Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 74


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫЛДЫМ-ЙЫЛДЫМ ИТЕҮ
ЫЛДЫМ-ЙЫЛДЫМ ИТЕҮ (ылдым-йылдым ит-) (Р.: поторапливаться; И.: get on the ball; T.: çabuk davranmak) ҡ. диал.
Йәһәтләү, хәстәрләү. □ Поторапливаться.
• Ылдым-йылдым иткән ике туйыр, иң-һынын тартҡан тик торор. Мәҡәл.
Ы Л ЙЫР АТЫУ (ылйырат-) ҡ. ҡар. ылбыратыу. Ылйыратҡансы кейеү. Ылйыра-тып бөтөү.
ЫЛЙЫРАУ (ылйыра-) ҡ. ҡар. ылбырау 1, 2. Ылйырап бөткән күлдәк. ■ Өҫтәрендә — ылйырауҙың сигенә еткән, ҡырылмаһа ҡырҡ ямаулы кейем; юл саңы борхотоп, ялан аяҡ килеш кенә атлаусылары ла күп. Ғ. Ибраһимов.
ЫЛҠАЛАНЫУ (ылҡалан-) (Р.: изнашиваться; И.: wear out; T.: yıpranmak) ҡ. диал.
Тетелеп туҙыу. □ Изнашиваться, растрепаться. Тун ылҡаланған. Өҫ кейемдәре ылҡаланып туҙған. ■ Ҡапҡанан сыҡҡас та, ылҡаланып бөткән күлдәген елпелдәтеп, бумала кеүек сәсен туҙҙырып, ул [Зөлфиә] урам буйлап йүгерҙе. Я. Хамматов.
ЫЛҠА-ҺАЛҠА (Р.: кое-как, так себе; И.: by halves; T.: özensizce) р. диал. ҡар. илке-һалҡы.
Әһәмиәт тә, иғтибар ҙа бирмәй; арлы-бирле. □ Кое-как, так себе. Ылҡа-һалҡа бейеү. Ылҡа-һалҡа эшләү.
ЫЛҠАҺЫҘ (Р.: изношенный; И.: worn out; T.: yıpranmış) с. диал.
Бик ныҡ туҙған, тетелеп бөткән. □ Изношенный. Ылҡаһыҙ кейем. Туны ылҡаһыҙ булып бөткән.
ЫЛҠАҺЫ ҠАЛМАУ (ылҡаһы ҡалма-) ҡ. диал. ҡар. ылбырау. ■ Терентий киҫкен хәрәкәт менән ылҡаһы ҡалмай теткеләнеп бөткән күлдәген өҫкә һыпырып ебәрҙе лә арҡаһы менән Ҡуприянға боролдо. И. Ноғманов.
ЫЛҠЫЛАНЫУ (ылҡылан-) ҡ. диал. ҡар. ылҡаланыу. Малайҙың кейеме ылҡыланған. Ылҡыланып бөткән бүрек.
ЫЛҠЫН ИТЕҮ (ылҡын ит ) (Р.: наедаться; И.: eat one’s fill; T.: doymak) ҡ. диал.
Мул итеп ашап-эсеү. □ Наедаться, объедаться, обильно есть. ■ Ҡымыҙ һауып, бал
әсетеп, ҡунаҡ килһә, ылҡын иттек. Ф. Туй-кин.
ЫЛҠЫНЫУ (ылҡын-) (Р .: есть взахлёб; И.: choke (with); T.: boğulur gibi yemek) ҡ. ҡар. йотлоғоу 1.
Туймаҫтай булып, ҡылҡынып ашау, эсеү һ. б. □ Есть, пить, вдыхать взахлёб. Ылҡы-нып һыу эсеү. Ылҡынып ашау.
ЫЛМАЙЫУ (ылмай-, ылмая) ҡ. диал. ҡар. элмәйеү 1. Үңәсе ылмайып, ябығып киткән.
ЫЛПЫЛДАУ I (ылпылда-) (Р.: быть вязким; И.: be viscous; T.: batak olmak) ҡ. диал.
Батҡыл булыу. □ Быть вязким, топким. Һаҙ ылпылдап ята.
ЫЛПЫЛДАУ II (ылпылда-) (Р.: быть недопечённым; И.: be underbaked; T.: pişmemiş olmak) ҡ. диал.
Бешеп етмәү. □ Быть недопечённым. Икмәге ылпылдап тора.
ЫЛЫҒЫМ (приветливый; И.: affable, friendly; T.: güleryüzlü) с. диал. ҡар. илгәҙәк.
Асыҡ йөҙлө, тиҙ аралашыусан; алсаҡ. □ Приветливый, любезный, радушный. Ылы-ғым ҡыҙыҡай.
ЫЛЫҒЫУ (ылыҡ-) (Р.: льнуть, прильнуть; И.: cling to; T.: yapışmak) ҡ.
1. Ҡемгәлер йәки нимәгәлер тартылыу, һырығыу. □ Льнуть, прильнуть, тянуться, тяготеть к кому, чему. ■ Ат та кемгә ылығырға ла, кемдән тайырға ла белә шул, — тине Анна. А. Абдуллин. Ошо йәйҙе Риф, һис көтмәгәндә, бер төркөм елғыуар үҫмерҙәргә ылығып китте. X. Зарипов.
2. Күңел менән тартылып эйәләшеү, үҙләшеү. □ Тянуться к кому, чему, испытывать влечение к кому. Ылыға алмау. Ылығып китеү. М Данир Гамилға элекке кеүек ылығып бармай ине инде. Р. Байбулатов. Ҡарт ҡартҡа тартыла, йәш йәшкә ылыға, ә яттың күҙе ҡыҙылға төшөүсән. Р. Камал.
3. Ниндәйҙер эш-хәлгә ҡатнашыу, ҡушылыу. □ Примкнуть, участвовать, стремиться. Ижадҡа ылығыу. ■ Ауылға Ҡарғалы, .. Ырымбур яҡын булғанлыҡтан, Иманғол кешеләре аң-белемгә тиҙерәк ылыҡҡандар. Б. Бикбай.
74