Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 100


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫСҠЫР БАУЫ
3. Тотонған, йәбешкән ерҙән айырылыу.
□ Отцепляться. Тотҡанан ҡул, ысҡынып, китте. М Куп зарар юҡ, паровоз, ысҡынып, алға китеп өлгөргән. Ғ. Аллаяров. Уҡмашып бөтмәгән кус моҙға эсенә ысҡынып төшһөн өсөн, Сәлим ҡапыл ботаҡты һелкетеп ебәрҙе. Р. Байбулатов. Абайламаҫтан таяғың ҡулыңдан ысҡынып китһә йәки һынып сыҡһа, туп кеуек кирегә тәкмәсләуеңде көт тә тор. Яр. Вәлиев.
4. Бәйле, бойондороҡло йәки тотолған хәлдән ҡотолоу, азат булыу. □ Срываться (с привязи). Эт бәйҙән ысҡынған. И [Ҡырмыҫҡа: ] Аҙнаһына бер ысҡынам ҡоршауҙан. Ф. Кузбәков. Аҡбаш ҡапыл төйлөгәнгә ташланды, инде эләктерҙем генә тигәндә, теге ысҡынып ҡотолдо. Ә. Бикчәнтәев.
5. кусм. Ауыр, ҡыйын хәлдән ҡотолоу.
□ Выпутываться, избавляться. // Избавление. ■ Ул [Ныязғол], уҙенең ошо упкәле уйҙарынан ысҡынырға тырышып, .. уҙ фекерен ҡуҙғатты, һ. Дәүләтшина.
6. кусм. һиҙҙермәй тиҙ генә китеү; тайыу, ҡасыу. □ Удирать. ■ Өндәшмәҫкә тырышып, ул [Сәми] бынан тиҙерәк ысҡыныу яғын ҡараны. Р. Байымов. Рауил, казарманан ысҡынғас та, бер нәмәгә ҡарамай, туп-тура өйҙәре яғына сапты. Б. Бикбай. Кәфиә .. ысҡын, тигәнде аңлатып, ҡулын ғына һелтәне. Р. Солтангәрәев.
7. кусм. Уйламаҫтан ҡапыл әйтелеү, әйтеп һалыу. □ Сорваться (с языка), оговориться, проговориться. ■ Әйтерһең, телемдән тарттылар, ысҡынды. М. Ғиләжев, һуҙ ысҡыныу менән ук, Акимов, тоҡанып китеп, йәһәт кенә урынынан торҙо. X. Зарипов. Маһира .. һуҙҙәрҙең нисек ысҡыныуын уҙе лә һиҙмәй ҡалды. X. Ғиләжев.
8. кусм. Аҡылдан яҙыу. □ Помешаться, тронуться. Ысҡынып бараһыцмы әллә?
ЫСҠЫР БАУЫ (Р.: завязка штанов; И.: drawstring; T.: pantolon bağı) и. диал.
1. Ыштан бауы. □ Завязка штанов. Ысҡырҙы бәйләп ҡуйыу. Киндер ысҡыр. ■ Шул уҡ ваҡытта ҡыҙыл ыштандан һалынып төшкән ысҡыр бауы иҙәнгә тейә яҙып тора. И. Насыри.
2. Яға бауы, үңербау. □ Завязка, тесёмка (у воротника рубахи). Етендән эшләнгән ысҡыр.
ЫСҠЫРЫУ (ысҡыр-) (Р.: ржание кобылы при виде жеребёнка; И.: mare’s neighing; T.: kişnemek) ҡ. диал.
Бейә ҡолонон күргәндә сығарған тауыш.
□ Ржание кобылы при виде жеребёнка. Ялан тултырып ысҡырыу. Туры бейәнең ысҡырыуы.
ЫСЛУБ [ғәр. ] (Р.: стиль; И.: style; T.: üslup) и. иҫк.
Тел сараларын файҙаланыу ысулы; стиль.
□ Стиль. Яҙыу ыслубы. Яңы ыслуб. ■ Уның [Әлхасилдың] уҙ тәртип-ҡанундары, уҙ ыслубы, уҙ лөғәте. Ғ. Хөсәйенов. Мин йәш саҡта Сарай-әл-Жәдид ҡалаһында бер оҫта була торғайны, һинең дә ыслубың, тото-ноуың шуныҡына оҡшаш, — тине мулла [Кыуандыҡҡа]. Ә. Хәкимов.
ЫСТА (Р.: ба-а!; ты что?; И.: oh, ту!; you ... or what; Т.: аа) ымл. диал.
Аптырау ымлығы. □ Ба-а! (выражает удивление). Ыста, ул да бындамы?! Ыста, балалар һаман уйнайҙар! Ыста, ҡалай ҙур!
ЫСТАҒАФИРУЛЛА [ғәр.
ымл. ҡар. әстәғәфирулла. ■ Ыстағафирул-ла, был ни ғәләмәт? Р. Өмөтбаев.
ЫСТАНСАҺЫҘ (Р.: быстро устающий; И.: inclined to tiredness; T.: çabuk yorulan) с. диал. ҡар. арымтал.
Тиҙ арыусан, арып барыусан. □ Легко устающий, быстро утомляющийся, склонный к усталости. Ыстансаһыҙ ат.
ЫСУЛ [ғәр. JjA-aİ ] (Р.: метод; И.: method, way; procedure; T.: usul) и.
1. Эште башҡарыу юлы; алым. □ Метод. Торло ысулдар. Отошло ысулдар. М Кумерҙе асыҡ ысул менән, разрездан алһалар ҙа, шахтаһыҙ булмай. Ғ. Хисамов. Орлоҡ йыйыу иһә бынан илле йыл элек ниндәй ысул менән башҡарылһа, шулай уҡ дауам итә. Н. Мусин. Шелтә хәҙер эшләтеу ысулы булыуҙан туҡтаған. Р. Байбулатов.
2. Өйрәнеү, тикшереү юлы; метод. □ Методика. Тарихи ысул. ■> Радиоуглерод ысулы менән тикшереп, бетеуҙең йәшен билдәлә
100