ЫЛЫНЫУ
ЫЛЫНЫУ (ылын-) (Р.: переносить трудности; И.: live thnough, overcome difficulties; T.: ağırlıkları geçirmek) ҡ. диал.
Ауырлыҡ кисереү. □ Переносить трудности. Йәш саҡта ылыныу. Ылынып йәшәү.
ЫЛЫП (Р.: котомка, охотничий кошель из бересты; И.: bag, hunting bag made of birch bark; T.: torba) и. диал.
Арҡала йөрөтөү өсөн туҙҙан яһалған һауыт. □ Котомка, охотничий кошель из бересты. Ылыптағы ризыҡ. Ылып әҙерләү. Ылыпты аҫып алыу.
ЫЛЫСГӨЛ (Р.: аспарагус; И.: asparagus; T.: kuşkonmaz) и. диал.
Ылыҫ япраҡлы гөл. □ Аспарагус (лат. Asparagus). Ылысгөл еҫе. Ылысгөл төрө.
ЫЛЫҪ I (Р.: хвоя; И.: needle; T.: iğne-yaprak) и.
1. Ҡайһы бер ағастарҙың энә рәүешендәге япрағы. □ Хвоя. / Хвойный. Ҡарағай ылыҫы. Ылыҫ еҫе. Ылыҫ майы. Ылыҫ оно. Я Ҡырауҙан ағарған ылыҫтар .. күҙҙе иркә-ләй. Ш. Янбаев. Уларҙың [ҡарағайҙарҙың] ҡойолмай торған йәшкелт ылыҫтары, ҡараһыу төҫкә инеп, елһеҙ һауала тын һәм тәрән уйҙарға батып ултыралар. Д. Юлтый.
2. Энә рәүешендәге япраҡлы ағастың ботағы. □ Хвоя, ветка хвойного дерева. Ялбыр ылыҫ. ■ Ылыҫты усаҡ урынына түшәгәс, бер ҙә өшөттөрмәй. Г. Ғиззәтуллина. Йәнлек йәшен тиҙлеге менән күрше ҡарағайға һикерҙе лә ыҫпай ылыҫтар араһына сумып юҡ булды. И. Ноғманов. Тейен, күҙ асып йомған арала икенсе ҡарағайҙың ылыҫына аҫылынып, зыр-зыр әйләнеп торҙо ла ҡарағайҙың башына уҡ менеп китте. М. Тажи.
ЫЛЫҪ II (Р : водяной мох; И.: water moss; T.: su yosunu) и. диал.
Бер төптән ҡуйы булып сыҡҡан оҙон йәшел япраҡлы һыу үҫемлеге; күл мүге. □ Водяной мох (лат. Fontinalis antipyretica Hedw). Күтерҙәге ылыҫ. Ылыҫ сығарыу.
ЫЛЫҪ III (Р: иней; И.: rime; T.: kırağı) и. диал. ҡар. бәҫ.
һыуыҡта ағасҡа йәки башҡа нәмәгә өрпәк кенә булып ҡуна торған ҡырау. □ Иней.
Ылыҫ баҫыу. Ылыҫ ҡуныу. Ылыҫ менән ҡапланыу.
ЫЛЫҪЛЫ (Р.: хвойный; И.: coniferous; T.: iğneyapraklı) с.
1. Япрағы энә рәүешендә булған. □ Хвойный. Ылыҫлы ағас ботағы. ■ Тау түбәһенә күтәрелгән һайын, .. ҡыуаҡлыҡтар кәмей барып, берәм-һәрәм генә булып үҫкән ылыҫлы ағастар менән алышына. Ф. Әсәнов. Ҡара урман барған һайын йоҡара ла, шыйығая ла, ағастарҙың ылыҫлыһы күҙгә күренеп кәмей, япраҡлылары арта. И. Ноғманов.
2. Шундай ағастарҙан торған. □ Хвойный. Ылыҫлы урман. ■ Ҡаршыла ғына шырлыҡ һымаҡ ылыҫлы урман һуҙылып киткән. Р. Байбулатов. Саф һауалы йәм-йәшел ылыҫлы урман эсе бал ҡорттарының өҙлөкһөҙ геүләүе һәм тәмле-татлы сәскәләр еҫе менән тулған. Я. Хамматов.
ЫЛЫҪЛЫЛАР (Р.: хвойные; И.: conifers; T.: iğneyapraklılar) и. бот.
Ғәҙәттә, энә рәүешендәге мәңге йәшел япраҡлы, яланғас орлоҡло ағас һәм ҡыуаҡтар класы. □ Хвойные (лат. Pinophyta или Coniferae). Ылыҫлылар төркөмө. ■ Дала менән тауҙар иле аралығын йәшелләүсе был ҙур булмаған туғайлыҡтарҙа башҡорт ерендә үҫмәле ағастарҙың ылыҫлыларҙан башҡаһы йәмғеһе бар. Й. Солтанов.
ЫЛЫУ I (Р.: водяной паук; И.: divingspider; T.: su örümceği) и. зоол.
1. Һыу өҫтөндә йүгереп йөрөгән оҙон ботло үрмәксе, һыу үрмәксеһе. □ Водяной паук, паук-серебрянка (лат. Argyroneta aquatica).
2. Оҙон аяҡлы бәләкәй үрмәксе. □ Паук-сенокосец, длинноногий паук (лат. Pholcus phalangioides). Ылыу үргән ay.
ЫЛЫУ II (P.: дракон; И.: dragon; T.: ejderha) и. иҫк.
Бер нисә башлы ҙур йылан ҡиәфәтендәге йөҙйәшәр яман мифик зат, аждаһа. □ Дракон. Ылыуға әйләнгән йылан. Күлдәге ылыу. ■ Бер саҡ дөйә, сысҡан, юлбарыҫ, һыйыр, ҡуян, ылыу, йылан, йылҡы, ҡуй, мышы, тауыҡ, эт, сусҡа кеүек бер килке януарҙар ошо алтынсы март көндө урманда бергә
76