Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 103


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫСЫН ЫСЫНДАН
2. Әйтелгән һүҙгә баҫым яһау өсөн ҡулланыла. □ Действительно. Ысынлап та, шатлыҡлы хәбәр был. М Ысынлап та, шулай атайым тере булһа, уны «өф» итеп тәрбиәләр, хөрмәт күрһәтер инем. Т. Даянова. Бөтөн тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренеп торған урын, ысынлап та, ифрат уңайлы. Г. Ғиззәтуллина.
ЫСЫНЛАП ӘЙТКӘНДӘ (Р.: если сказать правду; И.: if you tell the truth; T.: aslında) инш.
Дөрөҫөн әйткәндә, ғәмәлдә. □ Если сказать правду. М [Эрнест — ректорға:] Ысынлап әйткәндә, шундай йомартлыҡты көтмәгәйнем. «Ағиҙел», № 6, 2013.
ЫСЫНЛАУ (ысынла-) (Р.: делать всерьёз; И.: do seriously; T.: ciddiye almak) ҡ.
1. Ысынға әйләндереү, етди төҫ биреү. □ Делать всерьёз, по-настоящему. ■ [Ишкәксе ҡыҙ — Сынтимергә:] Тәүҙә шаяртҡайным мин, һеҙ әйләнеп ҡарағас, ысынланым инде. Ш. Янбаев. Улар [Сәлим менән Кәрим] .. эшкә башта уйнап ҡына тотонғайнылар, аҙаҡ ысынланылар ҙа киттеләр. И. Ғиззәтуллин.
2. Хәл ҡылымдың -п формаһында килеп, «етди рәүештә, шаярмай, ихласлап» тигән мәғәнәне бирә. □ В форме деепричастия на -п выступает в значении наречия: всерьёз, по-настоящему. Ысынлап уйлай башланым. Ысынлап ғәжәпләнеү. Ысынлап тороп эҙләнеү. ■ Азаматов та проектын ысынлап һағынғайны. Ә. Вәли. Алпамыша батыр ысынлап тотонған икән, Әйләр хандың ғәскәре кире боролоп ҡаса башлаған. «Алпамыша». • Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға. Мәҡәл.
ЫСЫНЛЫҠ (ысынлығы) (Р.: правдивость, истинность; И.: veracity; reality; T.: gerçeklik) и.
1. Дөрөҫлөк, хаҡлыҡ. □ Правдивость, истинность, һүҙҙәрҙең ысынлығы. Я Ә дөрөҫлөк, ысынлыҡ, ғәҙеллек уны [судьяны] борсомай. С. Поварисов. Егеттән ҡыҙға юлыҡҡан эс серенең дә ысынлығы самалы ине. М. Кәрим. Барлыҡ күҙҙәр тағы бер ҡабатлауҙы, әйтелгәндең ысынлығын раҫлауҙы талап иткәндәй хужабикәгә текәлде. Б. Рафиҡов.
2. Ғәмәлдә булған хәл. □ Реальность. ■ Хыял менән ысынлыҡ араһында айырма ла бөтөп бара бит. Ф. Әсәнов. Янауҙың ысынлығын тойоп шомлана башлаған Әхмәт .. яңғыҙ үҙе генә ҡайтырға сыҡты. И. Солтанов.
ЫСЫНТЫЛАП р. ҡар. ысынлау. Ысынтылап илау. Ысынтылап танышырға уйлау. М Бабай миңә ысынтылап асыуланды. Й. Солтанов. Әхмәҙиәнең ысынтылап ой һалырға йөрөүенә уның [Зәйнулланың] йәне көйә, хатта асыуы килә. Р. Солтангәрәев.
ЫСЫНЫНДА (Р: на деле, в действительности; И.: as it is; T.: aslında) p.
Ысын хәлдә; дөрөҫөндә, ғәмәлдә. □ На деле, в действительности. Ысынында эш бөтөнләй улай булманы. ■ Йәмилгә еңелерәк булып китте, ләкин ысынында уның күңелендә бүреләр олой башланы. Р. Байбулатов. Ысынында иһә төрлө урында төрлө төркөмдәр ултырышып алған, һәр кем әкрен генә фекер алыша. Д. Бүләков.
ЫСЫНЫН ӘЙТКӘНДӘ (Р.: по правде говоря; И.: the truth is that; T.: açıkçası) инш.
Дөрөҫлөктө белдерергә теләгәндә әйтелә. □ По правде говоря. Ысынын әйткәндә, тәүҙә бик ҡыҙыҡ булды. Ысынын әйткәндә, һүрәткә һоҡланам. М Ысынын әйткәндә, егеттәр, — тине Хисмәт, — башҡорт байы ла, рус байы ла бер ҡалыптан. Ж. Кейекбаев. Ысынын әйткәндә, был хәлдәр Искәндәрҙең күңелендә лә әллә ниндәй юшҡын ҡалдырҙы. Ә. Хәкимов.
ЫСЫН ЫСЫНДАН (Р : настоящим образом, по-настоящему; И.: seriously; T.: gerçekten) p.
Ысын мәғәнәле, ысындан да. □ Настоящим образом, по-настоящему. Музыкаға ысын-ысындан ғашиҡ кеше. ■ Хәҙер инде ул [Максим], ысын-ысындан сәмләнеп, яңы картиналар ижад итә ине. Ә. Байрамов. Ысын-ысындан ғашиҡ булғандарҙың эскерһеҙ хистәренә иремәне Вазифа. М. Иҙелбаев. Яппар ағай улар [балалары] менән ысын-ысындан ғорурлана. Ғ. Лоҡманов.
103