ЫҠТЫРМА
ЫҠТЫРМА (Р.: суслон из десяти снопов; И.: stack of ten sheaves; T.: on demet) u. диал.
Ун көлтәле һоҫлан. □ Суслон из десяти снопов. Тары көлтәһен ыҡтырмаға һалыу.
ЫҠТЫРЫУ I (ыҡтыр-) (Р.: пригнуть; И.: bend down; T.: eğmek) ҡ.
Ауыш хәлгә килтереү, эйеү. □ Гнуть, пригнуть. Муйылды ыҡтырыу. Йәш ҡайынды ыҡтырыу.
ЫҠТЫРЫУ II (ыҡтыр ) ҡ. диал. ҡар. ығыштырыу II. К Ярай, Сәлмән Ҡыҙыл һыуындай оҙон-оҙон уйҙар уйлап, угеҙен ыҡтырып ҡайта торһон, беҙ уның белешенә киләйек. Әкиәттән.
ЫҠШАНЛАУ (ыҡшанла-) (Р.: кокетничать; И.: coquet; T.: cilvelemek) ҡ.
Кемгәлер оҡшарға тырышып ҡыланыу; ҡыйшанлау. □ Кокетничать, заигрывать. Егеттәргә ыҡшанлау. ■ Стәрлетамаҡта Осиповтарға туҡталғас, майорҙың ыҡшанлап йөрөгән ҡыҙына Романдың был юлы иғтибар иткеһе лә килмәгәйне. Н. Мусин. [Кубәләктәрҙең] шуғыраҡ холоҡлолары, ана, ыҡшанлап бер була. Т. Сәғитов.
ЫҠШЫҠАЙ (Р.: кокетка; И.: puss; Т.: koket) и. диал.
Кемгәлер оҡшарға тырышып ҡыланған ҡатын-ҡыҙ, ҡыйшандаҡ. □ Кокетка. Матур кейенгән ыҡшыҡай. Бәләкәй ыҡшыҡай.
ЫҠШЫМҺЫҘ (Р.: смирный; И.: meek; T.: uslu) с. диал.
1. Артыҡ йыуаш, йомшаҡ, өнһөҙ-һүҙһеҙ, баҫымсаҡ. □ Смирный, кроткий, безответный, безропотный, молчаливый. Ыҡшымһыҙ бала. Ыҡшымһыҙ ҡыҙ. Ыҡшымһыҙ булып уҫеу.
2. Тупаҫ телле. □ Грубый на язык. Ыҡшымһыҙ ҡатын. Ыҡшымһыҙ, әйтһә, ныҡ әйтә.
3. һыны, рәүеше килешһеҙ, ямаҡ, килбәтһеҙ. □ Неуклюжий, нескладный; некрасивый. Ыҡшымһыҙ кәуҙә. Ыҡшымһыҙ аҙым.
4. Бер нәмәгә лә бошонмаған, уйлана белмәгән, моңһоҙ; ғәмһеҙ. □ Беспечный, беззаботный. Ыҡшымһыҙ кеше.
ЫҠШЫМЫРҺЫҘ с. диал. ҡар. ыҡшымһыҙ 4. Зәлифәнең ыҡшымырһыҙ ғына ире бар.
ЫҠШЫНЫУ (ыҡшын-) ҡ. диал. ҡар. ышҡыныу. Ишеккә ыҡшыныу. Йыш ыҡшыныу.
ЫҠШЫУ I (Р: медлительный; И.: sluggish; T.: yavaş) с. диал. ҡар. ығыш.
Ҡабаланмай, яй ҡуҙғалыусан; әкрен хәрәкәтле; мыштыр, бызмыр. □ Медлительный, копотливый, непроворный. Ыҡшыу әҙәм. Ыҡшыу бала. Ыҡшыу кеше лә инде, бер ҙә ашыҡмай.
ЫҠШЫУ II (ыкшы-) ҡ. диал. ҡар. ышҡыу. Самауырҙы ялтыратҡансы ыҡшыу. Кулды ыҡшыу.
ЫҠЫ-БЫҠЫ (Р.: прохожий; И.: passerby; T.: gelip geçen kimse) с. диал. ҡар. үткенсе.
Үтеп, китеп барған теләһә ниндәй (кешегә ҡарата); уҙған-барған. □ Прохожий, проезжий, встречный. Ыҡы-быҡы кешеләр. Юлдағы ыҡы-быҡылар.
ЫҠЫЙ с. диал. ҡар. әрпеш. Ыҡый кеше. Ыҡый бала.
ЫҠЫЛДАУ (ыҡылда-) (Р.: запинаться; И.: stumble; T.: kekelemek) ҡ. диал.
Нимә әйтергә белмәү, ыҡ-мыҡ итеү. □ Запинаться; мямлить. Ыҡылдап, һөйләй алмай ыҙаланыу. Нимә әйтергә белмәй ыҡылдау.
ЫЛАГУН [рус. лагун\ (Р.: лагун; И.: scuttle cask; T.: katran kovası) и. диал.
Дегет күнәге. □ Лагун. Ылагунға тултырыу. Ылагун төбө.
ЫЛАЙ (Р.: топь; И.: bog; T.: bataklık) и.
1. Батҡыл урын; һаҙамыҡ, керәкә. □ Топь, топкое, вязкое место. Ылай аша уҙыу. Урмандағы ылай.
2. диал. Ҡыуаҡлыҡ үҫкән түңгәкле ер. □ Кочкарник, заросший кустарником. Ылай аша утеу.
ЫЛАЙҒЫ (Р.: ручей (от дождевых и талых: вод); И.: rivutet; brook; T.: dere) и. диал. ҡар. гөрләүек.
Яҙын ҡар иреүҙән йәки көслө ямғырҙан барлыҡҡа килеп, гөрләп аҡҡан һыу. □ Ручей (от дождевых и талых вод). Ылайғының сылтырап ағыуы. Тауҙан аҡҡан ылайғы.
70