Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 86


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ыңҡ-ыңҡ
лөгөп, салҡан барып төштө тигәндә, һөйәуле утынға ыңҡылдап бәрлекте. Ш. Янбаев.
2. «Ыңҡ-ыңҡ» итеү, «ыңҡ-ыңҡ» иткән тауыш сығарыу. □ Издать глухой отрывистый звук, ёкать. М Әсә кукрәген ыңҡылдап имгән сабый куҙендәгеләй .. сағыу ҡояш бөркөлә. Й. Солтанов.
ЫҢҠ-ЫҢҠ (Р.: подражание торопливому звуку глотания воды; И.: imitation of deaf jerky sound; T.: cup cup) оҡш.
1. Шыйыҡ нәмәне йотлоғоп, алҡынып эскәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; ҡолҡ-ҡолҡ. □ Подражание торопливому глотанию воды. Ыңҡ-ыңҡ килеу. Ыңҡ-ыңҡ тип һыу эсеу.
2. Ат юртҡанда күкрәгенән сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ; уңҡ-уңҡ. □ Подражание звуку ёканья лошади при беге. Ыңҡ-ыңҡ итеп юртыу. ■ Ыңҡ-ыңҡ итеп ыңҡылдап, Ерән ҡашҡа алҡын ғына алдырта. Й. Солтанов.
ЫҢРАНЫУ (ыңран-) ҡ. диал. ҡар. ыңғырашыу. Ниңәлер ыңраныу. Ҡаты ыңраныу.
ЫҢРАУ (ыңра-) (Р.: стонать; И.: moan, groan; T.: inlemek) ҡ. ҡар. иңрәү.
Ҡайғы-хәсрәттән һыҙланып тауыш сығарыу, һыҡтау. □ Стонать. Ыңрау ишетеу. Әсе ыңрау. Үҙәк өҙгөс ыңрау.
ЫҢҺАРЛАУ I (ыңһарла-) (Р.: ворчать;
И.: grumble; T.: homurdanmak) ҡ. диал.
Ризаһыҙлыҡ белдереү. □ Ворчать, выражать недовольство. Бер йомош ҡушһаң, ыңһарлап тиҙ ҡуҙғалмаҫ инде. Бабай баҙарға ыңһарлай-ыңһарлай ғына китте. Балам, ыңһарлама, йугереп кенә бар ҙа кил. М «Урман ыңһарлаған, илаҡ ҡыҙ-ҡырҡынды яратмай», тигән һығымтаға килә [Йәнтурә]. Н. Мусин. Танкыларҙы ҡыйратыу — артиллеристарҙың эше, беҙгә ҡағылмай тип, айырым кавалеристың ыңһарлауын ишетергә тура килде миңә бая. Я. Хамматов. Әйләр хан, ыңһарлай-ыңһарлай ғына тороп, Алпамышаға ҡулын биргән, ти. «Алпамыша».
ЫҢҺАРЛАУ II (ыңһарла-) (Р.: сомневаться; И.: grumble; T.: şüphelenmek) ҡ. диал.
Бер фекергә килә алмай төрлөсә уйлау; шикләнеү, икеләнеү. □ Сомневаться, коле
баться. Барырғамы, бармаҫҡамы, ыңһар-лабыраҡ торам әле. ■ Маняның ыңһарлауы Фатимаға ла оҡшаманы. Б. Бикбай.
ЫҢ-ШАҢ I и. диал. ҡар. ыңғыраш. Ың-шаң менән генә йөрөйөм.
ЫҢ-ШАҢ II р. ҡар. ыңғыр-шыңғыр.
Ың-шаң йәшәу. Ың-шаң атлау.
ЫҢШАҢЛАУ I (ыңшаңла-) (Р.: страдать от боли; И.: suffer pain; T.: sızlanmak) ҡ.
Ыңғыр-шыңғыр килеп йөрөү, һыҙланыу.
□ Страдать от боли. Ҡартлыҡтан ыңшаңлау.
ЫҢШАҢЛАУ II (ыңшаңла-) (Р.: соглашаться нехотя, неохотно; И.: agree reluctantly; T.: isteksizce katılmak) ҡ. диал.
Теләр-теләмәҫ эшләү, ризалашыу. □ Соглашаться нехотя, неохотно. ■ Тәҡдим урынһыҙ булһа ла, ҡортҡа ыңшаңлап кунде. И. Насыри.
ЫПТЫ (Р.: язь; И.: ide; T.: kızılkanat) и. диал. ҡар. опто.
Һаҙандар ғаиләһенә ҡараған, эре тәңкәле, ҡыҙғылт ҡанатлы, ҡарағусҡыл арҡалы ҙур аҡ балыҡ. □ Язь. / Язевый (лат. Leuciscus idus). Ҡармаҡҡа ыпты ҡапҡан. Ыпты ҡыҙҙырыу. Ыпты һурпаһы.
ЫПЫҠ (Р.: косноязычный; И.: tongue-tied; T.: dili ağır) с.
Телгә зәғиф; телһеҙ. □ Косноязычный. V Ыпыҡ Рәжәп ҡыҙҙың ҡиәфәтенән борсолоп китте лә, уны ҡулынан тартып, кәмәгә мендерергә маташты. Р. Вәлиев. Ә һин бер ҙә ыпыҡ ҡыҙға оҡшамағанһың, — тине немең [Ҡамаловаға], хәйләле йылмайып. И. Абдуллин. [Йәнбәк] бер һуҙ өндәшмәй, әйтерһең дә, ыпыҡ кеше. Н. Мусин.
ЫРАҒАЙҺЫҘ (Р.: бесстыдный; И.: shameless; T.: küstah) с. диал. ҡар. оятһыҙ.
1. Тартына, ояла белмәгән; намыҫһыҙ.
□ Бесстыдный. Ырағайһыҙ ҡыланыш. Ыра-ғайһыҙ булыу.
2. диал. Кешенең изгелегенә, яҡшы эшенә яҡшы эш менән яуап бирә белмәгән, кешегә изгелек итмәгән; изгелекһеҙ. □ Недоброжелательный, неблагодарный. Ырағайһыҙ бәндә.
ЫРАҘ (Р.: верно; И.: true; T.: doğru) р. диал. ҡар. раҫ.
86