Салт аяҙ. Аяҙға тартыу. Аяҙға ултырыу. ■ Салт аяҙ күктә ҡапыл кескенә болот пәйҙә була ла, кук күкрәтеп йәшен йәшнәтеп күлгә төшә. Халыҡ ижадынан.
♦ Аяҙ көндө йәшен һуҡҡан (йәки атҡан) кеүек булыу көтмәгән бер хәл, хәбәр булғанда әйтелә. □ Как гром среди ясного неба.
АЯҘ II и. диал. ҡар. аҡлан.
АЯҘАЙЫУ (аяҙай-, аяҙая) ҡ. ҡар. аяҙыу.
АЯҘ ЙӘШЕН и. диал. ҡар. ялағай.
АЯҘЛАНЫУ (аяҙлан-) ҡ. ҡар. аяҙыу.
АЯҘЛАУ (аяҙла-) (Р.: проясниться; И.: clear up; T.: açılmak) ҡ.
Аяҙға әйләнеү; аяҙыу. □ Проясниться, разгуляться (о наступлении ясной погоды после ненастья, непогоды). Көн аяҙлап, һыуытып ебәрҙе.
АЯҘ ТЕЛӘҮ (аяҙ телә-) (Р.: обряд вызывания солнца; И.: rite to make the sun appear; T.: güneşi çağırmak) ҡ. миф.
Ҡояш саҡырыу йолаһы. □ Обряд вызывания солнца. ■ Көн оҙаҡ яуынлап китһә, аяҙ теләйҙәр. Аяҙға (ҡояшҡа) бағышлап, аҡ мал салалар. Халыҡ ижадынан.
АЯҘЫТЫУ (аяҙыт-) ҡ. ҡар. аяҙыу ■ Яуын оҙаҡҡараҡ һуҙылһа, ике йәй ташын майлап китерҙәр ине. Шунан аҙаҡ аяҙыта торғайны. Халыҡ ижадынан.
АЯҘЫУ (аяҙы-) (Р: становиться ясным; И.: become cloudless; T.: bulutsuz olmak) ҡ.
Көн асылыу, болоттар таралыу. □ Становиться ясным, безоблачным, проясниться (о погоде). • Иртә аяҙымаһа, кис аяҙымаҫ, кис аяҙымаһа, һис аяҙымаҫ. Әйтем.
АЯҠ I (аяғы) [боронғо төрки аҙаҡ] (Р: нога, лапа (зверя)’, И.: leg; T.: ayak) и.
1. Кешенең, ҡош-ҡорттарҙың һәм ҡайһы бер хайуандарҙың баҫып йөрөү өсөн хеҙмәт иткән ағзаһы. □ Нога, ноги, лапа (зверя). Уң аяҡ. һул аяҡ. Тайыш аяҡ. Сатан аяҡ. Камыт аяҡ. Аяҡ йөҙлөгө. Аяҡ табаны. Аяҡ
ослау. Аяҡ өҫтө. Аяҡ үрә. ■ Кисәге ауырыу бөгөн аяғында ныҡ тора. Р. Бикбаев. Зөлхизә аяҡ остарына ғына баҫып, ишек төбөнә килде, әммә өндәшмәне. Г. Яҡупова. • Башыңда аҡылың булмаһа, аяғыңа көс. Мәҡәл. Яза — баш осонда, ҡаза — аяҡ аҫтында. Әйтем. Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ. Әйтем. Аяғы бысраҡ өй бысратыр, теле бысраҡ кеше бысратыр. Мәҡәл. Аяғыңды уң яҡтан башлап кей. Һулдан кейһәң, юлың уңмаҫ, һынамыш. Аяғыңды бәүелтеп ултырма — шайтанды бәүелтерһең. Халыҡ ижадынан.
2. Ултыртмалы нәмәләрҙең аҫтағы терәге; тояҡ. □ Ножка, ножки. Өҫтәл аяғы. Ултырғыс аяғы. Телевизор аяғы.
♦ Аяғы инһә, башы инмәгән яңы ғына урынлашҡан, төпләнеп тә бөтмәгән, тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ доел. Ноги вошли, но голова еще не вошла, содпгв. На птичьих правах. Аяғын ҡыҫҡартыу берәүҙе йөрөгән еренән биҙҙереү. □ Отвадить. ■ [Бойков — Игорға:] Был тирәлә тағы сыуалып йөрөйһө булһаң, аяғыңды ҡыҫҡартырбыҙ. Ғ. Ибраһимов. Аяҡ аҫтына һалыу йәки аяҡ аҫтына һалып тапау иҫәпкә алмай, ситкә ҡағыу. □ Не считаться с кем-чем, отвергать чьё-л. мнение. Йоланы аяҡ аҫтына һалып тапау. ■ Мин ни ҡарсыҡтың һүҙен аяҡ аҫтына һалып тапаманым, тыйнаҡ ҡына ултырҙым. Р. Низамов. Аяҡ аҫтында
1) яҡында ғына, эргәлә. □ Близко, рядом;
2) кемдеңдер хакимлығы; ҡул аҫтында.
□ Под властью кого. Аяҡ атларға (йәки баҫырға) бирмәү кешенең иркен ҡыҫыу; тынғы бирмәү. □ Стеснить чью-л. свободу, притеснять, обижать. ■ Бер ҙә шуға барғым килмәгәйне, аяҡ атларға бирмәй яусылатты бит. һ. Дәүләтшина. Аяҡ баҫыр урын юҡ (йәки ҡалмаған) тығын, һыйыш юҡ.
□ Иголку негде (некуда) воткнуть; Шагу негде (некуда) ступить; яблоку негде (некуда) упасть. ■ Йомшаҡ автобуста аяҡ баҫыр урын ҡалмаған. Ғ. Рамазанов. Аяҡ баҫмау берәй ергә бармау, аяҡ атламау. □ Ноги не будет чьей где. Аяҡ ергә теймәү бик шәп
405