Академический словарь башкирского языка. Том I. Страница 407


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том I

АЯҠЛАУ
3. Үҫтереп кеше итеү. □ Ставить (поднимать) на ноги кого-что. ■ [Маһиҙә — Сәғиҙәгә:] Бирешмәнең, балаларыңды яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра алдың. Ә. Үтәбай.
АЯҠҠА БАҪЫУ (аяҡҡа баҫ-) (Р.: подниматься; И.: rise up; T.: kalkmak) ҡ.
1. Күмәк хәрәкәткә килеү, дәррәү ҡуҙғалыу, күтәрелеү. □ Подниматься. Бөтә ауыл аяҡҡа баҫты.
2. Тормош көтөр хәлгә килеү, күтәрелеү; әҙәм булыу. □ Стать самостоятельным. Йәштәр аяҡҡа баҫты.
3. Хәл алып шәбәйеү, һауығыу. □ Выздороветь.
АЯҠҠА ҠАН ТӨШӨҮ (аяҡҡа ҡан төш-) (Р: расширение вен; И.: varicosity; T: varis) ҡ.
Тамырҙар тулышыу. □ Расширение вен (на ногах), варикоз.
АЯҠ ЙӨҘӨ (Р: подъём ноги; И.: instep; T: ayağın üst kısmı) и. диал.
Йөҙлөк. □ Подъём ноги.
АЯҠ КЕЙЕМЕ (Р.: обувь; И.: shoes; T: ayakkabı) и.
Аяҡты механик һаҡлау, йылы тотоу өсөн аяҡҡа кейелә торған кейем. □ Обувь. ■ Бай ҡыҙы кис һайын ете пар резина аяҡ кейеме туҙҙырыр булған. Халыҡ ижадынан. Уңайлы һәм модалы аяҡ кейеме — яҡшы кәйеф, үҙеңде ышаныслы тойоу нигеҙе. «Йәшлек», 15 март 2008.
• АЯҠҠАП и. диал. ҡар. аяҡ кейеме.
АЯҠ-ҠУЛ (Р: конечности человека; И.: limbs; T: ayak, kol) и. йыйн.
Аяҡ менән ҡул. □ Конечности человека. Аяҡ-ҡулды бәйләү. ■ Салауаттай ирҙәр баш өймәҫтәр, аяҡ-ҡулына бығау һалһаң да. Халыҡ йырынан. [Самсон:] Бына беҙҙең аяҡ-ҡул бәйле, әсә ҡарынында уҡ сырмалып ҡуйылғанбыҙ. 3. Ураҡсин.
♦ Аяҡ-ҡулың һыҙламаһын һаулыҡ теләп әйтелә. □ Дай Бог здоровья. Аяҡ-ҡулды бәйләү эшкә, хәрәкәткә тотҡарлыҡ яһау, ҡамасау итеү. □ Связывать по рукам и ногам. ■ Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ күлдәк кейә. Йомаҡ. Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡапҡа аса. Йомаҡ.
АЯҠЛАНДЫРЫУ (аяҡландыр-) (Р: ставить на ноги; И.: make stand; T: kaldırmak) ҡ.
1. Аяҡҡа баҫтырыу, атлатыу. □ Ставить на ноги (например, ребёнка). Баланы аяҡландырыу.
2. күсм. Урлау, сәлдереү. □ Похитить, украсть.
3. күсм. Кемгәлер ҡаршы ҡуҙғатыу, күтә-релдереү. □ Поднимать против кого. Халыҡты көрәшкә аяҡландырыу.
АЯҠЛАНЫУ (аяҡлан-) (Р: становиться на ноги; И.: start walking; T.: yürümeye başlamak) ҡ.
1. Башлап аяҡҡа баҫыу; атлай башлау. □ Становиться на ноги, начать ходить.
■ Яубаҫар, аҙбар ишегенә өйөлгән көрттө көрәп, эскә инде. Ни күҙе менән күрһен — яңы ғына тыуған быҙау аяҡланырға маташа! Р. Низамов.
2. һөйл. Берәй яҡҡа ҡарап атлау, юл алыу. □ Направляться. Күрше ауылға аяҡланыу.
■ [Әхмәҙулла:] Бәй, мин дә шул яҡҡа аяҡланырға торам бит. Әйҙә улайһа. Ә. Вахитов.
3. күсм. Урланыу, юғалыу. □ Быть похищенным, украденным. Беҙҙең яландағы бесән аяҡланған бит.
АЯҠЛАУ I (аяҡла-) (Р: измерять глубину реки; И.: measure river’s depth; T.: nehir derinliğin ölçmek) ҡ.
Аяҡ менән тәрән һыуҙың төбөнә етеү, буйлау (тәрәнлеген самалар өсөн). □ Измерять глубину реки (своим ростом). ■ Күлде аяҡлап ҡарау түгел, унда һыу инергә лә ҡурҡа инек. 3. Ураҡсин.
АЯҠЛАУ II (аяҡла-) (Р: мотать пряжу на мотовило; И.: roll yarn onto a reel; T.: ipliği sarmak) ҡ.
Сиратҡан епте, йөндө тубыҡҡа, кәләпкә һалып урау. □ Мотать пряжу на мотовило.
АЯҠЛАУ Ш (аяҡла-) (Р: способ сушки кизяка; И.: method of drying dung; T.: gübre kurutma yöntemi) ҡ. диал.
Һуғылған тиҙәкте өсәрләп, дүртәрләп өйөү. □ Способ сушки кизяка.
407