ЫЛАСЫН ҺЫМАҠТАР
егет һылыуын күтәреп алған. Й. Солтанов. Командир молодец, ысын ыласын ул, малай,— Куликов Трофимовтан һоҡланыулы ҡарашын алманы. А. Мағазов. • Ыласындың ҡоласы киң. Әйтем.
ЫЛАСЫН ҺЫМАҠТАР (Р.: соколиные; И.: the falcon family; T.: doğangiller) и. зоол.
Ыласын кеүектәр отрядына ҡараған ҡоштар төркөмө. □ Соколиные (лат. Falconidae). Ыласын һымаҡтарҙыц классификацияһы. Ыласын һымаҡтарҙыц 60 төрө билдәле.
ЫЛАУ (Р.: подвода; И.: cart; T.: at arabası) и.
1. Йөк, кеше йөрөткән атлы арба йәки сана. □ Подвода. Ылау ебәреү. М Йөклө ылау менән ашыҡмай ғына барғанда — ике көнлөк юл. И. Ноғманов. Урман яғынан яралылар тейәлгән ылауҙар килеүен күреп, Айһылыу ҙа палатанан йүгереп сыҡты. 3. Биишева. • Ат аяғын ҡыҙғанған ылауҙан ҡотолмаҫ. Әйтем.
2. Бергә йөк тейәп, юлға сыҡҡан күмәк ат йәки машина төркөмө. □ Обоз. ■ Ылауҙың иц алдағыһына Бикмәт үҙе ултырғайны.
С. Агиш. Арыш менән бойҙайҙы ла яҫмаға һалдылар, ылауҙар һаман элеваторға саба. Р. Камал. Бүрәнә тейәлгән тәүге ылауҙар һалпар һырты аша Эйек буйына оҙатылды.
3. Ураҡсин. Әйләр хан, утыҙ ылау ектереп, мәһәр ебәрә. «Алпамыша».
ЫЛАУ ҠЫУЫУ (ылау ҡыу-) ҡ. диал. ҡар. ылаулау. К Тау сәнәғәте үҫешеү менән тау заводтарына мәғдән, күмер, балсыҡ, эзбизташ, шулай уҡ пристандәргә әҙер продукция ташыу менән шөғөлләнгән ылау ҡыуыу үҫеш алған. М. Муллағолов.
ЫЛАУЛАУ (ылаула-) (Р.: возить, перевозить; И.: transport; T.: at arabası ile taşımak) ҡ.
Атҡа тейәп, ылау менән йөрөтөү. □ Возить, перевозить (на подводе обозом), заниматься извозом. Игенде ылаулау. ■ Ул Златоуст, Силәбе, Һамар менән генә эш итә, ашлығын ылаулап оҙата. Р. Камал.
ЫЛАУ САБЫУ (ылау сап-) ҡ.
1. ҡар. ылаулау. Ылау сабыу кәсебе. Әүәле ылау сабыуға яҡшы ызбурыйы булманы.
2. күсм. Өйҙән өйгә һүҙ ташыу. □ Сплетничать. Ылау сабыу — хәрәм ғәмәл.
3. күсм. Яза биреү. □ Наказывать. Эшләгәс эшләнем, ылау саптырмаҫһыц әле. Тыңлашмаған өсөн ылау саптырыу.
ЫЛАУСЫ (Р.: извозчик; И.: cab driver; T.: arabacı) и.
1. иҫк. Йөк тейәгән йәки кеше ултыртҡан егеүле ат менән юл йөрөүсе. □ Извозчик, возчик. Йөк өҫтөнә ултырып алған ылаусылар. М Ул арала таҡта арбалы ылаусылар әллә ҡайҙан килеп еттеләр. Һ. Дәүләтшина. Карт Сәлихкә күҙ төшөрөп алды ла ылаусыға ҡарап күҙ ҡыҫты. С. Агиш. Рядовой Заһретдин Итәлмасовты хужалыҡ взводына күсерҙеләр — йөк ташый торған ылаусы иттеләр. Р. Өмөтбаев.
2. Йөк тейәп, күмәк ат йәки машина менән килгән юлсы. □ Пассажир, приезжающий. ■ Ауылдан силос тейәгән ылаусылар килде. И. Ғиззәтуллин.
ЫЛАУЫР и. диал. ҡар. лауыр 1. Ылауыр булыу. Ылауырҙы дауалау.
ЫЛАУЫР ЕМЕШ (Р.: лекарственная трава от туберкулёза шейных желёз; И.: herb to treat tuberculosis of the glands; T.: bir tür şifalı ot) и. диал. ҡар. лауыр 2.
Лауыр ауырыуынан дауа итеп ҡулланылған оҙонса аҡһыл йәшел япраҡлы үлән. □ Лекарственная трава от туберкулёза шейных желёз. Ылауыр емеш орлоғо. Ылауыр емеш дауаһы. Ылауыр емеш йәй көсөкләй. Ирҙәргә иркәген, ҡатын-ҡыҙға сәскә атҡанын алабыҙ.
ЫЛАШ I (Р .: помост (для сушки курута)', И.: platform (for drying korut}, T.: kurut kurutma iskelesi) u.
1. Башлы йәш ҡоротто теҙеп һалып киптереү өсөн йәш талдан үрелгән, дүрт ҡаҙыҡ өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма. □ Помост (для сушки курута). Ылашты ыҫлап киптереү. ■ Ғәфүр менән Дамир өләсәйемдең һарай башындағы ылаштан кипкән ҡорот алып килә. Д. Шәрәфетдинов. Ылашта ҡыҙыл эремсектең тағы ла тәмлерәге тороп ҡалғандай. Ш. Янбаев. Байгилде ағай салғыларын сүкеп бөтөрөп, аласыҡ янындағы ылаш бағанаһына алып барып элде. 3. Биишева.
72