ЫҪПАЙЛЫҠ
2. Синтетик юл менән алынған төрлө органик матдә, синтетик полимер. □ Смола. Нефть ыҫмалаһы. Фенол ыҫмалаһы. № Бер нисә кеше тейәлгән арбалылар ыҫмала менән буялған таҡта купер аша сыҡтылар ҙа ҡояш сығышына табан юрттырып киттеләр. С. Агиш. Ете йөҙ икенән сыға торған эзбиз таштары араһында ҡара ыҫмала бөрсөктәр генә тугел, ә еуеш, йомшаҡ нефть морондо ярып тора. А. Таһиров.
ЫҪМАЛАЛАНЫУ (ыҫмалалан ) ҡ. төш. ҡар. ыҫмалалау, страд, от ыҫмалалау. Ыҫмалаланған арҡан. М Ыҫмалаланған еп менән теккәнлектән, ҡулы һырланып бөткән [Кәшфи бабайҙың]. Р. Ханнанов.
ЫҪМАЛАЛАТЫУ (ыҫмалалат) ҡ. йөкм. ҡар. ыҫмалалау, понуд. от ыҫмалалау. Кәмәне ыҫмалалатыу. Ыҫмалалатып ҡуйыу.
ЫҪМАЛАЛАУ (ыҫмалала-) (Р.: смолить; И.: caulk; T.: katranlamak) ҡ.
Ыҫмалалы итеү, ыҫмалаға буяу. □ Смолить, осмаливать, высмаливать, засмаливать. // Смоление, осмолка. Суете ыҫмалалау. Бурәнәне ыҫмалалау. ■ Ул [газета уҡып ултырыусы] ыҫмалалаған кеуек сем ҡара оҙон сәстәрен артҡа һыйпаны һәм тәҙрә төбөнә барып ултырҙы. Ә. Вәли. Әйтерһең, ишек һабын ыҫмалалап ҡуйғандар, һәм Маһира шунда ҡулы йәбешеп ҡалыуҙан ҡурҡа. X. Ғиләжев.
ЫҪМАЛАЛЫ (Р.: смолистый; И.: gummy; T.: katranlı) с.
Ыҫмала һөртөлгән, ыҫмала һеңдерелгән, ыҫмалаһы булған. □ Смолистый, смолёный. Ыҫмалалы еп. Ыҫмалалы ҡарағай ағасы. ■ Куптән әҙерләп ҡуйылған ыҫмалалы һәм һыулы ҡаҙандар аҫтындаут тоҡандырылды. Б. Рафиҡов. Аҙ ғына ситтәрәк бер өйөм ыҫмалалы таҡта киҫәктәре. Р. Ғабдрахманов.
ЫҪПАЙ I (Р.: аккуратный; И.: neat; Т.: özenli) с.
1. Өҫ-башы бөхтә, йыйнаҡ, матур булған. □ Аккуратный, опрятный (о человеке). Ыҫпай кеше. М [Нурислам — малайға:] Атайың кеуек эшсән, әсәйең һымаҡ ыҫпай,
туған-тыумасаңа, курше-куләнеңә асыҡ йөҙлө, киң куңелле бул. Ғ. Хисамов.
2. Килешле, ҡупшы. □ Аккуратный. Ыҫпай кәуҙә.
ЫҪПАЙ II (Р.: аккуратно; И.: neatly; heatty; T.: özenli) р.
Бөхтә, йыйнаҡ, килешле. □ Аккуратно, опрятно. ■ Бәҙиғолъямал (кәләшенең исеме шулай) ыҫпай кейенгән, шәльяулыҡ ябынған. Ғ. Хөсәйенов. Зилә һәр саҡ матур, ыҫпай кейенгән, һәр кемгә алсаҡ, итәғәтле булып хәтеремдә ҡалған. М. Ямалетдинов. Куяны куп еребеҙ, ыҫпай баҫып йөрөгән төлкөһө куп еребеҙ. Ҡобайырҙан.
ЫҪПАЙЛАНЫУ (ыҫпайлан ) (Р.: прихорашиваться; И.: prink; T.: süslenmek) ҡ.
Ыҫпайға әйләнеү, ыҫпай булыу. □ Прихорашиваться. М [Юлай] картуф йыуғанда өҫтөнә тейгән таптарҙы һыпырғыланы, ыҫпайланырға тырышты. И.Ғиззәтуллин. Кейенеп алғас, көҙгө алдында ыҫпайланып, маҡтанып ҡарап тора ул [Мәхмут]: ауылда бер егет, йәнәһе. С. Поварисов. [Ҡыҙҙар] ҡупшыландылар, ыҫпайландылар ҙа ауыл ҡаршыһындағы купергә табан атланылар. Ғ. Лоҡманов.
ЫҪПАЙЛАУ (ыҫпайла-) (Р.: делать аккуратным, опрятным; И.: make it neat, tidy; T.: özenli yapmak) ҡ.
Ыҫпай, матур итеү; ҡупшылау. □ Делать аккуратным, опрятным. М Был егет ниңәлер бөгөн ыҫпайлап кейенеп алғайны. Д. Бүләков. Барлы-юҡлы кейемдәрен килештереп, ыҫпайлап кейенә ала, һуҙҙәрҙе тәртибе менән генә һөйләй, баҫынҡы ғына бер ҡыҙ ине. М. Ғафури.
ЫҪПАЙЛЫҠ (ыҫпайлығы) (Р.: аккуратность; И.: neatness; T.: özen) и.
Ыҫпай кешегә хас сифат. □ Аккуратность, опрятность; элегантность. Ҡыҙҙарының ыҫпайлығы. М Әйтерһең дә, ул [Иван Петрович] бер тапҡыр ыҫпай итеп кейенгән дә, шул ыҫпайлығын боҙорға ҡурҡып, сисенмәй йөрөй. Ә. Вәли. Исмәғилгә эшкә тотонор алдынан, тәуҙә уҙенә ең һыҙғанып йыуынырға, ыҫпайлыҡҡа кунегеп алырға тура килде. Яр. Вәлиев. Ни өсөндөр егеттең ошо ыҫпайлығы Маһира апайға оҡшаманы. Ш. Янбаев.
105