Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 78


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ымпы
ЫМПЫ (Р.: косноязычный; И.: tongue-tied; T.: dili ağır) с. диал. ҡар. һаҡау.
Телдәге ҡайһы бер өндәрҙе дөрөҫ, асыҡ әйтә алмаған йәки боҙоп һөйләгән. □ Косноязычный. Ымпы кеше. Ымпы булыу.
ЫМТАНЫУ (ымтан-) (Р.: восхищаться; И.: fall for; T.: hayran kalmak) ҡ. диал.
1. Бик яҡшы, матур нәмәгә таң ҡалып ҡарау, һоҡланыу. □ Восхищаться. Куршенең йортона ымтаныу. Ҡыҙҙың сәсенә ымтаныу.
2. ҡар. ымһыныу. Яңы тор машинаға ымтаныу.
ЫМҺАҢЛАУ (ымһаңла-) (Р.: выражать несогласие, высказывать недовольство; И.: disagree, express dissatisfaction; T.: mırın kırın yapmak) ҡ.
Риза булмайыраҡ һөйләнеү. □ Выражать несогласие, высказывать недовольство. Ымһаңлап алыу. Йыш ымһаңлау. ■ Ул [ҡарт хирург], тәулектең ҡайһы ғына сәғәтендә эшкә саҡырһаң да, зарланмай, ымһаңламай килеп етә. Ш. Янбаев.
ЫМҺЫН (Р .: надежда; И.: hope; T.: umut) и. һөйл.
Ниҙелер алыуға бағлаған эске өмөт, көслө теләк; тамғы. □ Надежда, желание, соблазн. Аңлайышһыҙ ымһын.
ЫМҺЫНДЫРЫУ (ымһындыр-) (Р.: соблазнять, прельщать кого', И.: tempt; T.: imrendirmek) ҡ.
Нимәгәлер эйә булыу теләге менән күңелде ынтылдырыу; өмөтләндереү. □ Соблазнять, прельщать, обольщать, искушать кого. Ымһындырып йөрөу. Кешене ымһындырыу. ■ Ваҡыт — мираж, һағым кеуегерәк ул: ымһындырып, ашыҡтырып атлата ла атлата. Ғ. Хөсәйенов. «Ҙур мәктәп», «курс» тәҡдиме ымһындырһа ла, Дауыт берәй вузда көндөҙ уҡырға теләге барлығын белдереп торманы. С. Шәрипов. Йырланаһы йырҙар ымһындыра, юлдар ту гел еңел. М. Хисамова.
ЫМҺЫНЫУ (ымһын-) (Р.: соблазняться, прельщаться; И.: be tempted; T.: imrenmek) ҡ.
Нимәгәлер эйә булыу теләге менән күңелдән ынтылыу; өмөтләнеү, там итеү. □ Соблазняться, прельщаться, сильно желать,
позариться. Уйынсыҡҡа ымһыныу. ■ [Мәрзиә — Хәмиткә:] Юҡҡа ымһындыҡ, мәмерйә курәбеҙ тип. Д. Бүләков. Кеше өлөшөнә ымһыныу ҙа яҡшы ту гел. Т. Ғарипова. Әбей буләк-маҙарға ымһынып ҡуйыр тип ҡурҡып, Әмир йәһәт кенә ике кеҫәһен ҡапшап алды. X. Ғиләжев. Ымһыныуҙан имсәк шеше була. Халыҡ ижадынан.
ЫМҺЫНЫШЫУ (ымһыныш-) ҡ. урт. ҡар. ымһыныу, взаимн. от ымһыныу. Ымһы-нышып тороу. ■ Юҡҡа йыйылып тормағыҙ, ымһынышып йөрөмәгеҙ, һеҙгә теймәҫ — көтмәгеҙ, — тигәс [Урал], барыһы таралған. «Урал батыр».
ЫМШАНЫУ (ымшан-) ҡ. диал. ҡар. ымһыныу. Кеше өлөшөнә ымшаныу.
ЫМЫЛЖЫ (Р.: пресный; И.: unleavened; T.: tatlı) с. диал. ҡар. сөсө.
Тоҙо һәм башҡа ҡырҡыу тәме юҡ йәки етерлек булмаған; киреһе — әсе. □ Пресный. Ымылжы икмәк. Ымылжы йыуа. Ымылжы аш.
ЫМЫС и. иҫк. ҡар. ымһын. ■ Орош бар ерҙә, әлбиттә, ырыҫ юҡ. Әммә әҙәм балаһында, тере йәндә ымыс бар. Ғ. Хөсәйенов. • Ымысы барҙың ырыҫы алда. Мәҡәл.
ЫНДЫМ I (Р.: выносливый; И.: hardy; T.: dayanıklı) с. диал.
1. Ҡарышмай, ҡаршылашмай тороусан, ыңғай, тыңлаусан (атҡа ҡарата). □ Выносливый, послушный (о лошади). Кубә тарттырыуға ындым ат.
2. Һәр эште лә бөтә күңелен биреп ихлас эшләй торған, тырыш. □ Старательный, усердный. Ындым егет.
ЫНДЫМ II (Р.: умеренно; И.: moderately; T.: ılımlı olarak) р. диал.
Бер төрлө генә, тыныс. □ Умеренно. Ындым атлау. М Юрға ындым ғына елә. С. Агиш. Ерҙең дә тауһыҙ, соҡорһоҙ булғанлығынан, көрән ат ындым ғына атлап алға барыуында булды. Ғ. Дәүләтшин.
ЫН Д ЫМ Л ЫҠ (ын д ымлығы) (Р.: послушность; И.: ductility; T.: uysallık) и.
Ҡарышмай, ыңғай, йәһәт йөрөүсәнлек сифаты. □ Послушность, выносливость.
78