ЫРЫМ
ЫРЫМ (Р.: примета; И.: superstitious beliefs; T.: emare) и.
1. Ниндәйҙер хәл-күренеште берәй нәмәнең серле билдәһе тип ышаныу һәм шул ышаныу нигеҙендә тыуған йола, ғәҙәт. □ Примета. Элек-электән килгән ырым. ■ Был ырым буйынса, йәнәһе, ҡурсаҡты табып алған кешегә ауырыу эйәреп китергә лә, Емеш һауығырға тейеш ине. 3. Биишева. Ырым буйынса, ҡалған бер уртлам һөт, бер тешләм һыныҡ хужаһының иҫән-һау булыуын теләп, көтөп ята. С. Ильясов. Ат ҡылы һалынған сарыҡ яуға киткән кешене имен-аман йөрөтөп алып ҡайта тигән ырым да бар. Н. Мусин.
2. миф. Нимәнеңдер арбағыс сихри көсөнә ышанып, ауырыуҙан йәки берәй төрлө яман нәмәнән ҡотолоу өсөн эшләнгән сара; халыҡ әмәле. □ Заговор, средство (лечебное). Ырым ҡулланыу. Ҡолаҡбауҙың ырымы. ■ Боронғо ырым доғаһын Аҡмал тулыһынса белмәй. Б. Рафиҡов. Хәҙер бағымсы һылыубикәнең ырымы ғына һауыҡтыра алмаҫ шул инде. Ә. Хәкимов.
ЫРЫМЛАНЫУ (ырымлан-) ҡ. төш. ҡар. ырымлау, страд, от ырымлау. Сихыр-зәхмәткә ҡаршы ырымланыу. Ырымланып ҡуйыу.
ЫРЫМЛАУ (ырымла-) (Р.: гадать; И.: tell fortunes; T.: büyü yapmak) ҡ.
1. Ышаныуҙар буйынса, серле билдә йәки тылсым ярҙамында ни булғанын йәки ни булырын белеү; ырым һалыу. □ Гадать, предсказывать. ■ Мин был төштөң тәүге юраусыһы, тап минең юрауым юш килһен, тип ырымланым. Г. Яҡупова.
2. Ышаныуҙар буйынса, тылсымлы һүҙ йәки нәмә ярҙамында әмәлләү, дауалау. □ Лечить (знахарскими средствами). Бүҫер ырымлау. Ҡот ҡойоп ырымлау. ■ «Ҡаҫтаһы йәһәннәмгә осһон, һағыш утта янһын, Айымдың башы һауыҡһын...» Шулай һөйләнә-һөйләнә, өс ҡат ырымланы, өс ҡат төйҙө [Маһитап]. Ғ. Ибраһимов.
ЫРЫМСЫ (Р.: знахарь; И.: quack; T.: üfürükçü) и.
Ырым (2) менән шөғөлләнеүсе. □ Знахарь. ■ Ырымсы Өммөгөлсөм әбей, Әбделғә
лим ҡарттар өйөнә инеп, ауылда таралған ғәйбәткә тағы ағыу өҫтәп сыҡты. Р. Өмөтбаев. Ике ҡарсыҡ араһында үҙең дә ырымсыға әйләнеп бараһыңмы, әллә тәлмәрйен ҡолағыңа шыбырланымы? — тип мәрәкәләй [Гөлбикә]. Г. Яҡупова.
ЫРЫМ-СЫРЫМ (Р.: заговоры, поверья; И.: arcane rites; T.: emareler) и. йыйн.
Төрлө ырым, им-том. □ Заговоры, поверья. Ырым-сырым ҡулланыу. ■ Ырым-сырымға ышаныусы әмирҙең күңелен шик тырнаһа ла, ул атын ҡайырмаҫҡа, ҡойон имгәткән ағаслыҡты урап уҙырға булды. Ә. Хәкимов.
ЫРЫМ ҺАЛЫУ (ырым һал-) (Р.: гадать; И.: tell fortunes; T.: fala bakmak) ҡ.
Тылсым көсөнә ышанып, нимәгәлер ҡарап юрау; ырымлау. □ Гадать. ■ [М. Фәйзи:] Мин, янған ҡуҙға ҡарап, ырым һалып ултыра инем. Тимәк, минең һалған ырымым дөрөҫ булып сыҡты, — тигән булып мәрәкәләне. С. Кулибай.
ЫРЫҪ (Р.: счастье; И.: happiness; Т.: talih) и.
1. Күңелгә һәр яҡлап ҡәнәғәтлек биргән тормош хәле; бәхет. □ Счастье. Ырыҫ теләү. Я Әҙәм балаһы үҙ ырыҫын табырға тырыша. Яр. Вәлиев. Игенсенең бәхете, ырыҫы иген, үҫемлек тамырына ныҡ бәйләнгән шул. Р. Низамов. Әсәйем менән өйгә ҡот, ырыҫ инә, әсәйем ҡайтыу менән донъя яңыра, көнөм яҡтыра. Р. Камал. • Ырыҫ тырыш ҡулында. Мәҡәл. Иртә торғандың ырыҫы артыр. Мәҡәл. Ҡуй ырыҫы — ҡура эсендә. Мәҡәл. Етем бала ырыҫы — ерҙән, ерҙән булмаһа — илдән. Мәҡәл.
2. Көтмәгәндә килгән ҡыуаныслы, шатлыҡлы хәл. □ Радость, счастье. ■ Сулпыны сәс үремемә тағып, сылтыратып ҡараным. Был минең өсөн күрелмәгән бер ырыҫ ине. һ. Дәүләтшина. • Ямғыр яуһа — ер ырыҫы, яҡшы бала тыуһа — ил ырыҫы. Мәҡәл.
♦ Ырыҫ кәмеү бәхет, ҡыуаныстар юҡҡа сығыу. □ Терять счастье. Ырыҫ ҡошо бәхет, ҡыуаныс килтергән төрлө сәбәп. □ Птица счастья. Татыу ғаиләнең ырыҫ ҡошо. ■ [Дәрүиш — Тәнкәбикәгә:] Йорт-ерең, мал-тыуарың именлектә булһын. Баш оҫтөң-
96