ЫСҠЫНЫУ
Оҙаҡ ҡына оборонала торған танкылар, бауҙан ысҡындырылған толпар аттарҙай, кукрәк киреп алға һикерҙеләр. Ғ. Аллаяров. Уны-быны ҡарап, уйлап тормай ысҡындырылған төрлө һуҙҙәр ҙә йыш-йыш ишетелеп ҡала. М. Ғафури.
ЫСКЫНДЫРЫУ (ыскындыр-) (Р.: отвязывать, отстёгивать; И.: unfasten; T.: çözmek) ҡ.
1. Эләккән, ҡаптырылған, бәйләнгән ерҙән кире сығарыу. □ Отвязывать, отстёгивать. Арҡанды ыскындырыу. Епте сәйҙән ыскындырыу. М Ғариф, юл сумаҙанын асфальтҡа ҡуйып, кулдәгенең иҙеуен ысҡындырҙы. Ә. Байрамов. Юламанов ҡара хром пальтоһының төймәләрен ысҡындырып ебәргән. Н. Мусин.
2. Эләгеп, тотолоп йәки тартылып торған хәлдән ебәреү, бушатыу. □ Отцеплять, спускать кого, что', открывать. Ишектең келәһен ыскындырыу. М Ул [атайым] ҡаҙыҡҡа бәйләнеп ҡуйылған сынйырҙы ашыҡмай ғына ыскындырыр ине. Ә. Бикчәнтәев. Шәһәрбаныу ишектең келәһен ысҡындырып ебәреугә, Хашим, тағы ла уның атаһы менән бер туған ҡустыһы килеп инделәр. Т. Ғарипова. Аҡмырҙа янының керешен тартып, уғын ысҡындырып та ебәргән. Әкиәттән.
3. Бәйле, бойондороҡло йәки тотолған хәлдән ҡотолдороу, азат итеү. □ Отпускать, высвобождать. Тоҙаҡтан ыскындырыу. ■ Ҡапҡа эсендә лаулап өргән этте, курәһең, ул сынйырынан ысҡындырҙы. С. Ильясов. Ғәзинур, аҙ ғына хәл алыу өсөн, ҡулдарын ысҡындырҙы. Р. Ғабдрахманов. • Ҡуянды ыскындырмайым тиһәң, этеңде ыскындыр. Мәҡәл. Ат ысҡынһа, тотоп була, һуҙ ысҡынһа, тотоп булмай. Мәҡәл.
4. Ҡул менән тотҡан хәлдән бушатыу йәки тотҡан ерҙән ҡулды алыу; ебәреү. □ Отпускать; высвобождать. Беләген ыскындырыу. ■ Нур еңен уның [Низамиҙың] ҡулынан ысҡындырҙы. И. Абдуллин. Артур аэродромдың ҡояш сығышы яғына сыҡты ла осортмаһын ҡулынан ысҡындырҙы. С. Агиш. Мәусилә ике кунәген дә ергә ултыртты, көйәнтәһен ҡулынан ыскындырманы. Д. Бү
ләков. • Һауалағы торнаға ышанып, ҡулдағы турғайҙы ыскындырма. Мәҡәл.
5. кусм. юҡл. ф. Ниндәйҙер насар эш өсөн яза күреү. □ Не отпускать, удержать; отозваться, сказаться на ком, чём. Рәнйеш ыскындырмай. Ҡарғыш ыскындырмай.
6. кусм. Ҡасырға, китергә мөмкинлек биреү, ебәреү. □ Отпускать, распускать; упускать что, не воспользоваться чем. // Отпуск, роспуск. ■ [Яҡуп — егеттәргә:] Беҙгә белдерер кәрәк ине. Ҡумәкләһәк, ыскындырмаҫ инек. Б. Бикбай. Ошонда, болоттар араһында, төлкөнө ул тырнаҡтарынан ыскындыра. Әкиәттән.
7. кусм. Ауыртыу, һыҙлау баҫыла төшөү; ебәреү. □ Отпускать, ослабевать (о боли, болезни). Йөрәк ысҡындырҙы. Баш ысҡындырҙы. ■ Тулғағы аҙыраҡ ысҡындырып торған арала хәл алып, [Гөлйөҙөм] тәрән тын алды. Һ. Дәүләтшин.
8. кусм. Уйламай ҡапыл әйтеп һалыу. □ Проговориться. Яңылыш ыскындырыу. М Фәрхиә, уҙе лә һиҙмәҫтән, «Йәмғетдин» тип ысҡындырҙы. X. Ғиләжев. Дуҫтар .. ыскындырмаҫ ҡырын һуҙ ғумеренә. Ғ. Байбурин.
ЫСҠЫНЫУ (ысҡын-) (Р.: отстёгиваться; И.: come unfastened; T.: çözülmek) ҡ.
1. Эләктергән, ҡаптырылған, бәйләнгән хәлдән сығыу. □ Отстёгиваться, развязываться. Тышау ысҡынған. S Уның [Маз-һарҙың] иҙеу төймәләре ысҡынып киткән. С. Агиш. Ҡыҙыу эш барған саҡта молотилка ҡайышы ысҡынып китте лә, эштән ваҡытлыса туҡтанылар. Б. Бикбай.
2. Эләккән, тотолоп йәки тартылып торған хәлдән бушау, китеү. □ Вырываться, высвобождаться. Ысҡынып китеу. ■ [Азат Байғужин] ваҡыт-ваҡыт һаташа, ҡулдан ысҡынырға тырыша. Ә. Бикчәнтәев. Ағас япраҡтары, саҡ ҡына ел ҡағылыу менән, ботаҡтарынан ысҡына. М. Тажи. Текә тау ҡырласынан тубәнгә, ҡаянан ысҡынып ту-бәнгә осҡан таш букәндәй ҡар туҙҙырып, Искәндәр ҡарт тәгәрәй. Р. Вәлиев. Һыу ҡыҙы нисек кенә ысҡынып китергә тырышһа ла, егет ебәрмәй. «Заятүләк менән һыуһылыу».
99