Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 406


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЯҠ
барыу, шәп йүгереү. □ Двигаться очень быстро. ■ Мөмкин булған тиклем кейенгән булдым да, Зөләйха эргәһенә киттем. Аяк ергә теймәй, малай. Т. Йәнәби. Аяҡ ҡалмау хәлдән тайып арыу. □ Ноги отнялись от длительного хождения. Йәйәу килә-ки-лә аяҡ ҡалманы. Аяҡ терәп <һөйләшеү> үҙ көсөңә ныҡ ышанып һөйләшеү. □ Разговаривать уверенно, чувствуя уверенность. ■ Минең кеуек ярлы-ябағай Зариф бай кеуектәр менән аяҡ терәп һөйләшә. И. Ғиззәтуллин. Аяҡты ныҡҡа терәү таяныс табып, үҙ һүҙендә ныҡ тороу. □ Твёрдо стоять на своём, не отступать. Бер аяғы ерҙә, икенсеһе гүрҙә үлергә ваҡыт, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Одной ногой в могиле. соөтв. Еле-еле душа в теле. Миңә донъя малы кәрәкмәй, бер аяғым ерҙә, икенсеһе гурҙә. Ике аяғын бер итеккә тыҡтырыу ауыр хәлгә ҡуйыу. □ Поставить в затруднительное положение. Ике аяҡтың береһен атламау (йәки баҫмау) бөтөнләй бармау, йөрөмәү. □ Перестать ходить к кому-л. ■ Урманға ике аяғыңдың береһен атлама. М. Тажи. Төклө аяғың менән килен төшөргәндә йәки йортҡа мал ингәндә әйтелә торған теләк һүҙе. □ В добрый час (пожелание невесте при её приезде в дом жениха). ■ [Гөлшәкәр:] Төклө аяғың менән, ырыҫ, бәхет алып кил, .. тип иҙәнгә аҡ кейеҙемде йәйеп, киленде тургә уткәрҙем. И. Ғиззәтуллин. Әҙәм (йәки кеше) аяғы баҫмаған бер кем булмаған, кеше йөрөмәгән (ер, урын). □ Укромный, уединённый (куда не ступала нога человека). ■ Тыуған илебеҙҙе ташлап, беҙ алыҫ далаларҙа, кеше аяғы баҫмаған тау араларында йөрөйбөҙ, донъя курергә, тормош ҡорорға теләйбеҙ. Ш. Шәһәр.
АЯҠ II (аяғы) [боронғо төрки айаҡ ‘һауыт, силәк’] (Р.: большая деревянная миска; И.: large wooden bowl; T: büyük ağaç kase) и.
Ҙур ағас табаҡ. □ Большая деревянная миска, чаша. Сом аяҡ. Йәйпәк аяҡ. • Бер аяҡ ҡымыҙҙың ике аяҡлыҡ еле бар. Әйтем.
♦ Юл (йәки хуш) аяғы кешене оҙатҡанда биргән һый. □ Посошок (кумыс или спиртное, подаваемое гостям на прощание).
АЯҠ III (аяғы) (Р: моток ниток; И.: skein; T: iplik kangalı) и.
1. Кәлепләнгән еп. □ Моток ниток, приготовленный для стирки или покраски. Епте йыуыу, буяу өсөн аяҡҡа һалалар.
2. Кәлепләнгән епте үлсәү берәмеге.
□ Моток (мера измерения таких ниток). Бер аяҡ йөн.
АЯҠ IV и. диал. ҡар. һабаҡ.
АЯҠ V и. диал. ҡар. тәгәрмәс теше.
АЯҠ VI и. диал. ҡар. иңле.
АЯҠ АҪТЫ (Р: людное место; И.: crowded place; T: kalabalık yer) и.
1. Аяҡ менән баҫып торған ер. □ Под ногами.
2. Кеше күп йөрөгән урын. □ Людное место. Аяҡ аҫтында сыуалма.
АЯҠБАУ (Р: верёвка, прикрепляемая к ошейнику; И.: cord attached to a collar; T: tasmaya takılan ip) и.
1. Ҡолон арҡанының шылтырауыҡтан елегә тиклемге өлөшө. □ Верёвка, прикрепляемая к ошейнику как часть привязи.
2. диал. Тышау. □ Путы.
АЯҠ БАҪЫУ (аяҡ баҫ-) (Р: ступать; И.: tread; T: basmak) ҡ.
Берәй ергә барыу, аяҡ атлау. □ Ступать. ■ Ауыл ситендә бер емерек өй тороп ҡалған япа-яңғыҙы. Бер кем уға аяҡ баҫмай, эт-бесәйҙең хатта юҡ юлы. Р. Ғарипов.
АЯҠ БАҪЫУЫ и. ҡар. йыртыш.
АЯҠҠА БАҪТЫРЫУ (аяҡҡа баҫтыр-) (Р: поднимать всех; И.: rouse everyone up; T: kaldırmak) ҡ.
1. Күмәк хәрәкәткә килтереү. □ Поднимать всех. ■ Иртән, аттарҙың юғалыуы билдәле булғас, ауылда һыбай сабырҙай купме ир-ат бар, һәммәһе аяҡҡа баҫтырылды. Ә. Хәкимов.
2. Һауыҡтырыу, шәбәйтеү. □ Вылечить. Табиптар аяҡҡа баҫтырҙы.
406