Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 68


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ыҡ
2. Кемдеңдер яйы, ыңғайы. □ Лад, уговор. Йәштәр ығына йөрөу. Ыҡҡа индереу.
ЫҠ II (ығы) и. ҡар. ышыҡ. Ыҡта торған малдар.
ЫҠҠА КИЛЕҮ (ыҡҡа кил-) (Р.: поддаваться уговорам; И.: succumb to persuasion; T.: ikna olmak) ҡ.
Әйткәнде тыңлау. □ Поддаваться уговорам. М Элек һуҙсәнерәк, ыҡҡа барыусаны-раҡ була торғайнылар [немецтар], рустар уҙҙәрен Дунай ярына килтереп терәгәс, телдән яҙҙылар. И. Абдуллин. Бөтөнләй асмаҫ ине лә, тик Кәримдең ҡулында уны [Сату-раны] ыҡҡа һалып, мәжбурләрлек дәһшәтле әмәле бар шул. Р. Вәлиев.
ЫҠҠА КИЛТЕРЕҮ (ыҡҡа килтер-) ҡ. йөкм. ҡар. ыҡҡа килеү, понуд. от ыҡҡа килеү. ■ [Әсәйем] берәуҙәренә йылы һуҙ әйтә, икенселәренә аҡыл-кәңәш бирә, өсөнсө-ләрен оялтып ыҡҡа килтерә. Яр. Вәлиев. Кусемде яйлап ыҡҡа килтерҙе, уҙенә ауҙарҙы Айҙар. Ғ. Хөсәйенов. Кешенең хәленә инһәң, ыҡҡа килеп, һуҙеңә ҡолаҡ һала бит ул. М. Бураҡаева. Ыҡҡа килмәй куп тартҡылашһам да, Касимов ҡуйманы, кундерҙе.
В. Нафиҡов.
ЫҠЛАНЫУ (ыҡлан-) (Р.: льнуть; И.: cling to; T.: yapışmış gibi olmak) ҡ.
1. Ныҡ яҡын килеп терәлеү, һыйыныу. □ Льнуть, прильнуть, прижиматься. Әсәйгә ыҡланыу. S һуҙен әйтеп бөтөрә алманы Надя, алға сығып, еңгәһенә ыҡланды. Ә. Хәкимов. Уларҙың килеуҙәрен көтөп тороусылар, шунда уҡ кусеп ултырып, Кинйә менән Хөсәйенгә ыҡланды. Ғ. Ибраһимов.
2. төш. ҡар. ыҡлау I. страд, от ыҡлау I. Елгә ыҡланып барыу. ■ Кабаланмай ғына тәмәке көйрәтеп кергәс, [Илгиз менән Сәми-ҙең] кәйефтәре ыҡланып, йөҙҙәре яҡтырып китте, бер-береһенә упкәләшеу юҡҡа сыҡты. Ә. Әминев.
ЫҠЛАТЫУ (ыҡлат-) (Р.: направлять; И.: direct; T.: yöneltmek) ҡ.
Бер яҡҡа йүнәлтеү; ыңғайлатыу. □ Направлять. Кәмәне ярға ыҡлатыу. М Ниңә, быны ҡалдырабыҙмы ни? — тине [уҫмер малай — ҡыҙҙарға], арба кусәрен бурәнәнең йыуан башына ыҡлатып. Ә. Хәкимов. [Кола
айғыр] көтөуҙе бирмәй, ауыл яғына һөрә, ыҡлата башлай. М. Буранғолов.
ЫҠЛАУ I (ыҡла-) (Р.: направляться; И.: head for; quarterback; T.: yönelmek) ҡ.
1. Бер тарафҡа йүнәлеш алыу; ыңғайлау.
□ Направляться. М Һәр ырыу уҙ оранын һөрәнләп элеп тә алды, эркелешеп кисеугә лә ыҡланы. Ғ. Хөсәйенов. Сиркәу алдындағы халыҡ, шуны ғына көтөп торғандай, кутәр-мә яғына ыҡланы һәм, уртанан ара ҡалдырып, ике рәт булып теҙелде. М. Ямалетдинов. [Урал — Шулгәнгә:] Атам һуҙен тотманың, яуызлыҡҡа ыҡланың. «Урал батыр». Егет, бара торғас, ҡурай тауышы ишетеп, шаңлаған да шул яҡҡа табан ыҡлаған. «Аҡбуҙат».
2. Ышыҡ урынға инеү; ышыҡланыу.
□ Прикрываться, укрываться. Ыҡлап тороу. Н Ямантауҙың буйына бөтә йәнлек ыҡлаған. «Ҡараһаҡал».
3. кусм. ҡар. ығыу I, 6. М Уның [Юныс мырҙаның] яғына шулай уҡ Исмәғил кенәздең Мәскәу алдында утә ныҡ юхаланыуын өнәмәгән башҡа бей-турәләр ҙә ыҡланы. М. Ямалетдинов.
ЫҠЛАУ II (Р.: скалка; И.: rolling pin; T.: oklava) и. диал.
1. Ҡамыр йәйә торған йомро таяҡ; уҡлау.
□ Скалка (для раскатывания теста). Оҙон ыҡлау. ■ Кабул итеу булмәһендә ыҡлау йотҡан кеуек төҙгә ҡатып ултырған Мона-сыповты куреп, [Рәшит] тиҙ генә янына бара һалды. Б. Рафиҡов.
2. туҡ. Һуҡҡан киндер, балаҫты урай бара торған ағас таяҡ; борғоса. □ Пришва (часть домашнего ткацкого станка, на которую наматывают вытканный материал). Ыҡлау таяғы. Ыҡлау тишеге.
ЫҠЛАШЫУ (ыҡлаш-) ҡ. ҡар. ығыу. Йәштәргә ыҡлашыу. ■ Аҙ-маҙ ғына танышлыҡтары булғандар ҙа бындай ауыр көндәрҙә Арыҫланға ыҡлашырға тырыштылар. Ғ. Ибраһимов.
ЫҠМАТЛЫ с. диал. ҡар. ыҡсым. Ыҡ-матлы өй. Ыҡматлы кейем. Ыҡматлы кәуҙә.
ЫҠ-МЫҠ ИТЕҮ (ыҡ-мыҡ ит-) (Р.: запинаться; И.: falter; T.: kekelemek) ҡ.
68