ысын
5. Үҙ тәбиғәтенә, үҙ мәғәнәһенә ярашлы, тейешенсә булған. □ Настоящий. Ысын ҡыш. Ысын урман. М Ысын букет төрлө-төрлө сәскәләрҙән төра! Ә. Бикчәнтәев. Мин ысын кавалер булып кисәгә киттем. Д. Юлтый.
6. Иң яҡшы үрнәккә ярашлы. □ Настоящий. Ысын дуҫлыҡ. Ысын кеше. ■ Ысын аҙамат ҡайғырып, уһылдап ятмай. Ғ. Ибраһимов. Һай, ир ине шул ул Юламан, ысын ир ине. 3. Биишева. Айбулат Петров менән Мурзин тураһында һөйләшкәндә, Петров уны ысын талант, самородок һәм ныҡ ышанған большевик тип ҡылыҡһырланы. һ. Дәүләтшина. • Ысын дуҫ булһаң, алдында маҡтама, артында маҡта. Мәҡәл.
7. Иң юғары кимәлдә булған. □ Искренний. Ысын дәрт. Ысын шатлыҡ. Ысын тойғо. ■ Ҡара әле, ниндәй алйотлоҡ эшләп ташлағанмын икән мин, — тип, ысын күңелдән хатаһын таныны Сабир. Д. Исламов. Эй, Бибизөһрә, һиңә төштө ысын ғишҡым, ышан. Ш. Бабич.
♦ Ысын йөрәктән ҡар. ысын күңелдән.
■ Доға һәм намаҙҙы бөтә күңелеңде һалып, ныҡ ышанып, ысын йөрәктән уҡырға ғына кәрәк. Н. Ғәйетбаев. Ысын күңелдән аҫтыртын уйһыҙ, бөтә ихласлыҡ менән. □ От души. Ысын күңелдән ҡотлау. Ысын күңелдән ҡыуаныу. Л Уның [Наиләнең] ысын күңелдән яратыуын мин ацламай инем. С. Агиш. Иҙрис ҡарт ысын күңелдән кеткелдәп көлөп алды. 3. Биишева. Ысын мәғәнәһендә бөтә асылы, булмышы менән. □ В полном смысле, в самом деле. Ысын мәғәнәһендә байрам булып иҫтә ҡалыу. ■ Минең өсөн ул [Тимеркәй] әле ысын мәғәнәһендә гүрҙән терелеп ҡайтҡан кеше ине. Д. Исламов. Арыш баҫыуы Ғимран кеүек бәләкәй буйлылар өсөн ысын мәғәнәһендә урман ине. X. Ғиләжев. Нәркәс ысын мәғәнәһендә дала ҡыҙы булып күҙ алдына баҫа. Й. Ильясова.
ЫСЫН II (Р .: правда; И.: seriously; really; T.: gerçekten) инш.
Кемдеңдер һүҙен раҫлау рәүешендә әйтелә; ысынлап та. □ Правда. Ш [Хәсән] Мәскәүгә райком өҫтөнән ялыу яҙған, ысын, шулай. С. Агиш. Ысын, тәүлегенә ике-өс
тапҡыр ауыл менән утар араһын кәлепләргә йәш малаймы ни ул? Ә. Хәкимов.
ЫСЫНБАРЛЫҠ (ысынбарлығы) (Р.: действительность, реальность; И.: reality; T.: gerçek) и.
1. Тормошта, ғәмәлдә булған хәл, күренеш; нимәнеңдер тормошта, ғәмәлдә булыуы, йәшәүе. □ Действительность, реальность. Төштәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүе. Ысынбарлыҡ менән хыял араһында. ■ Күҙ алдындағы ысынбарлыҡ тынғыһыҙыраҡ та, уҫалыраҡ та ине. А. Абдуллин. Зыңғырлап ҡыңғырау тауыш бирҙе, уның тантаналы һәм талапсан саҡырыуы аңымды йәһәт ысынбарлыҡҡа бороп ҡуйҙы. Г. Яҡупова.
2. Кешелек донъяһы, кеше йәшәгән объектив шарттар. □ Реальность. Хыялый донъянан ысынбарлыҡҡа күсеү. Мөмкинлектәрен ысынбарлыҡҡа ҡарағанда юғарыраҡ баһалау. ■ Бөгөнгө ваҡиғалар нигеҙендә аяуһыҙ ысынбарлыҡ ята ине. М. Ямалетдинов. Тихон Дмитриевичтың .. ҡырыҫ ысынбарлыҡты хыял бейеклегенә күтәрә-һоҡлана белеүе Фәритте ҡанатландырҙы. Ш. Янбаев.
ЫСЫНДАН ДА I (Р.: действительно, в самом деле; И.: in truth; really; T.: gerçekten) p.
Пиҙелер раҫлау, хуплау рәүешендә әйтелә; ысынлап та. □ Действительно, и впрямь, на самом деле. ■ Өйҙәр Хәлилгә ысындан да мәрәкә булып күренделәр. Б. Дим.
ЫСЫНДАН ДА II инш. ҡар. ысынлап та. ■ Ысындан да, кешегә үҙ өйөндә бәхетле булыр өсөн әллә ни күп кәрәкмәй шул. Ә. Бикчәнтәев. Ысындан да, донъяның сафлығы ла, гүзәллеге лә, бәрәкәте лә — ҡатын-ҡыҙҙан. Й. Ильясова.
ЫСЫН-ИХЛАС р. ҡар. ысын 6. Ысын-ихлас, шулай булды. Ысын-ихлас шатланыу. Ысын-ихлас теләк теләү.
ЫСЫНЛАП ТА (Р.: на самом деле; И.: in deed and not in name; T.: gerçekten) инш.
1. Нимәнелер раҫлау, хуплау рәүешендә әйтелә. □ На самом деле, и впрямь. ■ Ысынлап та, матурҙар шул Заһиттың күҙҙәре. Яр. Вәлиев. Ысынлап та, Зөләйхә килгән икән, күрештек. Т. Йәнәби.
102