Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 92


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫРҘАНДАҠ
ған. Т. Ғарипова. Ят кеше .. кинәт ырғып, Саръяндың муйынынан быуып алды. Ә. Байрамов. [Егет] ажғырып килеп өҫтөнә ырғығанда, [Хәйрулла] ҡапыл ғына аяҡ салып, уҫлапты тәкмәстереп ебәрҙе. Д. Бүләков.
3. Үҙ-үҙеңде аҫҡа, тышҡа йәки ниҙеңдер эсенә ташлау, ташланыу. □ Бросаться, кидаться. Утҡа ырғыу. Ҡосаҡҡа ырғыу. ■ Ҡәфиә ҡысҡырып ебәрҙе лә бар көсөнә йылғаға ырғыны. Р. Солтангәрәев. Сәсәп йығылған ҡатынды күтәреп алып, Яубаҫаров тышҡа ырғыны. Д. Бүләков.
4. Аяҡ менән ергә тейә-тейә, юғарыға ынтылған хәрәкәттәр яһау; һикереү. □ Прыгать, подпрыгивать. Ырғып менеү ■ Тимертырнаҡ ур башланған тарафҡа табан ике тапҡыр ынтылып ырғыны. Ә. Үтәбай. Күҙ асып йомған арала ул [Арыҫлан] эйәр өҫтөнә ырғыны, аяғын өҙәңгеләп, йәтешләп ултырып алды. Ғ. Дәүләтшин.
5. Ҡапыл ысҡынып йәки ҡаҡлығып ситкә атылыу. □ Отскакивать (ударившись обо что-л.). ■ Ҡаты гөпөлдәүҙән өҫтәлдәге төпсөк һауыты урынында ырғып китте. Р. Вәлиев. [Емештең] өс китабы өс яҡҡа ырғыны.
3. Биишева.
6. диал. Эстән, төптән көс менән атлығыу; урғылыу. □ Бить ключом. Һыу метр ярымға ырғый.
ЫРҘАНДАҠ с. диал. ҡар. ырғандаҡ 1. Ырҙандаҡ ҡыҙ.
ЫРҘЫН (Р.: гумно, ток; И.: thrashingfloor; Т.: harman) и.
1. Ашлыҡ һуғып, таҙартып эш итә торған таҡыр майҙанлы урын. □ Гумно, ток. Япмалы ырҙын. Ырҙындағы иген. ■ Юлдаш .. ырҙындан пунктҡа арыш ташышып йөрөргә тип уйлағайны ла, Ҡыҙырас теләмәне.
3. Биишева. Әллә ни тиклем майҙанды алып ятҡан механикалаштырылған ырҙында йәнле эш бара. X. Ғиләжев. Улар [Әхмәдиәр һәм Әбдрафиҡ] ҡара таңдан алып шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәнсе ырҙында иген иләне. Р. Өмөтбаев. • Ырҙыныңда булмаһа, келәтеңдә лә булмаҫ. Әйтем. Ырҙында илле кешегә эш табыла, тиле кешегә эш табылмай. Мәҡәл. Һабанда тирләмәһәң, ырҙында сирләрһең. Мәҡәл.
2. диал. Кәртә артындағы баҡса; картуф баҡсаһы. □ Огород. ■ Иртәнгә елендәренә шифалы һөт йыйылһын өсөн, бала-саға һыйырҙарҙы ырҙын артына ашарға алып сыға. И. Абдуллин. Ләкин ҡарттың ырҙыны артында ялтырап ятҡан һыу өҫтөн күргәс, [Ҡасимовтың] кәйефе күтәрелде. В. Исхаҡов.
ЫРҘЫН ТАБАҒЫ (Р.: ток (на гумне)’, И.: thrashing-floor; Т.: harman) и.
Ашлыҡ һуға торған таҡыр майҙан. □ Ток (на гумне). Ырҙын табағы ҡарауылсыһы. Ырҙын табағындағы ашлыҡ. ■ Ауылдың .. икенсе осонда, сирәмлектән арыраҡ, ябыулы ырҙын табағы күренә. Ә. Байрамов. Ауыл осондағы ырҙын табағы көн-төн геүләп торҙо. Р. Низамов.
ЫРҘЫУАН (Р.: рыдван; И.: shandrydan; T.: eski moda üstü tenteli küçük gezinti arabası) и. диал.
Кәлтә арбаһы. □ Рыдван, сноповозка. Ырҙыуан тәгәрмәсе. Ырҙыуандағы йөк.
ЫРЖА I [рус. ржа\ (Р.: ржавчина; И.: rust; T.: jenk) и. диал. ҡар. тут.
Дым, дымлы һауа тәьҫиренән тимерҙә барлыҡҡа килгән ҡыҙғылт көрән матдә. □ Ржавчина. Ыржа ҡаплаған. Ыржа ашай. Ыржа төшә.
ЫРЖА II (Р.: мгла; И.: haze; T.: sis) и. диал.
1. Эҫелә ерҙән күтәрелгән төтөн һымаҡ йылы пар; монар, рәшә. □ Мгла, сухой туман. Ыржа ҡуйылана.
2. Бик алыҫта, офоҡта күк күкрәмәй генә ялтлаған йәшен уты, ялағай. □ Зарница. Игенде еткерә торған ыржа. Ыржа уйнай.
ЫРЖАЙТЫУ (ыржайт ) (Р.: скалить; И.: grin; T.: sırıtmak) ҡ.
1. Иренде асып, теште күрһәтеү. □ Скалить, оскаливать. Ыржайтып ҡуйыу. ■ Ҡешеләр уны-быны аңғарып өлгөргәнсе, һунар эте, тештәрен ыржайтып, Юнирға ташланды. Л. Яҡшыбаева. Ян-яҡтан ҡамауға алынған көсөктәр .. ап-аҡ, әле генә үҫешеп килгән тештәрен ыржайтып, йән эйәләренә ырылдауҙан башҡа ҡаршылыҡ күрһәтә алмайҙар ине. С. Ильясов.
92