ЫҢҒАИ
тылыу. ■ Куптән уҡырға ынтылһам да, ваҡыт булманы. Р. Бикбаев. Ниңә ул гузәл-лектәр, тормош серен аңларға ынтылып йәшәгән көндәр шул тиклем тиҙ, таң еле кеуек кенә иҫеп утә икән? М. Ғиләжев. [Ер-тахов — Фәһимгә:] Һәр ваҡыт алға ҡара, бер тотам ургә менеу менән икенсеһенә ынтыл. И. Ғиззәтуллин. • Наҙан дәрәжәгә ынтыла, ғалим — камиллыҡҡа. Мәҡәл. Һәр кем яңыға ынтыла. Әйтем.
ЫНТЫЛЫШ (Р.: стремление; И.: aspiration; T.: amaç) и.
1. Билдәле бер йүнәлештәге киҫкен хәрәкәт. □ Стремление, устремление (о движении). Алға ынтылыш. ■ [Сихырсы] ирҙе ялмап алды, .. уны бер ынтылышта бөтәу-ләп һоғонмаҡ була. Р. Камал.
2. Ниндәйҙер эш, маҡсатҡа йүнәлтелгән уй-теләк, дәртле ниәт. □ Стремление, порыв, влечение. Белемгә ынтылыш. ■ Шул осорҙа Йәмиләнең куңелендә яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыш сатҡылары балҡып-балҡып ҡалды. Б. Рафиҡов. Һәр хәлдә, элекке тулҡыныу, ярһыу ынтылыш, куңел ғазаптары бөткәндәй булды. 3. Ураҡсин.
ЫНТЫЛЫШЛЫ (Р.: целевой; И.: purposeful; T.: amaçlı) с.
Нимәгәлер йүнәлтелгән, маҡсатлы. □ Целевой, целенаправленный. Ынтылышлы һөжум. Ынтылышлы уйҙар. ■ Хәмит оҫта, ынтылышлы хәрәкәттәр менән ярға ишә башланы. Д. Бүләков. Моң ҡапыл кутәрелеп, ҡапыл төшә, ынтылышлы һәм хәрәкәтсән. Т. Килмөхәмәтов.
ЫНТЫР и. диал. ҡар. ырҙын 1. Ынтыр яғындағы урман.
ЫНЫҠЫЙ (Р.: вот тебе на; И.: here you are!; T.: al işte!) ымл. диал.
Аптырауҙы белдергән һүҙ. □ Вот тебе на!, ну!; о! Ыныҡый, ҡайҙа курҙем мин һине? Ыныҡый, мине алдаған да!
ЫҢҒАЙ I (Р.: направление; И.: direction; T.: yön) и.
1. Ниҙеңдер йүнәлеш тарафы. □ Направление. ■ Хәсән янына Дәуләткирәй хәлфәнең килеуен дә көтөп торманы, шул ыңғайға төшөп тә китте. С. Агиш. Тау буйында
һыйынып ятҡан томан, аҡрын ғына ҡуҙғалып, йылға ағышы ыңғайына йөҙҙө. Ә. Байрамов.
2. Ниҙеңдер урынлашҡан тарафы. □ Сторона. Өй ыңғайына боролоу. Мәктәп ыңғайына юл алыу. М Зәйни «Г»ның кәкреһен һап ыңғайына борҙо ла теге ҡулсаларҙы балта менән һуҡҡылап кире кейҙерҙе. Р. Ғабдрахманов.
3. Кемдеңдер ихтыяр йүнәлеше, нимәнең-дер яйы. □ Усмотрение, лад. Үҙ ыңғайына ҡуйыу. Ыңғайына ебәреу. ■ [Мөлөк] атын һаҡлап, ыңғайына ғына ҡыуып барһа ла, Турысайҙың ҡолаҡ төптәренән аҡ куперектәр сыға. Т. Хәйбуллин. [Хәмит оҫта] кәмәне ыңғайына ҡуйып тора ла ҡапыл-ҡапыл ғына һикереш яһай. Д. Бүләков. [Хәмит ағай — Фәнургә:] Ансамблдә бейегәс, кумәк ыңғайына буйһонорға тура килә, ҡустым. Р. Камал.
4. Нимәгәлер ҡулай мөмкинлек; уңай, яй. □ Удобный момент, случай, возможность. Ыңғайы сығыу.
♦ Ыңғайға килеү кемдеңдер теләгенә, ихтыярына буйһоноу. □ Уступать; подчиняться, покоряться, повиноваться. ■ Ләкин бер ҙә ыңғайға килер һымаҡ тугел был Тәрәнйылға кешеләре. Р. Байымов. [Туры ат] бөйөрөнә ҡамсы менән бер тартҡас ҡына ыңғайға килеп, юртып китте. Һ. Дәүләтшина. Директорҙың бер аҙ ыңғайға киле-уенән шатланып, Рәшиҙә ирәбеләнә төштө. Ғ. Аллаяров. Ыңғайына тороу ҡаршы килмәй, ихтыяр биреү, яйына тороу. □ Не перечить кому, не идти против желаний чьих. ■ Йәнбикәнең ҡайны-ҡәйнәһенә әйләнеп ҡарарға ла, улар ыңғайына торорға ваҡыты ла, уйы ла булманы. 3. Ҡаҙаҡбаева. Ул [Ныязғол] уҙенең ыңғайына тороп, эйелеп килгәндәрҙе ярата. Һ. Дәүләтшина. Ыңғайына һыпырыу кемдеңдер теләгенә, ихтыярына ҡаршы килмәй, йөпләү. □ Соглашаться; одобрять; поддакивать. Я [Булат - Фәхри тураһында:] Ул уҙ һуҙлерәк кеше, ыңғайына һыпырһаң, йөрөй бирә. Б. Бикбай. [Биксәнтәй — йәш старшинаға:] Урын ерендә ныҡ, хатта ҡаты бул, мәле менән ыңғайына һыпыр, йомшара ла бел. И. Ноғманов.
81