ЫҢҠЫЛДАУ
ЫҢҒЫРСАҠ I (ыңғырсағы) (Р седёлка; И.: harness saddle; T.: semer) и.
Өҫтөнән арҡалыҡ үткәреү өсөн аттың һыртына һалына торған, ҡуш кейеҙ мендәрҙән ғибәрәт екке әйбере. □ Седёлка. Яңы ыңғырсаҡ. ■ Ҡарт, бейә алдына бер күтәрем бесән ташлағас, ватыҡ ыңғырсаҡты ҡулына тотоп, өйгә керҙе. Б. Бикбай. Сыбыртҡылар, ҡамыттар, шлеялар, ыңғырсаҡтар, ҡайыштар .. — ҡыҫҡаһы, бөтә нәмәләр ыҫпай, йыйнаҡ итеп урынлы урындарына ҡуйылғандар. Ғ. Дәүләтшин. Рәҡип тә ат менән ҡушлап атланы, ыңғырсаҡтың ҡайтарылған кейеҙен рәтләне. Р. Низамов.
ЫҢҒЫРСАҠ II (Р.: курносый; И.: snub; T.: kalkık) с. диал.
Ҡыҫҡа һәм өҫкә ҡарап торған; йәмшек (танауға ҡарата). □ Курносый. Ыңғырсаҡ танау егет. Ыңғырсаҡ танаулы булыу.
ЫҢҒЫРСАҠЛАУ (ыңғырсаҡла ) (Р.: класть седёлку; И.: put the saddle cloth; T.: semer vurmak) ҡ.
Ыңғырсаҡ һалыу. □ Класть седёлку. Атты ыңғырсаҡлау. Ыңғырсаҡлап егеү.
ЫҢҒЫРСАҠ ТАРТМАҺЫ (Р.: подседельник; И.: girth; T.: eyer bağı) и. диал.
Ыңғырсаҡты аттың ҡорһағы аҫтынан тарттырып эләктереп ҡуя торған бау. □ Подседельник. Ҡайыштан эшләнгән ыңғырсаҡ тартмаһы.
ЫҢҒЫРСАҠ ҺӨЙӘГЕ (Р.: лопатка (у лошади)-, И.: scapula; T.: kürek kemiği) и. диал.
Аттың ыңғырсаҡ ята торған һырты. □ Лопатка (у лошади). Ыңғырсаҡ һөйәге яраланған. Ыңғырсаҡ һөйәгендәге тамға.
ЫҢҒЫР-ШЫҢҒЫР (Р.: кряхтя; И.: groaning; T.: inleyerek) р.
Саҡ-саҡ һөйрәлеп, ыңғырашып, һыҙланып. □ Кряхтя, охая, со стонами. Ыңғыр-шыңғыр йәшәү. М Фурмандар, ыңғыр-шыңғыр килеп, туғайға йүнәлде. Р. Низамов. Гөлғәйшә апай улы иҫән-һау саҡта ыңғыр-шыңғыр ғына йөрөгән ҡарсыҡ ине. Ф. Әсәнов. [Рәйхана:] Ниңәлер һыҙып сирләп, ыңғыр-шыңғыр итеп йөрөүҙән башым сыҡмай. Л. Яҡшыбаева.
ЫҢЖЫУ I (ыңжы-) ҡ. диал. ҡар. яйлау. Юлға сыҡмай ыңжыу. Эште башлағыһы килмәй ыңжыу.
ЫҢЖЫУ II с. диал. ҡар. ығыш. Ыңжыу ҡатын. Ыңжыу бала.
ЫҢҠ (Р.: подражание глухому отрывистому звуку; И.: imitation of deaf jerky sound; T.: cup) оҡш.
Ҡапыл килеп бәрелгәндә, һуғылғанда эстән сыҡҡан өҙөк тауышты белдергән һүҙ; зың. □ Подражание глухому отрывистому звуку. Ыңҡ итеп ҡалыу. Н Зиннәт ҡарттың унһыҙ ҙа йәшел күҙҙәре осҡонланып китте, тик, тамағына талҡан торғандай, ыңҡ итеп ҡуйҙы. Т. Ғарипова. Бәхтейәр ыңҡ итте лә бүтәнсә өнөн сығарманы. Б. Рафиҡов. Аҡ марляға уралған ҡул ҡабат һелтәнде, Әптерәй ҙә ҡаты ергә ыңҡ итеп барып төштө. Й. Солтанов.
ЫҢҠЫЛДАТЫУ (ыңҡылдат-) (Р.: вдарить; И.: beat up; T.: cup diye ses çıkartmak) ҡ.
1. Ыңҡ иттереү, һеңкелдәтеү. □ Вдарить, грохнуть, бухнуть. ■ Юлаусы йәһәтләп биштәренән намаҙлығын сығарҙы, ә оҫтабыҙ үткер балта һағағын, ыңҡылдатып, һимеҙ бүрәнәгә батырҙы. Й. Солтанов, һауа тулҡыны икеһен дә [Нурфәиз менән Георгийҙы] ыңҡылдатып окоп стенаһына бәрҙе. Ш. Янбаев.
2. «Ыңҡ-ыңҡ» иткән тауыш сығарыу. □ Ёкать, издавать глухой отрывистый звук. ■ Хәбибулла .. һыуһаһа, һонолоп ҡына зәңгәр сәйнүкте ала ла, моронона һөлөк кеүек ҡаҙалып, ыңҡылдатып һурырға керешә. Т. Ғиниәтуллин. Айсыуаҡ, бите буйлап аҡҡан тирен һөртөп, биҙрә төбөндә ҡалған һыуҙы ыңҡылдатып эсеп алғас, дилбегә ҡаҡты. Т. Килмөхәмәтов.
ЫҢҠЫЛДАУ (ыңҡылда-) (Р .: удариться со звуком; И.: bump with a sound; T.: cup diye ses çıkarmak) ҡ.
I. Ыңҡ итеү, һеңкелдәп барып төшөү, бәрелеү. □ Удариться со звуком; бухнуться, грохнуться. Ыңҡылдап барып бәрлегеү. ■ Ыңҡылдап барып та төштө [армай], өҫтөнә шундуҡ ябырылдылар [мәхлүктәр]. Б. Рафиҡов. Сөйөмбикә, аяҡ аҫтындағы түмәргә һөр
85