Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 87


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫРАМЫШНАЙ
Ғәмәлдәгегә тап килешле; дөрөҫ, ысын; урынлы, хаҡлы. □ Верно. Мин әйткәндәр ыраҙ килде.
ЫРАЙ (Р.: настроение; И.: mood; Т.: keyif) и. диал.
1. Эске рухи хәл, күңел торошо; кәйеф. □ Настроение. Кешенең ырайына ҡарап эш итергә тура килә. Был һүҙең уның ырайына тура килде. ■ Улар [халыҡ] йыйылыштағы күпселектең ырайын белгәнгәме, әллә һуңғы көндәрендә берәй нәмә булыр тип уйлапмы, ҡул күтәрергә баҙманылар. Ғ. Дәүләтшин. [Туҡтамыш хан:] Иле телен алмаған, бейенә буй бирмәгән, үҙ ырайы булмаһа, берәүгә юл ҡуймаған Сәләх батыр, һиңә әйтәм. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
2. Бөтә тормош хәленең кеше аңындағы сағылышы, уй. □ Мысль. Изге ырай. ■ [Юлдыбикә әбей] тиҙ генә ҡайта һалып, Хөббөниса абыстайҙың ырайын Мотыйҡ муллаға тапшырып, ул яҡтан вәғәҙә ителгән алымдарҙы алырға ҡабаланды. Т. Хәйбуллин. • Сырайым яман булһа ла, ырайым яҡшы. Әйтем.
3. Эштең уңышлы барышы, эш барышын-дағы яҡшы һөҙөмтә. □ Конечный результат, итог (положительный). • Сырайы юҡтың ырайы юҡ. Әйтем.
ЫРАЙҘАН ҠАЙТЫУ (ырайҙан ҡайт ) (Р.: передумать; И.: think better; T.: fikrini değiştirmek) ҡ. диал. ҡар. дүнеү.
Әйткән һүҙҙән кире ҡайтыу. □ Передумать. Тиҙ генә ырайҙан ҡайтыу.
ЫРАЙЫШ (Р.: внешность; И.: appearance; T.: dış görünüş) и. диал. ҡар. ҡиәфәт.
Кешенең тышҡы күренеше, килеш-килбәте, төҫ-сырайы. □ Внешность, наружность, вид, облик. Ырайышы кеше ҡурҡытырлыҡ. Егет ырайышына ингән.
ЫР АМ АЛ Ы (Р.: много; И.: many; much T.: çok) р. диал. ҡар. күп I, 1.
Һаны, күләме ғәҙәттән артыҡ, ҙур һанда; ҙур күләмдә. □ Много. Ағас бында ырамалы түгел. Эшләп бөтөүгә ырамалы ваҡыт ҡалманы.
ЫРАМҘА (Р.: нерадиво; И.: negligently; T.: özensizce) р. диал. ҡар. арамъя.
Көс түкмәй, еңел, арлы-бирле генә эш-ләүсән. □ Нерадиво, кое-как. Ырамҙа ҡыланыу. Ырамҙа булыу.
ЫРАМЛАНЫУ (ырамлан-) (Р.: стано виться продуктивным; И.: become productive; T.: verimli olmak) ҡ.
Ырамлыға әйләнеү, ырамлы булыу. □ Становиться продуктивным, производительным, плодотворным. ■ Ҡыҙҙар ҙа килеп тотонғас, һөйрәтмәгә бесән тейәүселәрҙең дә эше ырамлана төшә. И. Ғиззәтуллин. Урмансыларҙың таһыллығы, дәрте артты, эш тә ырамланды. Р. Өмөтбаев. [Егет] шундуҡ ярҙамға ултырҙы, һәм, икәүләп тотонғас ни, эштәре ярайһы ырамланды. Ә. Әминев.
ЫРАМЛАТЫУ (ырамлат ) (Р.: сделать продуктивным; И.: make fruitful, productive; T.: verimli etmek) ҡ.
Ырамлы итеү. □ Сделать продуктивным, производительным, плодотворным. ■ [Тәзкирә] аҙымдарын ырамлата биреп ашлауында булды. М. Хәйҙәров.
ЫРАМЛЫ (Р.: спорый; И.: dexterous; T.: çevik) с.
Тотҡарлыҡһыҙ алға барған, һөҙөмтәһе һиҙелеп артҡан (эш-хәрәкәткә ҡарата). □ Спорый, быстрый (о работе и движении). Ырамлы эш. М Сыбай ҡашҡаның атлау ы ҡатыраҡ булһа ла, уның ҡарауы, аҙымдары ырамлы ине. И. Ноғманов. Көрән бейәнең атлауы ырамлы, тигән була ағайым, — тип инде бошоноп уйланды Емеш. 3. Биишева. • Өмә эше ырамлы. Әйтем.
ЫРАМТАЛ с. диал. ҡар. ырамлы. Күҙ теймәһен, эш ырамтал бара әле.
ЫРАМҺЫҘ (Р .: медленный; И.: sluggish; T.: yavaş) с.
Яй, һүлпән барған; һөҙөмтәһе бәләкәй булған. □ Медленный; непродуктивный; непроизводительный. Ырамһыҙ эш. М Сабыйҙар менән аҙапланыусы ҡатын-ҡыҙҙың ырамһыҙ эшләүенә асыуы ҡабарған .. Хәлимов өҙлөкһөҙ ашыҡтырҙы. Я. Хамматов. Тон уртаһы ауғас, .. әллә ни шәп барып булмай, төнгө юл ырамһыҙ ине. Н. Мусин.
ЫРАМЫШНАЙ (Р.: рамочный улей; И.: Dadan (bee)hive; T.: ап kovanı) и. диал. ҡар. дадан умарта.
87