ЫРҒЫУ
комбайндан ырғып төшә яҙҙы. Ғ. Аллаяров. Салғыя тауы эргәһенән барғанда Игебаев, атты туҡтатып, ергә ырғып төштө лә тиҙ аҙымдар менән үргә табан йүнәлде. Р. Өмөтбаев. Исмәғил арата ҡапҡаны бер генә һикереп аша ырғып төштө лә тәҙрәнән әсәһенә ҡысҡырҙы, һ. Дәүләтшина.
2. күсм. Ҙур ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек белдереү. □ Радоваться, подпрыгивать от счастья. ■ Эшең өсөн бер һарыҡ, тигәс ни, ырғып төштөм, һарыҡ һынлы һарыҡ кеҫәне тишмәҫ. Т. Килмөхәмәтов. [Балалар:] Еҙнәбеҙ килгән! Еҙнәбеҙ килгән! — тип, сәпәкәй итеп, ырғып төшәләр, ти. Әкиәттән.
ЫРҒЫТҠЫС (Р.: ухаб; И.: potholes; Т.: çukur, hendek) и. диал. ҡар. һикәлтә 3.
Юл йәки ер өҫтөндәге тигеҙһеҙлек, урғыл ер; урғылйын. □ Ухаб, выбоина, рытвина. Һырғалаҡтың ырғытҡысы. Юлдағы ырғыт-ҡыҫтар. Ырғытҡыстарҙы урап үтеү.
ЫРҒЫТЫЛЫУ (ырғытыл ) ҡ. төш. ҡар. ырғытыу, страд, от ырғытыу. Ситкә ырғытылған таш. Сисеп ырғытылған кейем.
ЫРҒЫТЫУ (ырғыт-) (Р.: бросить, кидать; И.: throw; fling; T.: atmak) ҡ.
1. Нимәнелер ҡулға алып, көс менән киҙәнеү, ебәреү; ташлау. □ Бросить, кидать. Таш ырғытыу. ■ Фәһим менән Fәзим ағаһы эрерәк ағастарҙы бер яҡ ситкә утынға ташып өйҙө, ваҡ ботаҡтарҙы олатайҙары усаҡҡа ырғытты. И. Ғиззәтуллин. [Хәлимә] йөрөп килде, ямғыр йыуып сығарған сөгөлдөрҙәрҙе өйөмгә ырғытты. X. Ғиләжев. Убырлы ҡарсыҡ ҡумтаны йылғаға ырғытҡан икән. Ғ. Ибраһимов.
2. Аша ырғырға, һикерергә мәжбүр итеү. □ Заставить прыгнуть, перепрыгнуть. Соҡор аша ат ырғытыу.
3. Көс менән үргә һикертеү; сөйөү, һауаға ырғытыу. □ Бросать, кидать вверх, метать, подбрасывать. М Һин ырғытҡан туп тәүҙә стенаға табан оса, барып еткәс, ҡаҡлыға ла үҙеңә кире килеп бәрелә. Н. Ғәйетбаев. Урамда үҙенең [Рифтең] тиҫтерҙәре туп ырғытып, күбәләктәр баҫтырып, иртәнән кискә тиклем сыр-сыу килеп уйнай. X. Зарипов.
4. Юғарыға бәреп, нимәнеңдер өҫтөнә һалыу. □ Взбрасывать, вскидывать, подбра
сывать, подкидывать, в Тәүҙә күбә һәнәге менән еңел үк ырғытты ул [әсәйем] бесәнде. Н. Мусин. Мәрйәм дүрт тешле тимер һәнәк менән улар [бисәләр] ырғытҡан бесәнде .. эҫкерттең бушаҡ урындарына һалып тапай.
3. Биишева.
5. Ситкә атып бәреү; ташлау, быраҡтырыу. □ Бросать, кидать, швырять. Таяҡты ырғытыу. Я Ул [Юлдаш] пальтоһын сисеп ырғытты ла, көрәшкә әҙерләнгән батыр шикелле еңен һыҙғанып, ишеккә табан атланы.
3. Биишева. Ул [командир] үҙенә табан осоп килгән гранатаны һауала килеш тотоп алды ла кире ырғытты. Ә. Бикчәнтәев.
6. Өҫтән аҫҡа ҡарай нимәнелер ташлау. □ Сбросить, скинуть. Ҡыйыҡтан ҡарҙы ырғытыу.
7. -п формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып ҡушма ҡылым яһай. □ В сочетании с деепричастием на -п основного глагола выступает в форме вспомогательного и образует составной глагол, выражающий быстроту, мгновенность. Алып ырғытыу. Быуып ырғытыу. Йолҡоп ырғытыу. Я Сәй алдынан ҡунаҡ урамдағы йыуынғыста һаҡал-мыйығын ҡырып ырғытты. М. Хужин. Баш врач өҫтәл артында уйланып ултырҙы-ултырҙы ла башындағы аҡ ҡалпағын сисеп ырғытты. Д. Бүләков. Әфләтунов хәрби кешеләрҙекенә оҡшатып тегелгән кителен сисеп ырғытты ла еңдәрен һыҙғанды. Ә. Вәли.
ЫРҒЫУ (ырғы-) (Р.: прыгать; И.: leap; T.: atlamak) ҡ.
1. Аяҡ менән ҡапыл ныҡ этеп, ҡапыл ынтылып, кәүҙәне ташлау; һикереү. □ Прыгать, сделать прыжок вверх или через что-л. Ситкә ырғыу. Сокор аша ырғыу. Я Боландарҙың ҡурҡып сапҡанлыҡтары эҙҙәренән үк күренеп тора, өс-дүрт метрға ырғығандар. Н. Мусин. Турыҡай, ҡаҡшаған ҡеүәтен йыйып, алға ырғымаҡсы итте лә хәле мөшкөлләнеүҙән ҡабырғаһына ауа башланы. И. Ноғманов.
2. Ҡапыл ынтылып, кемгәлер йәки нимәгәлер һөжүм итеү, ташланыу. □ Набрасываться, нападать. Бүре ҡоралайға ырғыны. ■ Айыу өңөнә төтөнлөк һалып булашҡанда, [Барсындың атаһы] өҫтөнә һеләүһен ырғы
91