ЫРҒАҠ ТАШЫУ
Ул тиклем, бигүк теләмәйенсә. □ Нехотя, неохотно. Ырая ғына атлай. Ырая эшләй.
ЫРАЯҺЫҘ I (Р.: бесхитростно; И.: artlessly; T.: samimi bir şekilde) р. диал. ҡар. хәйләһеҙ.
Алдамай, асыҡ итеп, эскерһеҙ. □ Бесхитростно. Ыраяһыҙ эшләу. Ыраяһыҙ ҡыланыу.
ЫРАЯҺЫҘ II (Р.: бесстыдный; И.: shameless; T.: küstah) с. диал.
Оятһыҙ, тәрбиәһеҙ. □ Бесстыдный. Ыраяһыҙ кеше. Ыраяһыҙ куңел.
ЫРБАЙТЫУ (ырбайт ) (Р.: разинуть, открыть; И.: gape; T.: açmak) ҡ. диал.
Йәмһеҙ итеп йырыу, асыу (ауыҙ тураһында). □ Разинуть, открыть. М [Иркәләре] ауыҙҙарын ырбайтып, илап тик ултыралар. Й. Солтанов. Ауыҙыңды ырбайтҡансы тибеп китә ине бит [ҡолон], ярай имен ҡойо ҡотолдоң әле, тине [атайым]. 3. Ураҡсин.
ЫРБАЙЫУ (ырбай-, ырбая) (Р.: зиять;
И.: hiate; T.: açılamak) ҡ. диал.
Йәмһеҙ булып асылыу, йырылыу. □ Зиять, быть раскрытым. // Зияние. Ырбайып тора. Элек тушебеҙ беҙҙең ырбайып торманы, бала имеҙгәндә кукрәксә менән ҡаплай торғайныҡ.
ЫРҒАЗИМБАЙ (Р.: сон-трава; И.: rock lily; T.: kardelen) и. диал. ҡар. умырзая.
Аҡ, күк, алһыу умырзая. □ Сон-трава белого, голубого, розового цвета (лат. Anemone patens). Ырғазимбай йыйыу. Ырғазимбай быйыл куп булды.
ЫРҒАҠ I (ырғағы) (Р.: крюк; И.: hook; T.: kanca) и.
1. Эләктереү өсөн махсус эшләнгән кәкре башлы ҡулайлама. □ Крюк. Я Аллы-гөллө көйәнтәнең тимер ырғаҡтарына эленгән һыулы биҙрәләре сайпылып ҡуйҙы [Илисә-нең]. И. Абдуллин. Тростың бер башын тиҙ генә танк ырғағына элергә кәрәк ине. Ғ. Аллаяров. Рим .. тимер сымды ырғаҡ менән уҙенә тартты. Р. Байбулатов.
2. Бәйләм бәйләү өсөн ҡулланылған башы киртекле энә. □ Крючок. 4-се һанлы ырғаҡ. Селтәр ырғағы. Ырғаҡ менән бәйләу. ■ [Әсәләр:] Бер-беребеҙгә ҡул эштәре өйрәттек, сәс тарағының теше һынһа, әрәм итмәйбеҙ, сигә торған ырғаҡ яһайбыҙ.
Т. Сәғитов. [Тәнзилә апай] энә, ырғаҡ менән бәйләм бәйләргә, тегенергә ярата. «Киске Өфө», № 21,2009.
3. Йәйә бысҡының бауын бороп нығыта торған таяҡса. □ Ворот для натяжения лучковой пилы. Ырғаҡ тарттырыу.
4. диал. Ишек элгесе, келә. □ Дверной крючок. Н. Ишектең ырғағын шартлатып ыскындырыуға ике егет килеп тә инде. Һ. Дәүләтшина.
5. диал. Асалы ағасҡа тимер беркетелеп эшләнгән тире иләү ҡоралы, ирәк. □ Скребок (для обработки шкуры при дублении). Ырғаҡ менән тире тартыу.
ЫРҒАҠ II (ырғағы) (Р.: нёбо; И.: palate; T.: damak) и. диал. ҡар. аңҡау I.
Ауыҙ әсенең өҫкө тешкә яҡын ҡаты өлөшө. □ Нёбо. / Нёбный. Ырғағым шешкән. Я Ҡыҙырас быраулаусыларҙың эшенең шәплегенә иң ҙур дәлил итеп, уң ҡулының баш бармағын юғары кутәреп, телен ырғағына тейҙереп шартлатып ҡуйҙы. 3. Биишева.
ЫРҒАҠЛАУ (ырғаҡла-) (Р.: зацеплять крюком; И.: grapnel; T.: kancalamak) ҡ.
Ырғаҡ ярҙамында эләктереп алыу. □ Зацеплять крюком, крючком. Ырғаҡлап ҡуйыу. Бурәнәне ырғаҡлап тарттырыу.
ЫРҒАҠЛЫ (Р.: с крючком; И.: with a hook; T.: kancalı) с.
1. Ырғаҡ (I, 1) ҡуйыулы, ырғаҡ беркетелгән. □ С крючком. Ырғаҡлы тимер. Я [Олатайым] ырғаҡлы ҡолғаһы менән мурҙаһын ярға һөйрәп сығара алмаһа, миңә һыуға төшөп алырға тура килә. Б. Бикбай. [Юламан] башта ырғаҡлы оҙон таяҡ менән [мәйеттәрҙең] ҡуржындарын һөйрәп алды, шунан, уҡына-уҡына, тағы ла яҡыныраҡ барҙы. Б. Рафиҡов. Ҡаҡ дала ерҙәрҙә, яуҙа булғанда башҡорт һуғышсыһы сылбыр осонда ырғаҡлы ағас йөрөткән. С. Ильясов.
2. Ырғаҡ (I, 1) рәүешендәге, ырғаҡ һымаҡ итеп эшләнгән. □ Крючкообразный, крючковидный. Ырғаҡлы конвейер.
ЫРҒАҠ ТАШЫУ (ырғаҡ таш-) (Р.: воспаление мягкого нёба у лошадей; И.: inflammation of the soft palate in horses; T.: at damağının şişmesi) ҡ. диал.
89