ынйылы
■ Көрән ат үҙенең тәүге егәрлеге, ындым-лығы менән дөмпөлдәп .. китеп барыуында ине. Ғ. Дәүләтшин.
ЫНДЫР и. диал.
1. ҡар. ырҙын 1. ■ Бригадир инәйемә бик ҙур ышаныс белдереп:.. «Мәсрүрә апай, уборка бөткәнсе, ындырҙа эшләүселәрҙе ашатыу ҫинең өҫтә», - тип эш ҡушып киткәйне. Р. Шәкүр. • Һабанда һайрашмаһаң, ындырҙа ыңғырашырһың. Әйтем.
2. ҡар. ырҙын 2. Ындыр артындағы көтөү. Ындыр утау.
ЫНДЫРҺЫҘ (Р.: некрасивый; И.: homely; T.: çirkin) с. диал. ҡар. йәмһеҙ.
Ҡарар күҙгә йыуаныс бирерлек төҫө, күренеше булмаған, ямаҡ. □ Некрасивый, несуразный. Ындырһыҙ егет.
ЫНЖЫ ТАШЫ и. диал. ҡар. ынйы I, 1. Ынжы ташын йыйыу. Ынжы таштарынан муйынсаҡ.
ЫНЙЫ I (Р .: жемчуг; И.: pearl; T.: inci) и.
1. Ҡайһы бер диңгеҙ ҡабырсаҡтарында була торған аҡ, алһыу йәки ҡуйы һөт төҫөндәге затлы, перламутрлы матдә бөртөгө. □ Жемчуг. М Ынйынан ғына теҙелгән ҡалпаҡтар һандыҡ тулы булһа ла, абыстайҙың .. башҡаларҙа булмаған кейемдәр тектерәһе килеп кенә тора ине. М. Ғафури. • Даръя төбөндәге ынйынан тау башындағы таш артыҡ. Мәҡәл. Сәмләнгән суйындан семәр ҡойған, диңгеҙ төбөнә сумып ынйы йыйған. Әйтем. Ынйы бөртөгө ҙур булмай. Мәҡәл.
2. Аҡ төҫтәге бик ваҡ мәрйен. □ Бусина. Муйынсаҡтағы ынйы. ■ [Иштуған:] Емеш, һинең тештәрең матурҙар. Тығыҙлап ебәк епкә теҙгән ынйы һымаҡтар. 3. Биишева. Динә Йосоптоң оҙон сәстәрен, ынйы менән матурлап, теҙеп үргән — Йосоптоң сәстәренән нур бөркөп тора икән. «Йосоп менән Зөләйха». Аҡ уҡаға ынйы теҙҙем, бер бөртөгө ҡалғансы. Халыҡ йырынан. • Ынйының эт муйынында ҡәҙере юҡ. Мәҡәл.
3. күсм. Ижад әҫәрҙәренең һ. б. нәмәләрҙең биҙәге булырлыҡ иң яҡшы, һәйбәт үрнәктәре. □ Жемчужина. Халыҡ ижады ынйылары. ■ [Фәнүзә Нәҙершина] халҡыбыҙҙың рухи ынйыларын бар донъяға таны
тыу йәһәтенән өр-яңы йүнәлешкә нигеҙ һалды. М. Нәҙерғолов. Башҡорт музыка сәнғәтенең аҫыл ынйыһы булараҡ, «Ҡаһым түрә» йыры иһә күптән инде классик йырҙарыбыҙ рәтендә урын алған. Ф. Нәҙершина.
4. күсм. Йылтырап торған саф, ваҡ нәмәгә ҡарата әйтелә. □ Жемчужина. / Жемчужный. Ынйы теш. ■ Ҡояш нурҙары ла сағыулана, уның мамыҡ кеүек ҡар өҫтөндә йымылдаған бихисап ынйылары күҙҙе сағылдыра. Р. Өмөтбаев. Күк байтал, дағалы тояҡтары менән ынйы ҡарҙы шығырлата-шығырлата, үҙ көйө менән юрта. Ғ. Лоҡманов.
ЫНЙЫ II (Р.: коралл; И.: coral; T.: mercan) и. диал. ҡар. мәрйен 2.
Ҡайһы бер диңгеҙ йәнлектәренең ҡалдығынан эзбиз ултырмалары рәүешендә барлыҡҡа килгән асыҡ ҡыҙыл, ал, аҡ төҫтәге таш (эшкәртеп, биҙәү әйберҙәре яһайҙар). □ Коралл. Ҡыҙыл ынйы. Ваҡ ынйы.
ЫНЙЫҠ (Р.: пасмурный; И.: overcast; rainy; T.: kapalı) с. диал.
Һалҡын ямғырлы, йонсоу. □ Пасмурный, ненастный, дождливый. Ынйыҡ осор. ■ Ә тышта көҙ, һаман бик ынйыҡ ваҡыт әле. Б. Бикбай. Бикмырҙаның да кәйефе, ынйыҡ көн һымаҡ, һүрәнәйҙе. Ә. Хәкимов. Төтөн ынйыҡ кистең һауаһында йәйелеп, ҡоролған сатыр һымаҡ, лагерь өҫтөн тотошлай ҡаплап алды. Ғ. Ибраһимов.
ЫНЙЫЛАНЫУ I (ынйылан-) (Р.: переливаться, сверкать как жемчуг; И.: sparkle, sparkle like a pearl; T.: inci gibi parlamak) ҡ.
Ынйы кеүек йымылдау. □ Переливаться, сверкать как жемчуг. Ҡарҙар ынйылана. Ҡояшта ямғыр тамсыһының ынйыланыу ы.
ЫНЙЫЛАНЫУ II (ынйылан-) ҡ. төш. ынйылау, страд, от ынйылау. Ынйыланып бөтөу.
ЫНЙЫЛАУ (ынйыла-) (Р.: украшать жемчугом; И.: decorate with pearls; T.: inci ile süslemek) ҡ.
Ынйы менән биҙәү. □ Украшать жемчугом. Сигеүҙе ынйылау. Ынйылап ҡуйыу.
ЫНЙЫЛЫ (Р.: украшенный жемчугом; И.: decorated with pearls; T.: inci ile süslenmiş) c.
79