Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 97


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫРЫУ
дән ырыҫ ҡошо китмәһен. М. Кәрим. Ырыҫ ҡуныу көтмәгәндә бәхет килеү. □ Получить неожиданное счастье. ■ Ырыҫ ҡуныр был бала менән донъяма, — тип ышана ҡарт. Р. Камал.
ЫРЫҪ-БӘХЕТ (Р.: счастье; И.: felicity, happiness; T.: uğur) и. йыйн.
Тормошто, кеше яҙмышын ҡыуаныслы, матур иткән төрлө хәл. □ Счастье. Ырыҫ-бәхет юлдаш булыу. ■ Ҡыҙ булһа тәүге бала, ырыҫ-бәхеткә була. Р. Бикбаев. Бынау яҡты донъяла, күркле, киң дала күкрәгендә әҙәм балалары ырыҫ-бәхет ҡосағында йәшәргә хаҡлы ла баһа. Ә. Хәкимов. Ерҙә яралған һәр бәндәнең ырыҫ-бәхете Хоҙайҙың ҡулында. Т. Ғарипова.
ЫРЫҪ ДӘҮЛӘТ (Р.: счастье и богатство; И.: happiness and riches; T.: uğur ve kut) и. йыйн.
Ырыҫ һәм байлыҡ. □ Счастье и богатство. ■ [Ҡарасәс:] Ырыҫ-дәүләт менән мөгөҙ сыҡмай, ярлымын тип, кеше бойоҡмай. X. Ғәбитов.
ЫРЫҪҠАЛ (Р.: богатство; И.: riches; T.: kut) и. һөйл.
Бәхет килтергән мал, дәүләт, ҡот. □ Богатство, состояние, счастье. ■ Һуғыштан һуң киләсәк ауыр йылдарҙа ил, халыҡ яҙмышын шул ырыҫҡалһыҙҙар ҡулына тапшырырғамы? С. Поварисов. • Һаҡал — ырыҫҡал түгел. Мәҡәл.
ЫРЫҪ-ҠОТ (Р.: счастье и удача; И.: happiness and luck; T.: kut) и. йыйн.
Ырыҫ һәм ҡот. □ Счастье и удача. ■ [Көндәрҙең] алдағылары ырыҫ-ҡот менән тулырға яҙһын! Ғ. Хөсәйенов. Яҡшылыҡ, ырыҫ-ҡот төшөнсәләре бик тәрәндә. Ф. Аҡбулатова. Оло йортом Уралым, ырыҫ-ҡотом Уралым,.. һиндә минең йөрәгем. Р. Шәкүр.
ЫРЫҪЛЫ (Р.: счастливый; И.: happy; T.: kutlu) с.
Ырыҫы булған, матур яҙмышлы; бәхетле. □ Счастливый. Ырыҫлы бала. Ырыҫлы тормош. ■ Ҡеше бәхетен ҡурсалап изге яуҙа булған батырҙарҙың исеме ырыҫлы була. Г. Ғиззәтуллина. Яғылбай күргән кеше ырыҫлы була, юрағаны юш килә, тиҙәр Күк
Ҡорт ырыуында. Ә. Хәкимов. • Намыҫлы кеше — ырыҫлы кеше. Мәҡәл.
ЫРЫҪҺЫҘ (Р.: несчастливый; И.: unlucky; T.: talihsiz) с.
Ырыҫ-бәхеттән мәхрүм. □ Несчастливый. Ырыҫһыҙ булыу. ■ Ихсанбай шәйлә яҙмыштан кәмһетелгән, ырыҫһыҙ бәндә лә түгел. Т. Ғарипова.
ЫРЫУ I (Р.: род, потомство; И.: clan; posterity; T.: soy) u.
1. Бер нәҫелдән ишәйеп, бер халыҡ берәмеге булып киткән төркөм. □ Род, потомство. / Родовой. Ырыу тамғаһы. Күбәләк ырыуы. ■ Хәбибйән — бөтөн ырыуға билгеле бағышай! Ф. Аҡбулатова. Башҡорт ғүмер баҡый ҡәрҙәшлекте хөрмәт иткән, ырыу булып йәшәгән, яуға ла бергә тупланған, кейемдәре лә һәр ырыуҙыҡы үҙенеке булған. Р. Байымов. Беҙҙең илдә батша бар, аҡһаҡалдан түрә бар; бына был халыҡ эсендә төрлө ырыуҙан кеше бар. «Урал батыр». • Ҡайһы ырыу көслө — ханды шул ҡуя, ҡайһы ырыу үсле — ҡанды шул ҡоя. Мәҡәл. Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап килмәһә, ораныңа тап булһын. Әйтем.
2. Бер ата-бабанан сыҡҡан туғандар төркөмө; нәҫел, зат. □ Родня. Алыҫ ырыу. Яҡын ырыу. ■ Бикбай ҡартатайым үҙенең ырыу башын ҡайҙан алғандыр, белмәйем. Б. Бикбай. • Ырыуына күрә йолаһы, бире-үенә күрә доғаһы. Мәҡәл. Ырыуы юҡ ир булмаҫ, өлгөһө юҡ тун булмаҫ. Мәҡәл. һыйыр алһаң, тояғына ҡара, ҡатын алһаң, ырыуына ҡара. Мәҡәл. Дуҫ — иш менән, ҡәрҙәш — ырыу менән. Мәҡәл. Эт ырыуын танымаҫ. Әйтем.
3. биол. Тереклек һәм үҫемлектәрҙең яҡын төрҙәрен берләштергән төркөм. □ Вид. Сәскәлеләр ырыуы. Башаҡлылар ырыуы.
ЫРЫУ II и. ҡар. ырмау I. Матур ырыу. Ырыу эшләү.
ЫРЫУ III (ыр-) ҡ. ҡар. ырмау II. Өрлөктө ырыу. Ырып ырмау һалыу. ■ Ҡарт һүҙен осланы ла матур-матур һырҙар ырылған төрөпкәһен, күҙен секерәйтә-секерәйтә, ләззәтләнеп һурҙы. С. Шәрипов. Баҙ бураһының өҫкө ике ҡаты, ысынлап та,
97