ылымыҡ
ЫЛЫҒЫШЫУ (ылығыш ) ҡ. урт. ҡар. ылығыу, взаимн. от ылығыу. Балаларса ылығышыу тип кенә ҡарау. ■ Бүтәндәр, ҡыҙыҡһынып, улар [Булаттимер менән Мәүлит ] тирәһенә ылығыштылар. Б. Рафиҡов. Иртәнсәк, һалҡын саҡта, һарыҡтар ылығы-шып ҡына йөрөйҙәр. Ә. Вәли.
ЫЛЫЙ (Р.: ой; И.: ouch!; heavens!; T.: ау!) ымл. диал.
Ҡурҡыу, аптырау ымлығы. □ Ой (междометие удивления, испуга). Ылый, ул да килгән. Ылый, малайың ҡалай дан булып үҫеп киткән. Ылый, ҡайҙан килеп сыҡтың?
ЫЛЫҠТЫРЫЛЫУ (ылыҡтырыл-) ҡ. төш. ҡар. ылыҡтырыу 2. страд, от ылыҡтырыу 2. ■ Был мөһим эшкә бөтә салғы күтәрерлек кеше ылыҡтырылды. Р. Өмөтбаев. [Игнат Петрович] фәҡир балаларының мәктәпкә ылыҡтырылыуы менән ҡыҙыҡһынды. И. Ғиззәтуллин. Риф йыуаш тәбиғәтле бала булған, уларға [башҡаларғаJ ышаныуы сәбәпле, аяуһыҙ рәүештә енәйәткә ылыҡтырылған. X. Зарипов. Ҡайһы бер ғалим-ғөләмәләр дәүләт органдарына ла, хөкүмәт эштәренә лә ылыҡтырылды. Р. Камал.
ЫЛЫҠТЫРЫУ (ылыҡтыр-) (Р.: привлекать; И.: attract, draw; T.: çekmek) ҡ.
1. Уй, күңелде тартыу; йәлеп итеү. □ Привлекать, притягивать. Иғтибарҙы ылыҡтырыу. ■ Күлдең таҙа һыуы, балығы, бындағы климат бигерәк тә йәй көндәрендә бик күп кешеләрҙе ылыҡтыра. Р. Шәкүр. Ҡурай моңо торған һайын уны [Мәҙинәне] үҙенә ылыҡтырҙы, әҫәрләндерҙе, йөрәген тетрәтте. Д. Бүләков. Вәсилә уларҙы [ҡыҙҙарҙы], бик ауыр яҙмышлы булһа ла, үтә сабырлығы менән ылыҡтырҙы. Р. Ғабдрахманов.
2. Ниндәйҙер эш-хәлгә тартып ҡатнаштырыу; йәлеп итеү. □ Вовлекать, привлекать. Һүҙгә ылыҡтырыу. Мәктәпкә ылыҡтырыу. Ш [Ҡыҙрасов Батырҙы] балалар баҡсаһына ла үҙе йөрөттө, мәктәпкә йыйылыштарға ла үҙе барҙы, бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырҙы. Т. Ғарипова. Игнат Петрович [Гәүһәргә] ун һигеҙҙән түбән бөтә кешене көндөҙгө уҡыуға ылыҡтырырға ҡушҡайны. Г. Ғиззә
туллина. Шәриғәт ҡыҙ-ҡатынды яуға ылыҡтырыуҙы хупламай кеүек. С. Ильясов.
3. диал. Айғырға ҡушыу; аталандырыу; тороҡтороу. □ Случать (кобылу). Йәш бейәне ылыҡтырыу. Бейәләрҙе ылыҡтырыу осоро.
ЫЛ ЫМ ШЫЛ ЫМ (Р.: всякая мелочь; И.: any trifle; T.: ufak tefek eşya) и. йыйн. диал.
1. Баһаһы булмаған теләһә ниндәй ваҡ-төйәк нәмәләр. □ Всякая мелочь. Ылым-шылым һатып алыу. Ылььм-шылым йыйыу.
2. кәмһ. Ерәнгес нәмә. □ Гадость. Сүп-лектәге ылым-шылым. Тауыҡ һарайындағы ылым-шылым.
3. Юл ыңғайы үтеп барған кешеләр. □ Прохожие, проезжие. Ылым-шылым килеп тора. Ылым-шылым күбәйгән.
ЫЛЫМ-ШЫЛЫМ ЙӨРӨҮ (ылым-шылым йөрө-) (Р.: ходить бесцельно, болтаться; И.: hang about; T.: dolanmak) ҡ. диал.
Ҡайҙа етте шунда бәрелеп-һуғылып йөрөү. □ Ходить бесцельно, болтаться. Ылым-шылым йөрөгән йәштәр. Балалар ылым-шылым йөрөйҙәр.
ЫЛЫМЫҠ I (ылымығы) (Р.: водоросль; И.: alga; T.: yosun) и. бот.
Һайыраҡ урындарҙа һыу төбөнә еп һымаҡ һуҙылып, түшәлеп үҫкән, саң-һеркә ярҙамында үрсей торған үҫемлектәрҙең дөйөм исеме; сай, тәлмәрйен ебәге. □ Водоросль (лат. Algae). Ҡүп күҙәнәкле ылымыҡтар. Йылға ылымығы. ■ Сабаҡ селбәрәһе .. йылҡ итеп һыу төбөндәге ылымыҡҡа моронон төртөп алған була, шунан тағы ситкә ялтана. Н. Мусин. Йоҡа ғына боҙ ҡабырсығы япҡан йылға төбөндә таштар, туң ылымыҡтар күренә. Й. Мостафин. Иҫке үҙән-дәрҙе, баҡасай, ылымыҡ алған күләүектәрҙе буръяҡ һыу баҫҡан. 3. Ураҡсин. • Тымыҡ күлде ылымыҡ баҫа. Әйтем.
ЫЛЫМЫҠ II (Р.: приветливый; И.: communicable; T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. илгәҙәк.
Кешегә ылығып барыусан. □ Приветливый, тянущийся к людям. Ылымыҡ күрше. Ылымыҡ бала.
75