Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 69


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҠТЫРА ТЕЙӘҮ
Ни әйтергә, нисек әйтергә белмәй буталып, тотлоғоу. □ Запинаться; мямлить. Ҡаушауҙан ыҡ-мыҡ итеу. ■ Илмырҙа ыҡ-мыҡ итте, кәрәк-кәрәкмәһә лә ике-өс тапҡыр йуткереп тә ҡуйҙы. Ш. Бикҡол. Вәләует-дин, алмаш-тилмәш баҫып, ыҡ-мыҡ итте. Т. Ғарипова. Атайым, меҫкен, нәмә урлап тотолған кеше кеуек ҡурҡып, ыҡ-мыҡ итте. М. Ғафури.
ЫҠСЫМ (Р.: аккуратный; И.: punctual; T.: özenli) с.
Күләм-дәүмәле ҙур булмаған, йәтеш, йыйнаҡ. □ Аккуратный, опрятный, небольшой. Ыҡсым ҡала. Ыҡсым ғына шәхси ҡунаҡхана. ■ Кусимов торған ыҡсым, йыйнаҡ фатир полк командирҙары өсөн генә ту гел, юға-рыраҡтар өсөн дә ҡунаҡсыл йортҡа әйләнә. Р. Өмөтбаев. Малайҙар, ауылға килеп ингәс, .. зауыҡ менән семәрләнгән ыҡсым өйҙәргә ҡыҙыҡһынып ҡарап барҙылар. Р. Сабитов.
ЫҠСЫМАТ р. диал. ҡар. ыҡтымат II,
2. Ыҡсымат ҡына кейенеу. Ыҡсымат атлау.
ЫҠСЫМЛАНЫУ (ыҡсымлан-) (Р.: становиться аккуратным, опрятным; И.: become neat; T.: özenli olmak) ҡ.
Ыҡсымға әйләнеү, ыҡсым булыу. □ Становиться аккуратным, опрятным, небольшим. Кулдәк ыҡсымланған. ■ Ҡарт кәуҙәгә ыҡсымланған, хәрәкәттәре еңел, дәртле. Ш. Янбаев. Ул [Волконский] бер тон эсендә кәуҙәгә ыҡсымланып, .. төҫкә-башҡа һурығып, ысын хәрби кешегә оҡшағайны. Я. Хамматов.
ЫҠСЫМЛАУ (ыҡсымла-) (Р.: делать аккуратным, опрятным, небольшим; И.: make it neat, tidy; T.: özenli etmek) ҡ.
Ыҡсым итеү, ыҡсым төҫ биреү. □ Делать аккуратным, опрятным, небольшим. Ыҡсымлап ҡуйыу. М Яҙыу машинкаһы артында ултырған ҡыҙ .. ҡара дерматин менән ыҡсымлап кәпләнгән ишекте асып ҡарағас, уға [Ғәлиәхмәткә] өндәште. Р. Байымов. Тирмә эсен Айым бик ыҡсымлап йыйыштырғайны. Ғ. Ибраһимов. Батырҙар билбауҙарын ыҡсымлап тотоп, бер урында туҙмәй, ары-бире йөройҙәр. «Аҡбуҙат».
ЫҠСЫМЛАШТЫРЫУ (ыҡсымлаш-тыр-) ҡ. ҡар. ыҡсымлау. ■ Фольклорға
куңеле һиҙгер булмаған кеше .. китапты ыҡсымлаштырыуы бик ихтимал ине. Ә. Сөләймәнов.
ЫҠСЫМЛЫҠ (ыҡсымлығы) (Р.: аккуратность; И.: exactitude; T.: özenlik) и.
Ыҡсым булған хәл. □ Аккуратность, опрятность. Кәуҙәнең ыҡсымлығы. ■ Уны [Маргарита Алексеевнаны] куҙҙәренең ихлас йылмайыуы, йөҙөндә балҡыған ҡунаҡсыллығы, һәр хәрәкәтенең ыҡсымлығы матурлай ине. Ш. Янбаев. Художниктар матурлыҡты, ыҡсымлыҡты яратыусан була. Яр. Вәлиев. Йылҡыбай тирмә эсендәге ыҡсымлыҡҡа, йыһаздарға иҫе китеп ултыра. «Зөһрә менән Алдар».
ЫҠТАНЫУ (ыҡтан-) (Р.: вздыхать; И.: neat; T.: of çekmek) ҡ. диал. ҡар. уфтаныу.
Ауыр хис-тойғонан «уф» тип әйтеү. □ Вздыхать, охать. Бушҡа ыҡтаныу. Ыҡта-нып йөрөу. Йыш ыҡтаныу.
ЫҠТЫМАТ I (Р.: опрятный; И.: tidy; cozy; T.: özenli) с. диал. ҡар. ыҡсым.
Күренеше, ҡиәфәте матур күренешле, йыйнаҡ, бөхтә. □ Опрятный, аккуратный. Ыҡтымат өй. Я Медведев — йыйнаҡ та, ыҡтымат та, өҫтәуенә, бик тыйнаҡ та ефрейтор — батареяның элекке дальномер -щигы ине. Ш. Бикҡол. Улар куптән әҙер торған, курәһең, яу-ярағы ла урынында, уҙҙәре лә походса ыҡтымат ине. Ғ. Хөсәйенов.
ЫҠТЫМАТ II (Р.: в меру; И.: into the measure of; T.: makul bir şekilde) р. диал. ҡар. самалы.
1. Һан, күләм яғынан сикле булған, етеңкерәмәгән. □ В меру, умеренно. Ыҡтымат ашау. Ыҡтымат эшләу.
2. Йәтеш, йыйнаҡ, ыҡсым. □ Аккуратно, опрятно. Ыҡтымат кейенеу.
ЫҠТЫРА ТЕЙӘҮ (ыҡтыра тейә-) (Р.: перегрузить; И.: congest; T.: fazla yüklemek) ҡ. диал.
Күп итеп тейәү. □ Перегрузить. Бесәнде ыҡтыра тейәу. Йөктө ыҡтыра тейәу. Я [Һөйәрбикәнең] атаһы ла шулай егәрле булды, әҙәм йоҡоһонан Ирәндеккә китеп, иртәнге сәйгә тиклем бер йөк, ыҡтыра тейәп, утын алып ҡайтыр ине. Р. Өмөтбаев.
69