Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 84


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҢҒАЙЫНА
ЫҢҒАЙЫНА (Р.: наряду; И.: along with; T.: üzerine) бәйл.
1. Билдәһеҙ эйәлек килештәге һүҙҙәр менән килеп, кемгәлер йәки нимәгәлер эйәреп, уға ярашып башҡарылғанды белдерә. □ По, наряду, вместе. Ағым ыңғайына йөҙөү. Көй ыңғайына баҫыу. Йәштәр ыңғайына бейеү. М Харрас ағай Данир ыңғайына ҡыҙманы. М. Иҙелбаев. [Рәшит]радиоланан уйналған әлеге күңелле музыка ыңғайына ир кешенең тырышып һыҙғырынырын ишетеп торҙо. Д. Исламов. [Илдар] гармунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ҡыҙҙар ыңғайына мыштым ғына килә торғас, Роза тынлыҡты боҙҙо. Р. Байбулатов.
2. ҡар. ыңғайы, и [Карсыҡ]киленде төшкән ыңғайына маҡтарға ярамағанын белһә лә .. әйтмәй түҙмәне, һ. Дәүләтшина. [Ғәтифә әбей:[ Нисек, шул ҡайтып килеү ыңғайына йығылдымы ни инде? Ш. Бикҡол.
ЫҢҒАЙЫНДА (Р.: по; И.: by; for; T.: arada) бәйл.
Төп килештәге һүҙҙәрҙән һуң килеп, эш-хәрәкәттең икенсе эш-хәрәкәткә бәйле рәүештә булғанлығын белдерә. □ По (обозначает связанность одного действия с другим). Юл ыңғайында күреп китеү. ■ Юл ыңғайында ҡыҙҙың уҡыған факультеты, курсы, тыуған яғы билдәле булды. И. Аҡъюлов. Юл ыңғайында магазинға инеп, һуған, борос, лавр япрағы ла һатып алдым,. 3. Биишева. [Зәбир] һүҙ ыңғайында ғына әйтеп ҡуйҙы. Яр. Вәлиев.
ЫҢҒЫ (Р.: вдохновение; И.: inspiration; T.: ilham) и. диал. ҡар. илһам.
Эшкә, ижадҡа көс, дәрт уятҡан күтәренке рух. □ Вдохновение. Тәбиғәттә булһам, ыңғы тыуа. Ыңғы менән эшләү. Ыңғы алыу.
ЫҢҒЫРАУ (ыңғыра-) ҡ. диал. ҡар. ыңғырашыу 1, 2. ■ Уның [Абдрахмандың] «Әһ, әһ...» тигән тамаҡ төбө ыңғырауы ғына сыҡты. Р. Өмөтбаев.
ЫҢҒЫРАШ (Р: стон; И.: groan; Т.: efgan) и.
Ауыртынған, һыҙланған тауыш. □ Стон. Ҡаты ыңғыраш. ■ Әсәйем ауырып урынға ятҡандан һуң, көндәр төҫһөҙ, йәмһеҙ генә түгел, ыңғыраш һәм күҙ йәштәре менән
һуғарылып үтте. М. Садиҡова. Юл тулы ағас-таш, үле ат, кеше кәүҙәләре, шул уҡ ыңғыраш, инрәш. Ғ. Хөсәйенов.
ЫҢҒЫРАШТЫРЫУ (ыңғыраштыр-) (Р.: заставить стонать; И.: make moan; T.: inletmek) ҡ.
Ыңғырашырға мәжбүр итеү. □ Заставить стонать. ■ Ҡорос сабаталы ауыр тәндәре менән ерҙе ыңғыраштырып, һырттарына автоматсылар тейәгән танкылар ағыла. Д. Бүләков. Ауыр тормош йәш кенә көйө тол ҡалған ҡатынды тағы ла нығыраҡ ыңғыраштыра. Ә. Вахитов. Ҡаҙаҡ дөйәләрен ыңғыраштырып сүктерҙе, күмерҙәрҙе сәйхананың ишек төбөнә килтерә башланы. А. Таһиров.
ЫҢҒЫРАШЫУ (ыңғыраш-) (Р.: стонать;
И.: groan; T.: inlemek) ҡ.
1. Ауыртынып, һыҙланып йәки әсенеп әрнеүле тауыш сығарыу. □ Стонать, стенать. // Стон, стенание. Ныҡ ыңғырашыу. ■ Банкир .. ыңғырашып ҡуйҙы ла .. яңынан шылтырай башлаған телефонға үрелде. Г. Ғиззәтуллина. Ҡемдер ҡаты итеп ыңғырашып ҡуйҙы. В. Исхаҡов. • Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың. Мәҡәл. Ауырымаған ыңғырашмай. Әйтем.
2. күсм. Әсенгән, әрнегән һымаҡ тауыш сығарыу (төрлө йәнһеҙ нәмәләргә ҡарата). □ Стонать, стенать (о неживых предметах). Имәндәр ыңғырашып ҡуйҙы. Н Өй артындағы ҡарт тирәктәр, бөтә кәүҙәләре менән һелкенеп, ыңғырашып шаулайҙар. Д. Исламов.
ЫҢҒЫРБАУ и. диал. ҡар. ығырмау 1. Ыңғырбау осо. Ыңғырбау әҙерләү.
ЫҢҒЫРЛАУ (ыңғырла-) (Р.: ворчать, выражать недовольство; И.: grumble; T.: homurdanmak) ҡ.
1. Риза булыр-булмаҫ һөйләнеү. □ Ворчать, выражать недовольство. ■ [Шаһиҙә] ни тиклем генә ыңғырлаһа ла, такси ялларға тура килде. Г. Ғиззәтуллина. Тәйрәтулла, ыңғырлаһа ла, яйлап ризалашты. Н. Игеҙ-йәнова.
2. Асыҡ, аныҡ итеп һөйләмәү. □ Говорить невнятно, бубнить. Ыңғырлай, аңғарып булмай.
84