Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 104


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫСЫНЫ-ТУРЫҺЫ
ЫСЫНЫ-ТУРЫҺЫ (Р.: сущая правда; И.: the very truth; T.: en doğrusu) и. диал.
Иң дөрөҫө. □ Сущая правда. Ысыны-турыһын һөйләү. Ысыны-турыһын әйтмәү.
ЫСЫН ЯҺАУ (Р.: нарядно; И.: elegantly; T.: çok güzel) р.
Бик ҡупшы, матур. □ Нарядно, изысканно, элегантно. Ысын яһау кейенеү. ■ Шәрғиә - күҙ өҫтөндә ҡаш. Өйө ысын яһау, табыны мул, татлы. Ә. Хәкимов. Минең тиҫтерҙәрем, институт бөтөрмәһәләр ҙә, ысын яһау тормош ҡороп ебәргәндәр. X. Зарипов.
ЫҪ (Р .: чад, дым, копоть; И.: soot; T.: is)w.
1. Төтөн ҡараһы, төтөн. □ Чад, дым, копоть. Ыҫ еҫе. Төтөн ыҫы. Ыҫҡа тотоу. ■ Барый ыҫ еҫе килгән ҡараңғыла байтаҡ ҡына ултырғандан һуң түбән төшә башланы. Р. Ғабдрахманов. Тире һәм ыҫ еҫе әҙерәк һеңһә лә, турһыҡтағы ҡымыҙ боҙолмай, киреһенсә, һыбай йөрөгән ваҡытта гел болғанып, тәмләнә генә. Я. Хамматов.
2. диал. Ҡором. □ Сажа. Я һуңғы ваҡытта ағартылмағанлыҡтан, ыҫҡа ҡарайған мейес ибәтәйһеҙ ҙур күренә хәҙер. Н. Мусин. Барыһы ла .. ишек-яҡтауҙары ыҫ һуғыуҙан ҡарайған, ҡыйыҡһыҙ, әммә бейек кенә түшәмле аласыҡҡа инделәр. И. Ноғманов.
ЫҪЛАНЫУ (ыҫлан-) ҡ. төш. ҡар. ыҫлау. страд, от ыҫлау. Ыҫланған балыҡ. М Тётя Даша, ҡап-ҡара булып ыҫланған оло урыҫ мейесенән өлкән ҡара суйын көршәкте тартып сығарып, тары бутҡаһын табаҡҡа төшөрөп маташа ине. Һ. Дәүләтшина. Ҡыш көндәре Шәйхетдиндең бура келәте эсендә туң балыҡ, ыҫланған, ыҫланмаған ит һаҡлана. С. Ильясов. Байыр яҡҡа тәгәрәгән ҡояштың һарғылт нурҙары Шәрифулланың ыҫланған мыйыҡ остарына төшөп йымылдайҙар. М. Кәрим.
ЫҪЛАУ I (ыҫла-) (Р.: коптить; И.: smoke dry; T.: islemek) ҡ.
1. Эшкәртеү маҡсатында төтөн әсеһенә, ыҫҡа тотоу. □ Коптить. // Копчение. Ерек төтөнөнә ыҫлау. ■ Ыҫлаған һаба ҡымыҙы ул телеңде йотоп ебәрерлек тәмле була.
3. Биишева. Фариза, бер ҙур баш ыҫлаған
ҡоротто иҙеп, бер ҡаҙан һурпаны ҡатыҡлап, борос һибеп, ҡыҙыл саған туҫтаҡ менән ҡәйнәһенә тәмләп ҡарарға һуҙҙы. Һ. Дәүләтшина. Ҡатын-ҡыҙҙар, тирә-йүнгә татлы еҫ таратып, юлға һалып ебәреү өсөн ит ыҫлай, кипкән ҡорот, ҡыҙыл эремсек, тоҙлап һары май әҙерләй. Н. Мусин.
2. Төтөн өрҙөрөү; төтәҫләү. □ Окуривать, прокуривать. // Окуривание. ■ Ыҫлаған саҡта айыу бигерәк тә ҡотора. Ж. Кейекбаев. [Сәлихә апай — Рифатҡа:] Хәҙерҙән үк үпкәңде тәмәке төтөнө менән ыҫлағас, тора-бара сихутҡа әйләнәһең бит. Р. Байбулатов.
ЫҪЛАУ II (ыҫла-) ҡ. ҡар. ыҫылдау. ■ «Әйт!» — шулай ярты урыҫса, ярты үҙенсә ыҫланы батыр [ҡорбанына]. Ғ. Хөсәйенов.
ЫҪЛЫ (Р.: копчёный; И.: smoked; Т.: isli) с.
1. Ыҫҡа тотолған, ыҫ һеңгән. □ Копчёный, чадный, дымный. Ыҫлы балыҡ. ■ Күгәрсен түшкәләре былар, йәмәғәт, — тине [Хөсәйенов иптәш] әйләнеп ҡарап, ыҫлы теҙгесте хужаһының муйынына элеп. Й. Солтанов.
2. Төтөн еҫе булған. □ Угарный. Ыҫлы еҫ. Ыҫлы мунса. ■ Шуның ыҫлы һауаһын һулап, ҡоро парында сабынып, яралы аяғын ыуҙы-рып ята торғайны ул [Насир]. 3. Ураҡсин.
ЫҪЛЫҠ (ыҫлығы) (Р.: дымарь; И.: fumigator; T.: körük) и.
1. Ыҫ, төтөн менән эшкәртә торған махсус ҡоролма, төтәткес. □ Дымарь. Ыҫлыҡта ит ыҫлау. Ыҫлыҡтағы ҡорот.
2. диал. Төтөн юлы. □ Дымоход. Ыҫлыҡты таҙартыу. Тура ыҫлыҡ.
ЫҪМАЛА [рус. смола} (Р.: смола; И.: tar; T.: reçina) и.
1. Ылыҫлы ағас йәки башҡа төр үҫемлектәрҙең сайырына балауыҙ, көкөрт һ. б. ҡушып ҡайнатылған ҡара матдә. □ Смола. Ҡайнатылған ыҫмала. Ҡайын ыҫмалаһы. Ҡара ыҫмала. ■ Тикрәмә оҙаҡ ҡына күҙҙәрен аса алмай интекте: әйтерһең дә, керпектәренә ыҫмала йәбештереп ҡуйғандар.
В. Исхаҡов. Ҡоро утын өйөп сыҡҡандар, шунан бер мискә иреү ыҫмала түгеп, ут төртөп ебәргәндәр. Әкиәттән.
104