Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 98


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫРЫУҘАН ҠАЛЫУ
имән бағанаһының ырылған егенә һалынмаған. Ғ. Хисамов.
ЫРЫУҘАН ҠАЛЫУ (ырыуҙан ҡал ) (Р.: достичь климактерического периода; И.: reach the climacteric; T.: yaş dönümü) ҡ.
Олоғайыуҙан айлыҡ туҡтап, күрем күрмәй башлау. □ Достичь климактерического периода. Ырыуҙан ҡалыу осоро. Ырыуҙан ҡалған ҡатын. ■ Зыяратҡа ырыуҙан ҡалған ҡатындар ғына инә ала. Ф. Хисамитдинова.
ЫРЫУҘАШ (Р .: родич, родня; И.: clansman; T.: akraba) и.
Кемдер менән бер ырыуға ҡараған кеше. □ Родич, родня. Ырыуҙаштар араһында. М Саҡырыусы килгәндә, Алдар ырыуҙаштары менән ҡабалан ғына табын ҡороп .. тамаҡ ялғап ултыра ине. Н. Мусин. Биксәнтәй үҙен уратып торған ырыуҙаштарына ғорурлыҡ менән мөрәжәғәт итте. И. Ноғманов.
ЫРЫУЛЫ (Р.: имеющий родственников; И.: having relatives; T.: akrabah) c.
Туған-тыумасалы, нәҫел-нәсәпле. □ Имеющий родственников. Ырыулы әҙәм. Ырыулы зат. • Ырыулының уғы юғалмаҫ. Мәҡәл. Ырыулы ил — оялы ҡаҙ. Мәҡәл.
ЫРЫУ Л ЫҠ (ырыулығы) и. ҡар. ырыу I,
1. Ырыу лыҡ ҡоролошо. ■ [Ауыл кешеһе] яйы тура килһә, ете атаһына тиклем төпсөнөп, туған-ырыулыҡ, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, һис юғында, танышлыҡ эҙләй башлай. Р. Сол-тангәрәев.
ЫРЫУ-ОРПАҠ и. йыйн. ҡар. ырыу I, 1. Ырыу-орпаҡтар менән дуҫ йәшәү.
ЫРЫУ-ТУҒАН и. йыйн. ҡар. ырыу I, 2. Ырыу-туған дуҫлығы. Ырыу-туғандарҙың аралашып йәшәүе. • Ырыу-туған талашыр, дошман килһә, ярашыр. Мәҡәл.
ЫРЫУ-УРБАҠ (ырыу-урбағы) и. йыйн. ҡар. ырыу I, 1. ■ Ауыл-ауыл ултырып, ырыу-урбағың йәйелһен. Халыҡ ижадынан.
ЫРЫЯ (Р.: нехотя, неохотно; И.: willy-nilly; averse; T.: ister istemez) р. диал.
1. Теләр-теләмәҫ. □ Нехотя, неохотно. Ырыя ғына ҡулын бирә. Ырыя ғына һөйләшеү. ■ Сәфинә көлөмһөрәп уҡыны ла ырыя ғына ҡиәфәттә гәзитте ситкә алып ҡуйҙы.
С. Шәрәфетдинова. Хөснөтдин ырыя ғына баш ҡаҡты: төшөндө, йәнәһе. И. Ноғманов.
2. диал. Уй-ниәтен һиҙҙермәй, йәшерен эш итеүсән, аҫтыртын. □ Скрытно. Ырыя ғына һорашыу.
ЫРЫЯҺЫҘ I р. диал. ҡар. ыраяһыҙ I.
Ырыяһыҙ эшләү. Ырыяһыҙ булыу.
ЫРЫЯҺЫҘ II с. диал. ҡар. ыраяһыҙ II.
Ырыяһыҙ ҡыланыу. Ырыяһыҙ егет.
ЫС БАҪЫУ (ыс баҫ-) (Р.: клонить ко сну; И.: feel sleepy; T.: uyuklamak) ҡ. диал.
Йоҡо килеү. □ Клонить ко сну. Ултыра торғас, ыс баҫып китте.
ЫСКУЗЫЙ (Р.: иноходец с ровным аллюром; И.: horse with a smooth gait; T.: rahvan) и. диал.
Һалмаҡ йөрөшлө юрға; шыу юрға. □ Иноходец с ровным аллюром. Ыскузыйҙы егеү.
ЫСҠАНЫУ (ысҡан-) (Р.: напрягаться; И.: keck; tauten; T.: gerilmek) ҡ. диал. ҡар. көсәнеү.
Ныҡ көс һалыу; серәнеү, көсөргәнеү. □ Напрягаться, тужиться, натуживаться. // Напряжение. Ауыр эштән ысҡаныу. ■ Нисек кенә ысҡанып ҡысҡырмаһын, уның тауышы ике-өс аҙымдан ары китмәне. Я. Хамматов.
ЫСҠЫЛУҠ (ысҡылуғы) (Р.: голень;
И.: shank; T.: bacak) и. диал. ҡар. сираҡ I.
Аяҡтың бәкәлдән тубыҡҡа тиклемге өлөшө. □ Голень. Ысҡылуҡ һөйәктәре. Ысҡылуҡ төҙөлөшө.
ЫСҠЫЛЫҠ (ысҡылығы) (Р.: икота; И.: hiccup; T.: hıçkırık) и. диал. ҡар. осҡолоҡ.
Тамаҡтан ҡапыл-ҡапыл тотоп, «сиҡ-сиҡ» итеп сыҡҡан тауыш. □ Икота. Ысҡылыҡ тотоу. Ысҡылыҡ йонсотоу.
ЫСҠЫНДЫРМАУ (ыскындырма-) (Р.: запретить; И.: forbid; T.: yasaklamak) ҡ. диал.
Нимәнелер эшләүгә рөхсәт итмәү, рөхсәт бирмәү. □ Запретить, не разрешать. Ололар бик ыскындырмай ине.
ЫСҠЫНДЫРЫЛЫУ (ысҡындырыл-) ҡ. төш. ҡар. ыскындырыу, страд, от ыскындырыу. Ауыҙлығы ысҡындырылған ат. И Хәсәнша, күңелһеҙләнеп, болдорға табан йүнәлгәйне, бәйҙән ысҡындырылған аҡ эт, өрә биреп, уның юлын бүлде. Ә. Байрамов.
98