Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 88


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫРАПАТ
Таҡтанан яһалған дүрткел умарта. □ Рамочный улей. Ырамышнай бал.
ЫРАПАТ (Р.: дупло (дерева)', И.: hollow of a tree trunk; T.: ağaç kovuğu) и. диал.
Ағас ҡыуышы. □ Дупло (дерева). Ыра-паттағы оя. Имәндәге ырапат.
ЫРАСПУСКЫ (Р.: дроги; И.: dray; T.: uzun araba) и. диал.
Оҙон арба. □ Дроги. Ыраспускы тәгәрмәсе. Ыраспускыға егеү.
ЫРАҪЛЫ (Р.: верный; И.: faithful; Т.: sadık) с. диал. ҡар. тоғро.
Ниндәйҙер эштә, мөнәсәбәттә һ. б. ышанысты һаҡлаған, хыянат итмәгән. □ Верный, правдивый. Ыраҫлы дуҫ. Ыраҫлы туғандар.
ЫР АТ АҒА (Р.: понапрасну; И.: to по purpose; T.: boşuna) р. диал. ҡар. бушҡа 1.
Һис бер файҙаһыҙға, кәрәкһеҙгә; юҡҡа, тиккә. □ Попусту, впустую, понапрасну. Ыратаға ваҡыт үткәреү. Ыратаға көс түкмәҫкә.
ЫРАТЫУ (ырат-) (Р.: делать более скорым, быстрым; И.: make it speedy, fast; T.: yola koymak) ҡ.
1. Яҡшы, күп һөҙөмтәле итеү; алдырыу. □ Делать более скорым, быстрым, продуктивным (ход работы, движения). Эште ыратыу. ■ Кинйә был ярышта артыҡ ырата алманы. Ғ. Ибраһимов. Ҡар менән яртылаш күмелгән ауыр сананы һөйрәп, ат ыратып китә алманы, тағы шып туҡтаны. И. Ноғманов. Нисек кенә тырышып йүгермәһен, Ғәйрәтулла ырата алмай. Н. Игеҙ-йәнова. • Уңған кеше эш ырата, уңмағаны төш юрата. Мәҡәл. Яҡшы кеше эш ыратыр, яман кеше теш ыржайтыр. Мәҡәл.
2. Уңыш менән алға алып барыу; уңдырыу. □ Продвигать вперёд, улучшать. ■ [Әхмүш:] Ғаилә ишле бит. Хеҙмәт көндәре аҙ булғас, тормошто бер ыратып булмай. Д. Исламов.
ЫРАУ (ыра-) (Р.: спориться; И.: succeed; T.: başarılı olmak) ҡ.
1. Яҡшы, күп һөҙөмтә биреү; һөҙөмтәле булыу. □ Спориться, становиться более скорым, быстрым, продуктивным. ■ Сәләмәт кешенең эше лә ырай. Р. Ғабдрахманов.
Йыр менән эш тә ырай, арыған да һиҙелмәй. И. Ғиззәтуллин.
2. Уңыш менән алға барыу; уңыу. □ Удаваться, везти. Ялҡау кешенең донъяһы ырамай. М Иртәнге яҡта юл ырай! Р. Камал. Мәсәлимовтар ғаиләһенең эше көндән-көн ырай ине. М. Садиҡова.
ЫРАУАНЪЯЛ (Р.: беззаботный; И.: careless; T.: kaygısız) с. ҡар. вайымһыҙ I.
Ғәмһеҙ, бер нәмәгә лә иҫе китмәгән; борсола, уйлай белмәгән. □ Безразличный, равнодушный. Ырауанъял кеше. Ырауанъял малсы. Ырауанъял бала саҡ.
ЫРАУ АТ АЛ с. ҡар. ырауанъял. Ыра-уатал егет.
ЫРАУ АХ (Р.: бедняга; И.: poor thing; poor man; T.: miskin) и. диал. ҡар. меҫкен II.
Йәлләү, ҡыҙғаныу тойғоһо уятыусы, йәлләтеүсе кеше; бахыр. □ Бедняга, бедняжка. Ырау ах хәленә төшөү.
ЫРАШҠЫ (Р.: мокрый снег с дождём; И.: sleet with rain; T.: sulu sepken) и. диал.
1. Ямғыр ҡатыш яуған боҙло епшек ҡар; рашҡы. □ Мокрый снег с дождём. Яҙғы ырашҡы. ■ Кискә табан көн һыуынып, епшек ҡар ырашҡыға әйләнде. И. Ғиззәтуллин. Өҙлөкһөҙ ырашҡы яуа, күк йөҙө һәр саҡ томанһып тора. Н. Мусин. Ҡар ҡатыш ырашҡылы ямғыр бер көндө юлды бола-мыҡтай, шыялай шыйыҡлап торҙо ла икенсе көндө ҡаты һыуытып ҡатырҙы ебәрҙе. Ғ. Хөсәйенов.
2. Бәләкәй генә йомро боҙ рәүешендә яуған яуын; борсаҡ. □ Град. Көслө ырашҡы. Ырашҡы яуа.
3. Ҡар булып төшкән ысыҡ; ҡырау. □ Заморозки. ■ Ағастарҙа ырашҡыға тиклем үк бүрткән бөрөләрҙән ыуыҙ ғына ҡыяҡтар моронланы. Т. Ғарипова.
ЫРАШҠЫ СЕБЕН (Р .: зелёная падальная муха; И.: green-bottle fly; T.: altın sinek) и. диал. ҡар. ит себене.
Эре йәшел себен. □ Зелёная падальная муха (лат. Lucilia caesar). Эре ырашҡы себен. Ырашҡы себен ҡорто.
ЫРАЯ (Р.: нехотя; И.: unwillingly; Т.: ister istemez) р. диал. ҡар. теләр-теләмәҫ.
88