ЫРМА
2. кусм. Теш ҡайрау, аҫтыртын рәүештә янау. □ Оскалить зубы, угрожать. ■ Остоҡ ҡына бер нисә утрауға оялап алған һуғыш суҡмарҙары, ысынлап та, Рәсәй тип аталған бөйөк илгә теш ыржайта, йоҙроҡ курһәтеп янай. И. Ноғманов.
ЫРЖАЙЫУ (ыржай-, ыржая) (Р.: скалиться; И.: grin; T.: sırıtmak) ҡ.
1. Ирендәр тартылып йәмһеҙ булып күренеү (тешкә ҡарата). □ Скалиться, ощериваться. // Оскал. Буре ыржайыуы. Уҫал ыржайыу. ■ Бер ат .. ҡурҡыуҙанмы, ауыртыуҙанмы куҙҙәре тышҡа атылып сыҡҡан, тештәре яман ыржайған һалдаты менән бергә текә йырғанаҡҡа ауып төшөп юҡ булды. 3. Биишева. [Ляхов эттең] ыржайған тештәрен куреп, туҡтарға мәжбур булды. X. Мохтар. • Куп һөйләмә: ауыҙың ҙурайыр, куп көлмә: тешең ыржайыр. Мәҡәл.
2. Ауыҙҙы ҙур асып йәки йәмһеҙ итеп көлөү, йылмайыу. □ Щериться, лыбиться, скалить зубы. Хихылдап ыржайыу. ■ Беҙҙең [ҡыҙҙарҙың] ыржайған ауыҙҙар Әхмәҙигә оҡшаманы, ахыры, ул, ҡыҫала кеуек, ҡыҙарынды. Б. Бикбай. Насибуллиндың оятһыҙ ыржайған ерән йөҙөнә төкөрәһе килде уның [Азаматовтың]. Ә. Вәли. Сәйфелмөлөк уҙе нисәмә ғумер аша атланы, мәгәр ҡаршыһында куҙен йылтыратып, ыржайып торған дәруиштең шәфҡәтһеҙлегенән тәндәре сы-мырҙап китте. Ә. Хәкимов. • Өлкән өйҙә көлгәнгә кесе өйҙәге ыржайған. Мәҡәл.
3. кусм. Асыу белдереү. □ Гневиться, огрызаться. ■ [Исламғәли — комиссарға:] Донъя элек-электән шулай бит инде: бер алдын курһәтеп йылмайһа, икенсе тапҡыр артын курһәтеп ыржая. И. Насыри.
4. Йәмһеҙ, ҙур булып асылыу; өңрәйеү. □ Зиять, быть раскрытым. II Ыржайып торған сей яранан һарҡып сыҡҡан ҡарағусҡыл ҡан тояҡ буйлап ергә тама. И. Ноғманов. Ҡыҙыуыңа ҡарағанда, ялҡының көслө һинең, уҫаҡ утын кеуек, һинең өсөн бөтә нәмә лә ыржайып эсен курһәтеп торорға тейеш. С. Агиш. Алда ғына подвал ауыҙы ыржайып тора. Р. Ханнанов.
ЫРЖАНЛАУ (ыржанла-) (Р.: кривляться; И.: act the ape; T.: cilvelenmek) ҡ. диал. ҡар. ҡыйшанлау.
1. Күҙҙе, башты уйнатып, һырғаланыу, ҡылансыҡланыу, йыртанлау. □ Кривляться, ломаться; кокетничать. Улай-былай ыржанлау. Ыржанлаған ҡыҙ.
2. Тик тормау. □ Болтаться, не сидеть на месте. Ыржанлап өйҙә тормау. Һәр саҡ ыржанлау.
ЫРЖЫҠ (Р.: некрасиво торчащий; И.: sticking out ugly; T.: diken diken olan) c.
1. Ыржайып күренеп торған. □ Некрасиво торчащий, топорщащийся. Ыржыҡ танау. ■ Ойошоп ҡатҡан йөн, ҡот осҡос ыржыҡ ауыҙ — ҡарағыһыҙ итеп ғәрипләнгән йән эйәһе. К. Йыһаншин. Йәш айғырҙар Алмасыбарҙы тирәләй һырынды, ҡолаҡтарын шымайтып, шомло тауыш килгән яҡҡа ыржыҡ моронон һуҙып торҙо. Й. Мостафин.
2. Ыржайып торған тешле. □ Ощерившийся. ■ [Хәйри — Саматҡа:] Ниңә көләһең, ыржыҡ теш!.. Һинең һуҡыр атайыңдан элек китермен әле мин фронтҡа! Н. Мусин.
3. диал. Урынлы-урынһыҙға ыржайып көлөүсән. □ Оскалившийся, с широкой улыбкой (смеющийся), улыбающийся. Ыржыҡ булыу. Ыржыҡ егет.
ЫРЙЫҠ(АЙ) (Р.: кокетливый; И.: coquettish; T.: cilveli) с. һөйл.
Кеше иғтибарын йәлеп итергә, оҡшарға тырышып, борғоланып-һырғаланып, төрлөсә ҡыланыусан, йыртанлап тороусан. □ Кокетливый; жеманный, манерный, кривляющийся. Ырйыҡ(ай) булыу. Ырйыҡ(ай) бала. • Ырйыҡ ҡыҙға тыржыҡ кейәу. Әйтем.
ЫРҠЛЫ-ТЫРҠЛЫ (Р .: непочтительно; И.: disrespectfully; T.: kabaca) р. диал.
Теләһә ҡалай, тупаҫ. □ Непочтительно, грубо. Ырҡлы-тырҡлы һөйләшеу. Ырҡлы-тырҡлы ҡыланыу.
ЫРҠЫЛДАУ (ырҡылда-) (Р.: трястись; И.: shudder; T.: zangırdamak) ҡ. диал. ҡар. мөлкөлдәү.
Мөлк-мөлк итеп һелкенеү. □ Трястись. Һарыҡтың майы ырҡылдап тора.
ЫРМА и. диал. ҡар. ырмау I. Ырма һалыу.
93