ЫРЫЛДАШЫУ
1. Телдәге ҡайһы бер өндәрҙе дөрөҫ, асыҡ әйтә алмаған йәки боҙоп һөйләгән; һаҡау.
□ Косноязычный. Ырый бала.
2. Аҡылы камил түгел; ахмаҡ, иҫәр; алйот. □ Глупый, бестолковый. Юҡты һөйләп торма әле, ырый.
ЫРЫЙЛАНЫУ (ырыйлан-) (Р.: глупить; И.: act in a silly way; T.: saçmalamak) ҡ. диал.
Аҡылдан яҙыу, алйотҡа әйләнеү. □ Глупить, дурить; сходить с ума. Ғәззә әбей ике йыл инде ырыйланып ултыра.
ЫРЫҠ (ырығы) и. диал. ҡар. ырмау I.
• Ырыҡтыҡы — шырыҡҡа. Мәҡәл.
ЫРЫҠ-МЫРЫҠ (Р.: непримиримый; И.: irreconsilable; T.: uzlaşmaz) с. диал. ҡар. килешмәүсән.
Үҙ фекерендә тороусан, риза булмаусан.
□ Непримиримый (о человеке). Ырыҡ-мырыҡ кеше. Күршеләр араһында ырыҡ-мырыҡ ағай бар.
ЫРЫҠТА I (Р.: цинк; И.: zink; T.: çinko) и. хим.
1. Химик элемент, күкһел аҡ төҫтәге йомшаҡ металл; цинк. □ Цинк. Ырыҡтанан эшләнгән әйбер.
2. Көмөш һымаҡ аҡ металл. □ Мельхиор. Ырыҡтаныц төҫө. Ырыҡта көмөшкә лә оҡшап тора.
ЫРЫҠТА II (Р.: бессильный; И.: weak; bedrid; T.: güçsüz) с.
1. Йонсоп ныҡ ябыҡҡан, хәлһеҙләнгән; кәрһеҙ. □ Бессильный, слабый. ■ Кит, ебәр уны, эшкинмәгән ырыҡтаны, ҡаҡ һөйәкте, арҡаһы дығырлап тора бит, — тип битәрләп алырға ла өлгөрә олатай. Ә. Үтәбай. Ҡайһы берәүҙәр иһә, атам тапҡан мал түгел тип, аттарҙы йән-фарман ҡыуып, ырыҡтаға әйләндереп бөтә. Б. Бикбай.
2. Бик яй ҡуҙғалыусан; ығыш, ялҡау.
□ Медлительный, копуша. Ырыҡта ат. Ырыҡта кеше. Уй, ырыҡта!
3. күсм. Кирегә киткән; уңышһыҙ. □ Неудачный. Ырыҡта көн. Ырыҡта юл.
ЫРЫҠТАЛАНЫУ (ырыҡталан-) (Р.: упрямиться; И.: be obstinate; T.: inat itmek) ҡ. диал. ҡар. киреләнеү 1.
Ыңғайға килмәй ҡаршыланыу. □ Упрямиться. Ней китә һалмай, ней ҡалмай, ырыҡталанып тора шунда.
ЫРЫҠТАЛЫ (Р.: цинковый; И.: zinc; T.: çinko) с.
Ырыҡта (I, 1) ҡатыш; ырыҡтанан яһалған. □ Цинковый. Ырыҡталы ҡалай. Я Шылтыратып тағып йөрөй ырыҡталы сулпыһын. Халыҡ йырынан.
ЫРЫҠ-ШЫРЫҠ (Р.: урывками; И.: brokenly; T.: düzensiz) р. диал. ҡар. урыҡ-һурыҡ.
Әҙ-әҙләп, әллә ниҙә бер. □ Урывками. Ырыҡ-шырыҡ ашау.
ЫРЫЛДАУ (ырылда-) (Р.: рычать; И.: growl; T.: hırlamak) ҡ.
1. Ҡурҡытыр өсөн ырр тип айбарланыу (эткә ҡарата). □ Рычать, урчать (о собаке). // Рычание, урчание. ■ Ҡойроғон болғап торған эт, әле килеп, ырылдап ҡуйҙы. Ә. Байрамов. Ҡайһы саҡтарҙа эт тиреһенән сығырға етешә: асыулы ырылдай, тештәрен ыржайта. Ә. Бикчәнтәев. Ҡара эт, туҡталып, тештәрен ыржайтты, арҡаһын бөкрәйтте, әллә ниндәй тауыштар сығарып ырылданы. Ғ. Абдрахманов.
2. күсм. Асыуланып екереү. □ Кричать, орать. Я Ырылда, ырылдама — барыбер бер төрлө эш тә сығарып булмай, — тине [Вернер Сәғиткә]. И. Ғиззәтуллин. Ул [Ҡотлобай] урынынан торорға маташып, эт кеүек ырылданы, ҡалҡырға тырышты. Һ. Дәүләтшина.
ЫРЫЛДАШЫУ (ырылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ырылдау, взаимн. от ырылдау. Йыртҡыс кеүек ырылдашалар. Я Иртә менән Бәкер ой алдына йыйылған эштәрҙең ырылдашырына йоҡоһонан уянып китә. Ф. Чанышева. Бүреләр тағы ла яманыраҡ ырылдашты, һыйыр эргәһенән китергә уйламаны ла. Л. Якшыбаева.
2. күсм. Бер-береһенә асыуланып екереү, әрләшеү. □ Кричать, орать друг на друга. Я Үҙҙәренең аҫтары еүеш икәнен һиҙгән бәндәләр, ситлектәге йыртҡысмы ни, үрле-ҡырлы һикерәләр, ырылдашалар. Ф. Иҫәнғолов.
95