ылдым
2. Бесән, кәлтә кеүек нәмәләрҙе киптереү өсөн ерҙән күтәртеп яһалған ҡоролма.
□ Помост (для стога). Ылашҡа һалынған кәбән. Ылашҡа ҡуйыу. ■ Улаҡҡа ҡарт ҡайындың сыбыҡтарын йәйеп, уның иңенә ҡаҡҡан ылаштың ныҡлығын тикшереп, берәм-берәм тартып ҡараны [Сәйфетдин]. Я. Хамматов. Көс еткеһеҙ һалмаҡ ылашты унлаған әзмәүер бер яҡ ситенән көскә күтәреп таяуҙарға терәтте лә «тел»гә элде. И. Ноғманов.
ЫЛАШ II (Р.: крыло верши; И.: detail of a weir (fish-trap); T: ağ) и. диал.
Мурҙа ҡанаты. □ Крыло верши. Ылаш үреү. Тал ылаш.
ЫЛБИҘАҠ (ылбиҙағы) (Р.: украшение; И.: attire; T.: süs) и. диал. ҡар. елбиҙәк 2.
Кемделер йәки нимәнелер биҙәү, уға йәм биреү өсөн хеҙмәт иткән затлы йәки матур нәмә. □ Украшение. Ылбиҙаҡ тағыу. Шыршылағы ылбиҙаҡ.
ЫЛБЫРАТЫУ (ылбырат-) (Р.: обтрепать; И.: wear threadbare; T.: yıpratmak) ҡ.
1. Тота алмаҫлыҡ хәлгә килтереү; ситтәрен таушалдырыу, өлтөрәтеү, иҙрәтеү.
□ Обтрепать. Күлдәкте ылбыратып бөтөү. Итекте ылбыратыу. М Сәлмән ҡағыҙ остоҡтарын, ылбыратҡансы йомарлап, утһыҙ мейескә ырғытты. С. Шәрипов.
2. Иҙгәнсе бешереү. □ Разварить. Итте ылбыратыу. ■ Әүәле ундай хәлдәр булғылаған ул, өйрәнгән кешегә әллә ни тормай, һарыҡты ылбыратҡансы бешереп ашлауға һалалар, тоҙ һибәләр. Р. Солтангәрәев.
ЫЛБЫРАУ (ылбыра-) (Р.: обтрепаться; И.: wear threadbare; T.: yıpranmak) ҡ.
1. Иҫкереп йәки йомшап, үҙенән-үҙе өҙөлөп, таралып тороу; иҙрәү. □ Обтрепаться. Ылбырап бөткән етен костюм. ■ Уныһы [Мөнәй әбейҙең дини китабы], күп уҡыуҙанмы, әллә боронғолоҡтанмы, ылбырап бөткән. Р. Сабитов. Камыт-ыңғырсаҡ, еп-йышыу ылбырап бөткән. Ә. Хәкимов. Гәзит, ҡулдан ҡулға күсеп йөрөй торғас, ылбырап бөтә, йыш ҡына миңә кире әйләнеп ҡайтмай ине. Н. Мусин.
2. Ныҡ, үтә, иҙелгәнсе бешеү. □ Развариться. ■ Әсәйем ҡайтҡас, ылбырап бөткән картуфты табаҡҡа һалып, ҡул менән ҡа
мыр иҙгән һымаҡ иҙә. Н. Ҡотдосов. Бындай томрала аш ашай алмам тип уйлағайны Рауза, бишбармаҡты ла, ҡаҙанда ылбырап бешкән итте лә бик яратып ашаны. Ш. Янбаев.
ЫЛБЫРҒАУ (ылбырға-) (Р.: разложиться; И.: decay; T.: çürümek) ҡ. диал.
Тейешһеҙ шарттарҙа оҙаҡ булып, боҙолоу, тарҡалыу, сереү. □ Разложиться, гнить, преть, һыуға ылбырғау. Мөгәрәптәге картуф ылбырғаған.
ЫЛҒЫ (Р.: сплошь; И.: throughout; Т.: tüm) р. диал. ҡар. тотош.
Бөтә булған өлөш, берәмектәр күләмендә; тулыһынса. □ Сплошь, подряд. Ылғы урман менән ҡапланған тауҙар.
ЫЛҒЫЙ I (Р.: постоянно; И.: permanently; T.: daima) р.
һәр ваҡыт, гел. □ Постоянно. Ылғый бер һүҙ һөйләү. М Ылғый йырлау менән генә эш бөтмәй бит, һөйләшергә кәрәк инде. М. Тажи. Ылғый иңкәйеп эшләүҙән көмрәйгән арҡаһын иҫәпкә алмағанда, уға [Ренар бабайға] илленән артыҡ бирә алмаҫһың. X. Мохтар.
ЫЛҒЫЙ II (Р .: только, лишь; И.: merely; T.: sadece) киҫ.
Һан, состав яғынан сикләп килә; тик, гел генә. □ Только, лишь. Ылғый йәш егеттәр. Ылғый тау ҙа тау. И Кунаҡ саҡырғас, ылғый тегеләй үлән, мәтрүшкә сәйе эсеп ултырып булмаҫ инде. Ғ. Дәүләтшин.
ЫЛДЫЙ (Р.: уклон; И.: skew; T.: eğim) и. диал. ҡар. һарҡыу III.
Түбәнгә табан киткән ер; киреһе — үр. □ Уклон, откос. Ылдый ер. Ылдый ерҙән атлау.
ЫЛДЫМ (Р.: проворный, резвый; И.: agile; frisky; T.: çevik) p.
Ҡарышмай ыңғай, йәһәт йөрөүсән. □ Проворный, резвый. ■ Турысайы ылдым ғына юрта башлағас, Сабур ҡаршы өргән елгә ҡабырғаһы менән боролоп бер аҙ барҙы ла .. санаһына ултырҙы. Р. Өмөтбаев. Шоңҡар ҙа, Турысай ҙа — ылдым мал, ә көскә ултырып бөтмәгәндәр. Й. Мостафин. Кара-маҡҡа ышанысһыҙ ғына күренгән борам ишараты, ауыр йөктө ҡымшанмай ҙа тартҡан егәрле ат һымаҡ, ылдым булып сыҡты. Ш. Янбаев.
73