ЫҢҒАЙ
ЫҢҒАЙ II (Р.: попутный; И.: fair; T.: yol üzerindeki) с.
1. Йүнәлеш тарафына тап килешле. □ Попутный. Ыңғай ел. Ыңғай ағым.
2. Талапҡа, теләккә ярашлы булған; яҡшы, һәйбәт. □ Положительный, хороший. Ыңғай йоғонто. Ыңғай куренеш. Ыңғай баһалама. ■ Ул [Әхмәҙиә] берәй йылы һуҙ ишетеп, ыңғай хәбәр алмайынса ҡайтмаҫына ышана ине. Р. Солтангәрәев. Ике бригада араһындағы ыңғай тәжрибәләрҙе уртаҡлашыуға ла ныҡлы иғтибар биреп еткерелмәне. И. Байрамов.
3. Ҡарышмай, ҡаршылашмай, риза булып тороусан; тыңлаусан. □ Сговорчивый, положительный, уступчивый, утвердительный. Ыңғай кеше. ■ Бөгөн — яуаплы рейс, ыңғай шофёр кәрәк. И. Нурғәлиев.
4. мат. Нулдән ҙур булған, «+» билдәһе менән килгән. □ Положительный (со знаком «+»). Ыңғай һандар. Ыңғай дәумәл.
5. физ. Протон, позитрон һ. б. өлөшсәләргә хас электр төрөнә ҡараған. □ Положительный. Ыңғай заряд. Ыңғай иондар.
ЫҢҒАЙ III (Р.: всегда, постоянно; И.: always constantly; T.: daima) p.
1. һәр ваҡыт, гел. □ Всегда, постоянно. Ыңғай ҡаса көтөуҙән. Ыңғай шул йөрөр инде. ■ [Карт — улына:] Ыңғай уҡып йөрөу булмаҫ. Әкиәттән.
2. Туп-тура. □ Прямо. Ыңғай ауылға ҡайтыу. М Сәйфетдин, сабып килгән ыңғай, былар [әсә менән ул] янына еткәс, айғырының башын шаҡарҙы. Р. Байымов.
3. Йүнәлеш тарафына тап килгән. □ Попутно, по пути. ■ Инженерға, ысынлап та, юл ыңғайы икәнлегенә Зилара шикләнмәне. X. Зарипов. Халыҡҡа бер ыңғайҙа фронт яңылыҡтарын еткереп ҡайтыу ҙа бик мөһим. Ә. Байрамов.
4. Теләккә, талапҡа ярашлы; яҡшы. □ Положительно, хорошо. ■ [Рәшиттең] кәйефенең кутәрелеуе атҡа ла ыңғай тәьҫир итте, буғай: ул аҙымдарын шәбәйтте, һөҙәк урындарҙа куңелле генә юртҡылап алды. Б. Рафиҡов. Тикшереусенең, факттар дөрөҫмө, тип ныҡышыуына председатель ыңғай
яуапланы. Б. Ноғоманов. Бөтә нәмәгә, ваҡиғаларға ыңғай ҡара, ыңғай баһа бир. Н. Ғә-йетбаев.
ЫҢҒАЙҒА бәйл. ҡар. ыңғайы. Килеп ингән ыңғайға. ■ Үҙе шул ыңғайға бер кубәне, тотош кутәреп, кәбән өҫтөнә ырғытып та ебәрҙе. 3. Биишева. [Турыҡай]ауған ыңғайға ҡамыт ҡапталы муйынын бөрөп алыуҙан һығылып, хырылдарға тотондо. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2011.
ЫҢҒАЙҘА I (Р.: заодно; И.: conjointly; T.: arada) р.
Билдәле бер эш-хәрәкәт менән бер үк ваҡытта, бер юлы. □ Заодно, попутно, кстати. Ыңғайҙа шуларҙы куреп китәйек. М Ваһап ыңғайҙа уға [Евстафийға] ерен курһәтеп ук ҡайтырға булды. Ж. Кейекбаев.
ЫҢҒАЙҘА II (Р.: в, во; И.: while; T.: iken) бәйл.
-ған формаһындағы сифат ҡылымдан һуң килеп, бер эш-хәрәкәттең икенсеһе менән бергә булғанлығын белдерә. □ В, во (с причастием на -ған обозначает одновременность действия). ■ Арҡан бушарҙы, уны атлап барған ыңғайҙа йомарлап, осонан элмәк яһаным. Т. Килмөхәмәтов. Тәгәрмәс әйләнгән ыңғайҙа һирпелгән бысраҡ машинаның тәҙрәһен буяны. Я. Хамматов.
ЫҢҒАЙЛАНЫУ (ыңғайлап-) ҡ. ҡайт. ҡар. ыңғайлау 2. возвр. от ыңғайлау 2. Эштәр ыңғайланды. ■ Айбикә бер аҙ ың-ғайланды, ҡыҙҙарға ҡарап, йомшаҡ ҡына көлдө. Һ. Дәүләтшина. Цехта эш ыңғайланды. Ғ. Хисамов.
ЫҢҒАЙЛАТЫП ТОРОУ (ыңғайлатып тор-) (Р.: походить; И.: resemble; T.: benzemek) ҡ. диал. ҡар. оҡшау.
Оҡшап тороу. □ Походить. Олатаһына ыңғайлатып тора. Уҡытыусыға ыңғайлатып тора.
ЫҢҒАЙЛАТЫУ (ыңғайлат-) (Р.: направлять; И.: direct; T.: yöneltmek) ҡ.
1. Билдәле бер тарафҡа йүнәлеш алдырыу. □ Направлять кого куда. Урман яғына ыңғайлатыу. ■ Мәҙинә, уйҙарына бирелеп, ирен көтәуелләп, атын әкрен генә өйөнә ыңғайлатты. Т. Ғарипова. Мирхәйҙәр бабай
82