Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 67


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫҠ
тауыш менән ызылдау. ■ Сәйәхәтсене Танаҡайҙың өҙәләнеп ызылдау ы оҙатып ҡалды. М. Ямалетдинов. Бына бер килеп .. мөңрәү ҡатыш ызылдауҙар, тамаҡ йыртып баҡырыуҙар ҡапыл ғына баҫылып ҡала ла, тирә-йүндә ғәжәйеп һиллек урынлаша. И. Ноғманов. Туҡал да быҙауын ҡурсалап, ялаштырып, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ызылдап ҡына торҙо. 3. Ураҡсин.
ЫЗЫЛДАШЫУ (ызылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ызылдау, взаимн. от ызылдау. ■ Ана һыйырҙарың ызылдашып торалар, һауа һалып ал! — тигән тауышҡа Айбикә, күҙен асып, һикереп торҙо. Һ. Дәүләтшина.
ЫЗЫ-СЫУЫТ и. ҡар. ығы-зығы. Донъяның ызы-сыуыты. Ызы-сыуыттан арыныу. Ызы-сыуыт башланды.
ЫЙ (Р.: ой; И.: gosh!; well; really; T.: ah!) ымл.
Аптырағанда әйтелә. □ Ой! (междометие удивления). Ый! Ни эшләйһең?
ЫЙҠАНЛАУ (ыйҡанла-) (Р.: кривляться; И.: grimace; T.: cilvelenmek) ҡ. диал. ҡар. ҡыланыу.
Күҙ-башты уйнатып, һырғаланыу, ҡылансыҡланыу, ҡыйшанлау. □ Кривляться, ломаться; кокетничать. // Кривлянье, ломанье; кокетничанье. Ҡыҙ бала ыйҡанлауы. Ыйҡанларға яратыу.
ЫЙҠАНЫУ (ыйҡан-) (Р.: угождать; И.: rub the right way; T.: yaranmak) ҡ. диал.
Ярарға тырышыу. □ Угождать. Ҡәйнәгә ыйҡаныу. Ыйҡанып йөрөү.
ЫЙПАЛАНЫУ (ыйпалан-) к. диал. ҡар. ышҡыныу. Ыйпаланма, әҫтәңдә туҙҙырырһың. Ишек яңағына ыйпаланыу.
ЫИЫҠ I (ыйығы) (Р.: гнойная опухоль (у лошади)', И.: purulent tumor; T.: irinli şiş)z/.
Аттың мундаһын, түшен ҡамыт, ыңғырсаҡ, эйәр һуҡҡандан боҙолоп, аҙған шешек. □ Гнойная опухоль (у лошади). ■ Айғыр, үгеҙ бесһенме, ҡорсаңғы йәки ыйыҡ аттарҙы дауалаһынмы, ҡыҫҡаһы, мал-тыуарҙа ниндәй сир булһа, уға [Базлый бабайға] ғына күрһәтәләр. Б. Бикбай. Сапҡан саҡта елкәһенә ыйыҡ эрендәре сәсрәп осҡан юрға ат хәҙер минеке. Ә. Муллағолов.
ЫЙЫҠ II (ыйығы) и. иҫк. ҡар. яурын. Киң ыйыҡ. ■ Ҡөрпә тундар кейҙем, ыйығымда торманы. Халыҡ йырынан.
ЫЙЫҠ БУЛЫУ (ыйыҡ бул-) (Р.: гноиться; И.: fester; T.: irinlemek) ҡ. диал.
1. Аттың мундаһы, түше боҙолоп, эрене һарҡып тороу, ыйыҡлау. □ Гноиться. Турысай ыйыҡ булған.
2. диал. Эҫенән, арыуҙан һ. б. хәл бөтөү, хәлһеҙ булыу; хәлдән тайыу; әлһерәү. □ Уставать, изнуряться. Ауыр эштән ыйыҡ булыу.
3. күсм. Кемдәндер йәки нимәнәндер ныҡ йонсоу, ялҡыу. □ Уставать, изводиться. Я [Айбулат] Ғәзимәнең бурҫылдауынан да, Имайҙың екеренеүенән дә йонсоп, ыйыҡ булып бөткән. Һ. Дәүләтшина.
ЫЙЫҠЛАУ (ыйыҡла-) (Р.: страдать гнойной опухолью (о лошади)', И.: suffer of purulent tumor; T.: irinlemek) ҡ.
1. Мундаһы, түше боҙолоп, ыйыҡ булыу (атҡа ҡарата). □ Страдать гнойной опухолью (о лошади). Бейә ыйыҡлаған.
2. күсм. Маҙа бирмәй, ныҡ йонсотоу. □ Утомлять, изнурять, изводить. Малды ыйыҡлау. Көнө-төнө ыйыҡлау. М [Надир командаһының кешеләре] Тайһуйған мәҙрәсәһен инде аҫтын-өҫкә килтерҙеләр, шәкерттәрен, хәлфәләрен ыҙалап, ыйыҡлап сығарҙылар. Ғ. Хөсәйенов.
ЫЙЫЛЫУ (ыйыл-) ҡ. диал. ҡар. эренләү. Күҙҙәр ыйылыу. Ыйылып бөтөү.
ЫЙЫТ (Р.: дух горя; И.: spirit of grief; T.: Üzüntü iyesi) и. миф.
Ҡайғы, хәсрәт эйәһе. □ Дух горя, печали. Ыйыт ҡыуыу. Ыйыт әпсене. Әбейҙәр: «Ыйыт баҫтыра», — тиҙәр.
ЫЙЫҺЫ (Р.: всего; И.: all in all; T.: hepsi) р. диал. ҡар. һәммәһе.
Бар булғаны; барлығы, бөтәһе. □ Всего. Ыйыһы ике ҡарыш ине. Ыйыһы ике һум тора.
ЫҠ I (ығы) (Р.: направление; И.: direction; T.: yön) и.
1. Хәрәкәт йүнәлеше; ыңғай. □ Направление. Ел ығына эйелеү. М [Малдар] баштарын буран ығына һалып, юшап торалар. Ғ. Дәүләтшин.
67