Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 101


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ысын
неләр [ғалимдар]. Н. Алсынбаев. Ниндәй ысулдар менән, ниндәй жанр аша еткерә уҙ фекерен — уныһы инде ижадсының һәләтенә ҡайтып ҡала. Ф. Кузбәков.
ЫСУЛЫ ЙӘДИТ [ғәр. Jj^l] (Р.: новый метод, способ; И.: new method; T.: usûl-i cedit) и. тар.
Егерменсе быуат башында уҡыу-уҡытыу эшендәге яңы ысул. □ Новый метод, способ.
ЫСУЛЫ ТӘҒЛИМ [ғәр. fâkj
(Р.: методика; И.: methods; T.: usûl-i talim) и. иҫк.
Теге йәки был фәнде уҡытыу, өйрәнеү ысулдары тураһындағы тәғлимәт. □ Методика. Яңы йунәлештәге ысулы тәғлим.
ЫСУЛЫ ТӘРБИӘ [ғәр. Ajjjj J^l| (Р.: педагогика; И.: pedagogics; T.: usûl-i terbiye) и. иҫк. ҡар. педагогика.
Тәрбиә һәм белем биреү тураһындағы фән. □ Педагогика. Ысулы тәрбиә дәресе.
ЫСЫҠ (ысығы) (Р.: роса; И.: dew; Т.: Çiy) и.
Йәйге кис йәки таңда үләнгә, үҫемлек һ. б. нәмәләр өҫтөнә ҡунған һыу тамсылары. □ Роса. Ысыҡҡа еуешләнгән улән. Таңғы ысыҡ. ■ Юл буйындағы уләндәр ысыҡ менән йылтырайҙар. С. Агиш. Ағас һәм улән япраҡтарында ысыҡ тамсылары ваҡ ҡына ынйы бөртөктәре һымаҡ йымылдайҙар. Ә. Вәли. • Ысыҡ тиҙ кипһә, ямғыр булыр. Һынамыш. Иртәнсәк ысыҡ куп төшһә, көн бик эҫе булыр. Һынамыш. Ҡояш байығанда төньяғынан һауа ҡыҙарһа, ысыҡ булыр. һынамыш.
ЫСЫҠЛАНЫУ (ысыҡлан-) (Р.: роситься; И.: be covered with dew; T.: çiylemek) ҡ.
Ысыҡ менән ҡапланыу. □ Роситься. Ысыҡланған ҡыуаҡтар. ■ Яңы ғына ҡалҡып килгән йәшел ыуыҙ уләндәр, ысыҡланып, тән-дәрҙе сирҡандыралар. Д. Юлтый.
ЫСЫҠЛЫ (Р.: росистый; И.: dewy; T.: çiyli) с.
Ысығы булған. □ Росистый. Ысыҡлы бәшмәк. ■ Салғы саж да сож итә, ысыҡлы улән, ҡыҙҙар өмәһендә ҡарға йәйелгән киндер һымаҡ, тигеҙ булып һуҙылып ҡала. И. Абдуллин. Һарыбай ҡайһы яҡҡа барырға белмәй торҙо ла, ысыҡлы улән өҫтөндә уҙенең
эҙҙәрен шәйләгән төҫлө, тураға китте. Р. Байбулатов. • Ысыҡлы йыл бал куп булыр, һынамыш.
ЫСЫҠ ЫҒЫЛЫУ (ысыҡ ығыл-) (Р.: выпасть (о росе)', И.: be bedewed; T.: çiylemek) ҡ. диал.
Ысыҡ төшөү. □ Выпасть (о росе). Таң һыҙылып, ысыҡ ығылған осор.
ЫСЫН I (Р.: действительный, достоверный; И.: reliable; T.: gerçek) с.
1. Ысынбарлыҡта, тормошта булған, булыуы шикһеҙ; дөрөҫ, хаҡ. □ Действительный, достоверный, реальный. / Действительность, достоверность, реальность. Ысын хәбәр. ■ Яҡшы әкиәт ысынға яҡын була. Б. Бикбай. Бына ул [«крутой»], исмаһам, ысын эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Р. Байбулатов. Сабир .. ысыҡлы болонда, көндәгесә, йәшел эҙен ҡалдырып, Сәрмәсәнгә ҡарай ыңғайланы. Р. Ғабдрахманов. • Бушты һөйләмәйенсә, ысынды белеп булмай. Әйтем. Кеше ышанмаҫ һуҙеңде, ысын булһа ла, һөйләмә. Әйтем.
2. Алдаҡ, ялғанлыҡ ҡатышмаған, яһалмаған, асыл үҙе булған. □ Подлинный, неподдельный, истинный, настоящий. Ысын документ. Ысын батша. ■ Рәуф Усман ағайҙы ысын ҡыҙғаныу менән ҡыҙғанды. Р. Ғабдрахманов. Был минутта ер өҫтөндә ысын мөхәббәт менән ысын ғишыҡ хөкөм һөрә ине. М. Ғафури. Ысын шағир өсөн уҙ милләтеңде яратыу, уның өсөн яныу, киләсәге тип йәнеңде биреу генә әҙ әле. М. Ҡуна-фин.
3. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер асылында булған, асылын тәшкил иткән; төп. □ Основной, настоящий. һуҙҙең ысын мәғәнәһе. М Нәфисә генә ысын сәбәпте белә ине. Н. Алсынбаев. Ярлылар хәҙер һеҙҙең ысын йөҙөгөҙҙө курҙе. Ғ. Дәүләтшин.
4. Яһалма түгел, тәбиғи. □ Настоящий, натуральный; чистый, без примеси. Ысын көмөш. Ысын сәскәләр. ■ Карағыҙ әле, был ысын бәшмәкме? — тип һораны Ләйсән. Н. Игеҙйәнова. Ысын мәрйен муйынсаңды таҡма, муйының талдырып. Халыҡ йырынан. • Ысын ҡара китмәҫ, ялған ҡара яғылмаҫ. Мәҡәл.
101