ЫҢҒАЙЫ
тау битенән бөгөн эсерлек мәтрүшкә йыйып алды ла көтөүен туплауға ҡарап ыңғайлатты. И. Ғиззәтуллин. Ҡарт һалдат, Әб-дерәшиттең ике яурынынан алып, ҡапҡа яғына ыңғайлатты. Ф. Иҫәнғолов.
2. Уңай, яҡшы яҡҡа йүнәлтеү, яҡшыға бороу. □ Направлять, налаживать, устраивать, организовывать. Я Тормош бәндәне үҙенсә бөгә, үҙ яйына ыңғайлата. Р. Камал. Саҡай, .. бисәһенә асыулы күҙ ташлап, һүҙҙе үҙенә файҙалыраҡ яҡҡа ыңғайлатырға ашыҡты. Б. Бикбай. Фәлсәфә ҡарт һүҙҙе асыҡтан-асыҡ, ғәҙел һөйләшеүгә ыңғайлатты. Т. Килмөхәмәтов.
3. Нимәгәлер күндереү, ыҡҡа килтереү.
□ Уговаривать, убеждать. Уҡырға ыңғайлатыу. ■ Бер тиҫкәреләнһә, ыңғайлатам тимә, сығынсы ат менән бер ул [Розалия]. Р. Низамов.
ЫҢҒАЙЛАУ (ыңғайла-) (Р.: направляться, идти; И.: head to; T.: yönelmek) ҡ.
1. Билдәле бер тарафҡа йүнәлеш алыу.
□ Направляться, идти (в определённом направлении). Мәктәп яғына ыңғайлау. ■ Рәхимә, ялп итеп артына әйләнеп, көрәшсегә уҫал ҡараш ташланы ла, текә баҫып, ишеккә ыңғайланы. Р. Өмөтҡужин. Рамаҙан ауыл осона ыңғайланы. Р. Низамов. Ҡуңыр буғам, малдарым, унда кейәү, балдарым, сапсан баҫып, ыңғайлап, тауҙан тура юл һайлап, теүәл ҡайтып етегеҙ, беҙҙән сәләм илтегеҙ! «Ҡуңыр буға».
2. Уңай, яҡшы яҡҡа йүнәлеү; яҡшыға боролоу. □ Налаживаться, устраиваться. ■ Эштәр былайға ыңғайлағас, Зиннәт ҡарттың да һауаһы күтәрелеп китте. Т. Ғарипова. [Мәғфүрә:] Эш ыңғайлағанда кеше кирегә һөйләмәһен ул. һ. Дәүләтшина. Шайтан уларҙың да [кешеләрҙең дә] араһын боҙмаҡсы була. Тик эше һис ыңғайламай, ти. Әкиәттән.
3. Кеше яйына, кеше һүҙенә күнеү; ризалыҡ күрһәтеү. □ Поддаваться уговорам чьим, соглашаться с кем. Ял итергә барырға ыңғайлау. Ата һүҙенә ыңғайлау. ■ Вәсил, Саматтың әйткәненә ыңғайлап, тегеңә ҡулын һуҙҙы. Р. Байбулатов.
ЫҢҒАЙЛЫ (Р.: сговорчивый; И.: compliant; T.: uysal) с.
1. Әйткәнде тыңлаған, кеше яйына килә торған; ипле, күндәм. □ Сговорчивый, положительный, послушный. ■ Ҡире генә Ғата-улланың ыңғайлы һөйләшеүенә [Ырыҫбай бабай менән Ғәҙилә апай] ҡыуандылар. Р. Ғабдрахманов.
2. ҡар. ыңғай II, 2. Я Көсөңә, күңелеңә, булмышыңа ярашлы эш-һөнәр һайлай алыуҙан ыңғайлы һәм уңайлы тормош, эш-һөнәр юлы башлана. Ғ. Хөсәйенов.
3. Ниндәйҙер эшкә, һәнәргә күңеле ятҡан. □ Способный, прилежный. Балта эшенә ыңғайлы кеше.
♦ Кеше (йәки әҙәм) ыңғайлы кеше һүҙенә, кеше яйына йөрөүсән. □ Сговорчивый, положительный, ведомый. Я Үҙе лә кеше ыңғайлы шул. Н. Мусин. [Мөжәүир хәҙрәт] әҙәм ыңғайлы, ябай булды. Л. Якшыбаева.
ЫҢҒАЙЛЫҠ (ыңғайлығы) (Р.: положительность; И.: positiveness; T.: olumluluk) и.
Ыңғай булыу хәле. □ Положительность. Я Ҡарттар, яуаптың ыңғайлығын [Миф-тахетдиновтың] ҡапыл, көлсәләй йәйелеп, балҡып киткән майлы йөҙөнән, күҙҙәренең йылтырауынан тойҙолар. Й. Солтанов.
ЫҢҒАЙҺЫҘЛАНЫУ (ыңғайһыҙлан-) (Р.: стесняться; И.: be bashful; hesitate; T.: utanmak) ҡ. диал. ҡар. уңайһыҙланыу.
Уңайһыҙ, ауыр, ҡыйын хәл кисереү. □ Стесняться, смущаться, чувствовать неловкость. Абзыйымдан ыңғайһыҙланам. Йырларға ыңғайһыҙланыу.
ЫҢҒАЙЫ (Р.: в, сразу; И.: at once; T.: hemen) бәйл.
-ған формаһындағы сифат ҡылымдан һуң килеп, бер эш-хәлдең артынан ҡапыл икенсеһе булғанды белдерә. □ В, сразу, как только (с причастием на -ған обозначает резкую смену одного действия другим). Өфөгә күсеп килгән ыңғайы. Йәнәш йүгергән ыңғайы. Я Ҡыҙ ҙа күренештәр алышынған ыңғайы егеткә баянан бирле күҙ һирпеп алғылай. И. Аҡъюлов. Ҡинәт кенә әйләнгән ыңғайы, ҡулымдағы йоҙаҡ менән кемгәлер ҡаты тондорҙом. Р. Вәлиев.
83