Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 80


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫНЙЫ МӘРЙЕН
Ынйы менән биҙәлгән, ынйы баҫылған.
□ Украшенный жемчугом. Ынйылы аҡ һөйәк ҡаптырмалар. ■ Аяҡта осло дағалы, сәмсәле ситек, башта ынйылы ҡалпаҡ. 3. Биишева. Кейәуҙең ата-әсәһе урынына Гөлбәҙәр инәй, килендең бөркәнсек ҡаплаған йөҙөн асып, ҡыҫып һөйөп алды ла бер ынйылы ҡашмау буләк итте. Ғ. Хөсәйенов. [Мәликәнең] билен өҙҙөрөп быуған ынйылы ҡәмәре, көмөш тәңкәләр йылҡылдаған бәләкәс кенә камзулы — бөтәһе әкиәттәге һыуһылыуҙың зиннәтле кейемдәренә биргеһеҙ. Ә. Хәкимов.
ЫНЙЫ МӘРЙЕН (Р.: жемчужины и кораллы; И.: pearls and corals; T.: inciler) и. йыйн.
Ынйы һәм мәрйендәр; ынйы-сәйлән.
□ Жемчужины и кораллы. Ынйы-мәрйен муйынсалар. ■ Анжела исемлене алтын-көмөш, ынйы-мәрйен, ғөмумән, донъялағы бар зәр биҙәктәре яратып, тормошонда оҙатып йөрөй. Р. Вәлиев. Иң бәхетле, иң ҡотло, иң абруйлы ғумерҙең ошо бөртөк-бөртөк төймәләрен бер епкә теҙеп ҡараһаң, барыбер гел ынйы-мәрйендән йәки алтын-көмөштән генә торған ҡиммәтле матур муйынса килеп сыҡмаҫ ине. М. Кәрим. Наҙанға фекер әйтеп баҡтың ни — эт ҡойроғона ынйы-мәрйен таҡтың ни! К. Фазлый.
ЫНЙЫСӘҘӘП (Р.: блёстки; И.: sequins; T.: pul, payet) и. диал. ҡар. елбәҙәк II.
Балыҡ тәңкәһе кеүек кенә, йоҡа, ялтырауыҡ, йылтыр биҙәүес. □ Блёстки. Ынйы-сәҙәп баҫыу. Ынйысәҙәп тағыу.
ЫНЙЫ-СӘЙЛӘН и. йыйн. ҡар. ынйы-мәрйен. Ынйы-сәйлән менән биҙәу. Ынйы-сәйләндән эшләнгән ҡашмау.
ЫНЙЫ СӘСКӘҺЕ (Р.: ландыш майский; И.: May lily; T.: müge) и. бот.
Ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ваҡ аҡ сәскәле, тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. □ Ландыш майский (лат. Convallaria majalis). Ынйы сәскәһе еҫе. Ынйы сәскәһе орлоғо. ■ Мин ынйы сәскәһен бик яратам. Тик улар ҙа беҙҙең ҡалала уҫмәйҙәр шул. Ә. Бикчән-тәев. Ниһайәт, беҙ куҙгә-куҙ текәштек һинең менән, ынйы сәскәһе! Й. Солтанов.
ЫНЙЫТЫУ (ынйыт ) (Р.: мучить; И., pester; vex; T.: eziyet etmek) ҡ. диал.
1. Ҡыйынлыҡ килтереү, яфа сиктереү; ыҙалатыу, яфалау, интектереү, ыҙалатыу. □ Мучить кого, надоедать кому. Кешене ынйытыу. ■ [Гәлиулла:] Йыртҡыстар кубәйҙе был заманда: тегендә фашистар ынйыта, бында буреләр йонсота. И. Ғиззәтуллин. Операция яһарға һуң, шуға файҙаһыҙға ынйытмайыҡ, — тип төңөлдөрҙө онколог. X. Тапаҡов.
2. Ҡайғы-хәсрәттән, ауыртыу-һыҙланыу-ҙан йәки башҡа ауыр хистән күҙҙән йәш түктереү; илатыу. □ Заставить плакать, доводить до слёз. Баланы ынйытыу. ■ [Мораҙым:] Тыныс ятҡан Урҙаны ынйыттым мин ҡон өсөн. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
3. Кемделер, насар һүҙ әйтеп, мөнәсәбәт күрһәтеп, урынһыҙға кәмһетеү, хәтерен ҡалдырыу; йөрәкте әрнетеү, йәберләү; рәнйетеү. □ Сильно обидеть. Ынйытып китеу. Нахаҡҡа ынйытыу.
ЫНТЫЛЫУ (ынтыл-) (Р.: тянуться; И.: reach for; T.: uzanmak) ҡ.
1. Нимәгәлер йәки ҡайҙалыр үрелеү; һонолоу. □ Тянуться за чем, протягивать руку за чем. Алырға ынтылыу. Алға ынтылыу. ■ Әсендергес уйына ҡолаҡ һалмаҫтан, [ҡыҙ] бөтә кәуҙәһе менән алға ынтылып ҡул болғаны. М. Ҡаһарманова. Аҡбуҙат бөтә асыуы мән Һәубәндең алдына килеп, баштарын сайҡап, сапсырға ынтыла башлағас, Һәубән һис тайшанмай ҡаршы барған, ти. «Аҡбуҙат».
2. Бер тарафҡа йүнәлеп, киҫкен хәрәкәт яһау; йомолоу. □ Стремиться, порываться, нестись. К Ул арала аҙғын әтәс, .. ҡаты яза аласағын һиҙенгәндәй, шым ғына ултырған еренән ҡапыл асыҡ ишеккә ынтылды. Д. Исламов. Атына ҡаршы йугермәксе булып ынтылды ла егет туҡтап ҡалды. М. Кәрим. Сафа, юлда нимәлер ялтырап ятҡанын куреп, тиҙерәк барып етергә ынтылды. Әкиәттән.
3. кусм. Нимәгәлер ирешергә тырышыу, күңел менән тартылыу. □ Стремиться, порываться. Үтәргә ынтылыу. Яҡтыға ын
80