Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 77


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ымм
йыйылғандар ҙа бәхәсләшә башлағандар, ти.
3. Биишева.
ЫЛЫШ I (Р.: болтушка; И.: kind of broth; T.: lapa) и. диал. ҡар. боламыҡ.
Ондо һыуға, һөткә йәки ҡаймаҡҡа болғап бешерелгән шыйыҡ бутҡа. □ Болтушка, мучная каша. Эҫе ылыш. Ылыш еҫе. Ылыш-тағы май.
ЫЛЫШ II с. диал. ҡар. ығыш. Ылыш егет. Ылыш булыу.
ЫЛЫШЫУ (ылыш-) ҡ. диал. ҡар. ығышыу. Ылышып килеп етте. Ылышып йөрөу.
ЫМ (Р.: знак; И.: sign, movement, gesture; T.: ima) и.
1. һүҙһеҙ аңлатыу өсөн бит, күҙ, баш, ҡул менән яһаған хәрәкәт; ишара. □ Знак, движение, жест, мимика, кивок рукой, головой. Ым менән курһәтеу. Ым менән ацлашыу. ■ Оҙон сәсле ир, ризалашып, өнһөҙ генә баш ҡаҡты ла, хужаның китергә рөхсәт биргән ымын кургәс, куләгәләй шым ғына ҡуҙғалып, булмәнән сығып китте. Р. Вәлиев. Ҡалғандарын һөйләуҙе мин уҙ әҫтәмә алам, — тигән мәғәнәне аңлатып, мин Ниязға ым яһаным. X. Зарипов.
2. кусм. Кинәйәле һүҙ. □ Намёк. ■ Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тип һөйләу бар. Ул тәрән кинәйә менән йәмғиәттәге ҡәби-ләуи, милли, синфи ала-ҡолалыҡҡа ым була. Ғ. Амантай. • Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та аҙ. Әйтем.
ЫМБЫЛ (Р.: воронка (на дне реки); И.: whirlpool; T.: girdap) и. диал. ҡар. сөмгөл.
Йылға, күл төбөндәге тәрән соҡор, ялдым, соңғол. □ Воронка (на дне реки). Ымбылға эләгеу. Ымбылдағы һыу. ■ Ашҡаҙарҡай һыуы ымбыл-ымбыл, ҡара көрән (ат) ҡалҡып йөҙә алмай. Халыҡ йыры.
ЫМ-ИШАРА (Р.: мимика; И.: mimical allusion; T.: mimik) и. диал.
һүҙһеҙ аңлатыу өсөн яһалған төрлө ҡул, баш хәрәкәте, ым, ишара. □ Мимика, жест. Таныш ым-ишара. Ым-ишара менән аңлашыу. ■ [Уҡыусыларым] һәр береһе хәрәкәттәр, ым-ишаралар менән яңылыҡтарын һөйләй, шатлығын уртаҡлаша. М. Бураҡаева. Рузидә, юҡ, бейемәй, ә ниндәйҙер ым-ишаралар яһай, дирижёрҙың тылсым таяғы
менән бар тирә-яҡты хәрәкәткә килтерә. Р. Камал.
ЫМ ҠАҒЫУ (ым ҡаҡ-) ҡ. диал. ҡар. ымлау. Куршегә ым ҡағыу. Ым ҡағып курһәтеу.
ЫМҠАНЫУ (ымҡан ) ҡ. диал. ҡар. ысҡаныу. Әйберҙе кутәрә алмай ымҡаныу. Эшләгәндә ымҡаныу.
ЫМЛАУ (ымла-) (Р.: подавать, делать знаки; И.: allude; T.: ima etmek) ҡ.
Ым менән белдереү, ишара яһау. □ Подавать, делать знаки, сообщать, указывать при помощи жестов, мимики. Ымлап курһәтеу. Ымлап саҡырыу. М Руль артындағы һөйкөмлө сырайлы урта йәштәрҙәге ағай уҙенең янындағы буш урынға ымланы. М. Иҙелбаев. Ҡарт эргәһендәге ҙур ғына бәйләмгә башы менән ымлап курһәтте. Д. Исламов. Алма биреп ымланым, мине тиңгә алманың, һарайыма барманың. «Урал батыр».
ЫМЛАШЫУ (ымлаш-) ҡ. урт. ҡар. ымлау. взаимн. от ымлау. Ҡыҙҙар ымлаштылар. М Вася менән Айбулат тупһаға тағы ипләберәк ултырҙылар ҙа .. шаян ымлашып йылмайыштылар. Һ. Дәүләтшина. Табын тирәләй ирәйеп ултырған турәләр, .. бер-береһенә мәғәнәле итеп ымлашып, ҡарт йырауҙы куккә кутәреп алҡышларға кереште. Ә. Хәкимов. Әшрәф менән ымлашып ҡына һөйләшәбеҙ: урманды шомло тынлыҡ солғаған, тауыш бирһәң, һил тертләр ҙә әҫтәңә ҡолар кеуек. Г. Яҡупова.
ЫМЛЫҠ (ымлығы) (Р.: междометие; И.: interjection; T.: ünlem) и. лингв.
Төрлө хис-тойғоно, ихтыяр-теләкте, кисереште белдергән һүҙ {мәҫәлән, аба, их, уф). □ Междометие. Эмоциональ ымлыҡтар. ■ «Их» ымлығы, мәҫәлән, һоҡланыуҙы, ғәжәп-ләнеуҙе, шатланыуҙы, шелтәләуҙе, упкәләуҙе белдерә. М. Әхтәмов.
ЫММ (Р .: ммм; И.: hmm; T.: hm) ымл.
Әйтә алмай уйлап йәки икеләнеберәк торғанда әйтелә. □ Ммм, гм, хмм (употребляется при затруднении в устном изложении мыслей). ■ [Мирғәли] ирендәрен ҡымтып, ымм, тип туҡталып ҡалды. М. Садиҡова. [Хәйрулла:] Ымм, профессор ҙа, депутат та булғас, ҙур кешеләр инде. С. Агиш.
77