Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 71


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫЛАСЫН
ЫЛАҠ I (ылағы) (Р.: козлёнок; И.: kid; T.: oğlak) и.
1. Кәзә, ҡоралай бәрәсе. □ Козлёнок. Ылаҡ һымаҡ. 9 Һалҡын көндәрҙә бараҡта аҫыралған быҙау, ылаҡ, бәрәндәрҙән ҡалған еҫтәр, тары бутҡаһы, арыш икмәге еҫтәре тынды ҡурып бара. Б. Хәсән. Хужаларына үсеккәндәй итеп, кәзәләр, ылаҡтары менән улаҡ өҫтөнә менеп, төкөшөп, шаярып йөрөйҙәр. Ғ. Дәүләтшин. Байтимер көлөүҙән туҡтау менән, ылаҡ шырлыҡҡа инәһе артынан ташланды. Ф. Аҡбулатова.
2. (баш хәреф менән) астр. Уҡсы менән һыуғояр араһында килгән йондоҙлоҡ. □ Козерог. Ылаҡ — романтик билдә. 9 Ылаҡтарға үҙенең йәмғиәттә тотҡан урынын күрһәткән әйберҙәр ҡәҙерле. «Киске Өфө», № 52, 2011.
ЫЛАҠ II (ылағы) [рус. лак] (Р.: краска; И.: paint, colour; T.: boya) и. диал. ҡар. буяу.
Бер нәмәгә ниндәйҙер төҫ бирә торған матдә; буяҡ. □ Краска. Йөн ылағы. Иҙән ылағы. Тиҙ кибә торған ылаҡ.
ЫЛАҠ III (ылағы) и. диал. ҡар. ялғаш. Ылаҡтағы һыу. Ағастан соҡоп эшләнгән ылаҡ.
ЫЛАҠ IV (ылағы) и. диал. ҡар. улаҡ. Ылаҡҡа ем һалыу.
ЫЛАҠЛАУ (ылаҡла-) (Р.: ягниться; И.: lamb; kid; T.: kuzulamak) ҡ.
Ылаҡ килтереү; бәрәсләү (кәзә, ҡоралайға ҡарата). □ Ягниться, котиться. // Окот. Ылаҡлау мәле. Йәй ылаҡлау. 9 Ҡоралай һыуығы ҡоралай ылаҡлағанда була. һынамыш.
ЫЛАҠЛЫ (Р.: крашеный; И.: painted; T.: boyalı) с. диал. ҡар. буяулы.
Буяу менән ҡапланған. □ Крашеный. Ылаҡлы тәгәс. Ылаҡлы күнәк.
ЫЛАН (Р.: младенец; И.: infant; T.: bebek) и. диал. ҡар. сабый.
Йәш бала. □ Младенец. Бер айлыҡ ылан. • Итәктә — ылан, итәктән төшһә — йылан. Мәҡәл.
ЫЛАҢ (Р.: клич, призыв; И.: call; battlecry; T.: nara) и. диал. ҡар. оран 1.
Ырыуҙың билдәһе итеп алынып, шул ырыуҙы бер ергә саҡырғанда йәки яуға ҡуҙ
ғатҡанда әйҙәп ҡысҡыра торған шартлы һүҙ. □ Клич, призыв (входит в атрибутику родов и племён башкир). Ылаң һалыу. Үҫәр-гәндәрҙең ылаңы. 9 Сафтар булып теҙелешкән һыбайлылары алдында хандың йәнә ылаң тауышы яңғыраны. Ғ. Хөсәйенов.
ЫЛАҢҠЫ (Р.: тягость; И.: cumbrance; T.: ağırlık) и. ҡар. ауырлыҡ I, 4.
1. Көнкүрештәге ҡыйынлыҡ, мохтажлыҡ. □ Тягость, обуза, бремя. Ылаңҡы һалыу. 9 Уларҙың беҙгә ылаңҡыларынан башҡа нимәләре тейә? — тип әйтәләр мәшәҡәт һалған туғандарына ҡарата. 3. Аҡбутина.
2. Насарлыҡ, яманға әйләнгәнлек, боҙолғанлыҡ, аламалыҡ, яманлыҡ. □ Подлость, мерзость, пакость. Ылаңҡы эшләү. Ылаң-ҡыһы асылды.
3. Алам-Һалам. □ Хлам, старьё. / Ветхий, старый. Ылаңҡы кейем. Ылаңҡыларҙы ташлау.
ЫЛАП ЕГЕҮ (ылап ек-) (Р.: упряжка цугом; И.: team tandem; T.: atları birbiri ardına koşmak) ҡ. диал.
Ат ослап егеү. □ Упряжка цугом. Аттарҙы ылап егеү.
ЫЛАСЫН (Р .: сокол; И.: falcon; accipiter; T.: doğan) и. зоол.
1. Оҙон ҡыйғас ҡанатлы, үткер кәкре суҡышлы йыртҡыс ҡоштарҙың дөйөм исеме. □ Сокол (лат. Falco). Бейек осор ыласын. Ыласын сойөү. 9 [Юлыш менән Һабрау] Аҡһаҡ Тимергә бүләккә затлы эйәр-әпсенле алма сыбар айғыр, ҡырҡ баш йылҡы, ҡиммәтле йәнлек тиреләре, ике һунар ыласыны алдылар. Ә. Хәкимов. Атһа, осҡан ыласынды алыр, һуҡһа, ете кешене ҡолатыр, типһә, тимерҙе өҙөр ине, ти, ул. Ә. Чаныш. Тау ҡабырғаһындараҡ ыласын ҡошмо, әллә әтәл-геме, бер өйөр сыйырсыҡтарҙы өйөрә. А. Таһиров. • Ыласын ҡошҡа һауа ҡәҙерле, сапҡан атҡа дала ҡәҙерле. Мәҡәл. Турғайҙың тоҙағына ыласын төшмәҫ. Мәҡәл. Һәр ҡош осоп ыласын булмай. Әйтем.
2. күсм. Батыр, ҡыйыу кешегә ҡарата әйтелә. □ Сокол (о человеке). Ыласындар төйәге. 9 «Күсимов ысын ыласын да баһа»! — тине [Ниғмәтйәнов], тулҡынланып. Я. Хамматов. Елеп-сабып барышлайы уҡ, ыласын
71