ЫРМАЙЫУ
ЫРМАЙЫУ (ырмай-, ырмая) ҡ. диал. ҡар. элмәйеү. Ырмайып тороу. Муйыны ырмайған.
ЫРМАҠ (ырмағы) (Р.: стамеска; И.: chisel; T.: keski) и. ҡар. касау.
Ырып һыҙа, ырмау һала торған, кәкре ҡасау рәүешендәге ҡорал. □ Стамеска. Тар ырмаҡ. Яҫы ырмаҡ.
ЫРМАНҺЫҘ с. диал. ҡар. әҙәпһеҙ. Ырманһыҙ ҡеше. Ырманһыҙ ҡыланыш.
ЫРМАУ I (Р.: паз; И.: channel; groove; T.: oluk) и.
Берәй нәмәнең тоташҡан урыны бер-бе-реһенә тура килһен өсөн оҙон итеп соҡоп, уйып яһалған ек. □ Паз. Бурәнәләр ырмауына тура килмәй. Ырмау эшләу. ■ Таҫыллы оҫта, бала биләгән шикелле, бурәнәләрҙең ырмауын ырмауға, еген еккә йәтеш килтереп һала. Яр. Вәлиев.
ЫРМАУ II (ырма-) (Р.: делать пазы; И.: make grooves; T.: oluk yapmak) ҡ.
Берәй нәмәнең тоташҡан урыны бер-бе-реһенә тура килһен өсөн, оҙон итеп соҡоп, ек яһау; ырыу, ырмаулау. □ Делать пазы, уторы. Өрлөктө ырмау. Бурәнәләрҙе ырмап һалыу.
ЫРМАУ III (Р.: завязка; И.: lace, braid; T.: bağ) и. диал. ҡар. үңербау.
Күлдәк яғаһының үңәс төбөнән бәйләй торған бауы. □ Завязка, тесёмка (у воротника старинной рубахи). Ырмау тағыу. Ырмау осо. Суҡлы ырмау.
ЫРМАУ IV (Р.: обмотка; И.: winding; Т.: sarma) и. диал. ҡар. сырмау III.
Нимәнелер сырмаған бау. □ Обмотка, обвязка. Ырмауҙы бәйләу. Ырмауҙың осо. М Муйыныңа ырмау һалғанда, йәнең алҡымға килгәндә, ысынлап та белепме, йән асыуҙан ҡурҡыпмы, һин телеңә килгәйнең. «Урал батыр».
ЫРМАУЛАУ (ырмаула-) (Р.: пазить; И.: mortise; T.: oluk yapmak) ҡ.
1. Оҙон итеп соҡоп ек яһау; ырыу, ырмау. □ Пазить, делать паз, уторить. Ишек таҡтаһын ырмаулау. ■ Уртала - аяҡтары дуңгәләк-дуңгәләк итеп ырмаулап яһалған шулай уҡ йылтыр лаклы киң өҫтәл. Ф. Иҫәнғолов.
2. диал. Төрлө ерҙән йырыу, йырғыслау. □ Избороздить, изрезать. ■ Аҡланды киҫеп уткән һуҡмаҡ арба тәгәрмәстәре соҡорлап, ырмаулап бөткән урман юлына алып сыҡты. Р. Әхмәтов.
ЫРР (Р.: подражание рычанию; И.: imitation of a growl; T.: kükreme sesi) оҡш.
Эт-бүренең асыулы тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание рычанию. Ырр тигән тауыш.
ЫРҪ (Р.: подражание фырканью; И.: imitation of snorting; T.: at gibi horuldama sesi) оҡш.
Бесәйҙең асыулы тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание фырканью (кошки). Ырҫ, ырҫ тип тауыш сығарҙы бесәй, этте кургәс.
ЫРҪЫЛДАУ (ырҫылда-) (Р.: фыркать; И.: snort; T.: at gibi horuldamak) ҡ.
«Ырҫ-ырҫ» иткән тауыш сығарыу (бесәйҙәргә ҡарата). □ Фыркать. Бесәй ырҫылданы.
ЫРТАҒА (Р.: понапрасну; И.: for nothing; T.: boşuna) р. диал. ҡар. бушҡа.
Һис бер файҙаһыҙға, тиктән-тиккә. □ Понапрасну, зря. Ыртаға ырғаңлау.
ЫРФЫЯ (Р .: выпуклое монетообразное металлическое украшение для женской одежды; И.: female garment decoration; T.: süs) и. диал. ҡар. көмбәҙ II, 1.
Еҙ йәки ҡалайҙан көмрө итеп биҙәкләп һуҡҡан тәңкә һымаҡ биҙәү әйбере. □ Выпуклое монетообразное металлическое украшение для женской одежды. Камзулға ырфыя баҫыу. Ырфыя менән биҙәу.
ЫРЪЯ-МЫРЪЯ (Р.: нехотя; И.: unwillingly; T.: ister istemez) р. диал. ҡар. теләр-теләмәҫ.
Ул тиклем, бигүк теләмәйенсә. □ Нехотя, неохотно. Ыръя-мыръя ғына эшләу.
ЫРЫЗЫЯ СЫҒЫУ (ырызыя сыҡ-) (Р.: горевать; И.: grieve; T.: hasret çekmek) ҡ. диал. ҡар. ҡайғырыу.
Ҡайғы кисереү, хәсрәт кисереү; хәсрәтләнеү. □ Горевать. Ырызыя сығып ултыра. Ырызыя сығып йөрөу.
ЫРЫЙ (Р.: косноязычный; И.: tongue-tied; T.: dili ağır) с. диал.
94