Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 90


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫРҒАҠ ЭНӘ
Йылҡы малының таңлайы (өҫкө аңҡауы) шешеү. □ Воспаление мягкого нёба у лошадей. Бейәнең ырғағы ташҡан. Йыш ырғаҡ ташыу.
ЫРҒАҠ ЭНӘ (Р.: крючок для вязания; И.: knitting needle; T.: çengel) и.
1. Селтәр бәйләү энәһе, ырғаҡ. □ Крючок для вязания. Тимер ырғаҡ энә. Ырғаҡ энә менән бәйләү.
2. Туҡыусылыҡ эшендә көрөҫкә еп үткәрә торған ырғаҡлы ағас; теләнсе (киндер һуғыуҙа). □ Крючок, применяемый для прокладывания нитки в домашнем ткачестве. Ырғаҡ энә менән епте тартып алыу.
ЫРҒАНДАҠ (Р.: вертлявый; И.: fidgety; T.: yerinde durmaz) с.
1. Ырғырға, һикерәнләргә яратҡан, тик тормаҫ. □ Вертлявый, непоседливый. Ыр-ғандаҡ булыу. ■ [Яңы баярҙың] ҡыҙыҡайы торғаны менән бер ырғандаҡ: атлағанда ла ырғый, йүгергәндә лә ырғый, тик торғанда ла ырғый. М. Кәрим. Ул [Ғәлиәхмәт] сиңерт-кәләй ырғандаҡ тракторында тротуар таҙартып йорөй бирҙе. Р. Байымов.
2. күсм. Еңел, елкенсәк холоҡло. □ Легкомысленный, ветреный. Ырғандаҡ йәштәр.
ЫРҒАНДАУ (ырғанда-) (Р.: подпрыгивать; припрыгивать; И.: jump up and down; T.: zıplamak) ҡ. диал.
1. Урынлы-урынһыҙға һикерәнләү. □ Подпрыгивать; припрыгивать. Ырғандауҙан бушай алмау. М Ирмен тигән ир, борәселәй шулай ҡойроҡ сәнсеп, тубыҡтарын һикер -тә-һикертә ырғандай буламы? Р. Байымов.
2. ҡар. ырғыу. ■ Ҡуян, уңға-һулға ырғандап та, өҫтонә ябырылып килгән йыртҡыстан ҡотола алмағас, кинәт кенә беҙ ултырған ҡайын аҫтына йомолдо. Р. Вәлиев. Тай, үрле-ҡырлы ырғандап, дубыр буйлап саба. Р. Камал.
3. күсм. Еңел, елкенсәк холоҡло булыу. □ Быть легкомысленным, ветреным. Я [Ямаҡаев - Фәриҙә Ноғмановаға:] Һинең ҡыҙың да, үҙең кеүек, бер сиңерткәлер әле. Ырғандарға ғына торалыр. Яр. Вәлиев.
ЫРҒЫ (Р.: железное приспособление для рытья могилы; И.: iron appliance for digging graves; T.: kabir kazma aleti) и. диал.
Ҡәбер ҡаҙыу өсөн эшләнгән оҙон һаплы тимер ҡорал. □ Железное приспособление для рытья могилы. Ырғы менән соҡоу.
ЫРҒЫЛДЫРЫУ (ырғылдыр-) (Р.: заставить стремительно мчаться; И.: make race fast; T.: acele ettirmek) ҡ. диал.
Ырғылырға мәжбүр итеү. □ Заставить стремительно мчаться. Машинаны бәйҙән ысҡынған айғыр кеүек ырғылдырҙы.
ЫРҒЫЛЫУ (ырғыл-) (Р.: устремляться, броситься; И.: rush to; bear down; T.: acele etmek) ҡ.
Ҡапыл ынтылып ырғыу, ташланыу, атылыу. □ Устремляться, броситься, кидаться; рвануться. Тулҡындар ярға ырғылалар. ■ Уның [Әнүрҙең] төшөүен генә көткәндәй, аттар ярһып алға ырғылды. Ә. Әминев. Машина, бәйҙән ысҡынған эт һымаҡ, ҡапыл урынынан ырғылды. Р. Өмөтбаев. Шаһиҙә йән көсөнә юғарыға табан ырғылды. Г. Ғиззәтуллина.
ЫРҒЫМБАЙ с. диал. ҡар. ырғандаҡ 1. Ырғымбай бала. Ырғымбай булыу.
ЫРҒЫМЫС (Р.: классики (детская игра)', И.: hopscotch; T.: seksek) и.
Ергә шаҡмаҡлап һыҙған ояларҙан ырғый-ырғый таш шыуҙырып уйнай торған ҡыҙ балалар уйыны. □ Классики (детская игра). Ырғымыс уйнау. Ырғымыс һыҙыу.
ЫРҒЫП ТОРОУ (ырғып тор ) (Р.: вскакивать; И.: jump (up); T.: sıçramak) ҡ.
Ҡапыл урындан ҡалҡыу. □ Вскакивать, вскочить. Ырғып тороп эшләй башлау. Я [Фәрит Мотаһаровичтың малайы] ырғып торҙо, күҙе шәмәреп бер ҡараш ташланы ла атылып сығып китте. Н. Алсынбаев. Ҡапыл йөҙҙәр балҡыны, [егеттәрҙең] күптәре ырғып тороп баҫты. Р. Байымов. [Биксәнтәй] йылдам ғына ырғып тороп ҡабалан-ҡарһалан кейенергә тотонғайны, .. теҙ быуындары бушаны. И. Ноғманов.
ЫРҒЫП ТӨШӨҮ (ырғып төш ) (Р.: спрыгнуть, соскочить с чего-л:, И.: jump down; T.: aşağı atlamak) ҡ.
1. Аҫҡа һикереү. □ Спрыгнуть, соскочить. Ултырғыстан ырғып төшөү. Бейектән ырғып төшөү. ■ Машинанан Ҡорбанов менән Рәшиҙә лә килеп сыҡҡас, Юламанов
90