ыҫҫ
ЫҪҪ (Р.: звукоподражание шипению; И.: an onomatopoeia for hissing; T.: cız) оҡш.
Ҡайһы бер ҡоштоң, йәнлектең асыулы тауышын белдергән һүҙ (мәҫәлән, йыландың, ҡаҙҙың). □ Звукоподражание шипению (например, змеи, гуся). Ыҫҫ-ыҫҫ килеу. Ыҫҫ тигән тауыш сығарыу.
ЫҪЫЛДАУ (ыҫылда-) (Р.: шипеть; И.: hiss; T.: cızırdamak) ҡ.
Ыҫҫ итеү, ыҫҫ тигән тауыш сығарыу. □ Шипеть. // Шипение. Ата ҡаҙ ыҫылдауы. М Немең риза булды һәм, сепрәкте алғас, йылан шикелле ыҫылданы. И. Абдуллин. Ғәлиәхмәттең ярһыуы баҫылмағайны, тауышы ыҫылдап сыҡты. Р. Байымов. Ҡара йыландар, телдәрен сығарып, ыҫылдап, уның [Емештең] өҫтөнә ут сәсәләр. 3. Биишева. • Ҡойроғона баҫһаң, йылан да ыҫылдай. Әйтем.
ЫҪЫЛДАШЫУ (ыҫылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ыҫылдау, взаимн. от ыҫылдау. Йыландар ыҫылдашыуы. М [Малай] уянып китһә, ҡаҙҙар ыҫылдаша, ҡанат ҡаға. Р. Камал. Бер йәш бала тыуғанда, уның тауышы килгәндә, куктә осҡан дейеуҙәр бары ҡолап төшкәйне, — тип ыҫылдаша йыландар. Г. Яҡупова. Йыландар, һандыҡтан ыҫылдашып сығып, угәй әсә менән ҡыҙын сағырға тотонған. Әкиәттән.
ЫҪЫМ БУЛЫУ (ыҫым бул-) (Р.: опозориться; И.: shame oneself; T.: rezil olmak) ҡ. диал.
Оятҡа ҡалыу. □ Опозориться. Уйламағандан ыҫым булыу. ■ Нәҡиә ханым уртәлә, өлкән килендәш тағы ыҫым була. Р. Камал.
ЫТЫРҒАЛАНЫУ (ытырғалан-) ҡ. диал. ҡар. ытырғаныу. Тәнем ытырғаланып китте. ■ Шашкин, комбаттың .. ҡап-ҡара һаҡал-мыйыҡтар тырпайып торған керле йөҙөнә ҡарап ытырғаланып, сырайын һытып ҡуйҙы. С. Поварисов.
ЫТЫРҒАНЫС (Р.: отвратительный; И.: disgusting; T.: tiksinti) с.
Ытырғаныу тойғоһо уятҡан, ерәнес. □ Отвратительный, мерзкий. Ытырғаныс йолҡош эттәр. ■ Ытырғаныс хәшәрәт кеуек, йөрәгенә ҡурҡыу урмәләп инә башланы. X. Мохтаров. [Ҡуҙыйкурпәс] ғәләмәт ҙур,
ҡот осҡос, ытырғаныс бер януар курә. «Ҡу-ҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ЫТЫРҒАНЫСЛЫ (Р.: отвратительный; И.: disgusting; T.: tiksinmeli) с.
Ытырғаныу тойғоһо белдергән. □ Отвратительный. ■ Әле генә асыулы нәфрәт менән теге кешеләргә ытырғаныслы ҡараш ташлап торған халыҡ шау-шыу килеп көлөп ебәрҙе. М. Тажи. Ҡлеёнка өҫтөнә тып та тып тамған һары һыу был моңһоулыҡты уғата ҡуйыртып, өй эсен ытырғаныслы әсе һағыш менән һуғарҙы. Й. Солтанов.
ЫТЫРҒАНЫУ (ытырған-) (Р.: чувствовать отвращение; И.: loathe; T.: tiksinmek) ҡ.
1. Әшәке, бысраҡ күреп ерәнеү хисе кисереү. □ Чувствовать отвращение к кому, чему. // Отвращение. Ытырғанып тороу. ■ Генка, ытырғанып, салбарына уҡмашҡан ҡан таптарына ҡарап торҙо ла ҡабат өҫтәл артына барып ултырҙы. Р. Вәлиев. Эльза Байҡарова, бысраҡтан ытырғанған кешеләй, ҡул һелтәп ҡуйҙы. Р. Камал.
2. Күңел, йән тартмай екһенеү. □ Брезговать кем, чем. Бер эштән дә ытырғанып тормау. ■ Оморҙаҡов, был бәлә ҡайҙан килде әле тигәндәй, ытырғанып ҡараны Яубаҫаровҡа. Д. Бүләков.
3. Йән өшөткәс хистән тетрәнеү. □ Щемить, ныть, болеть; испугаться, дрожать. Уның куңеле ытырғанып ҡуйҙы. ■ Берсә асыуҙан, берсә ытырғаныуҙан Айҙар ни эшләргә лә белмәне. Р. Байбулатов. Айыу шул тиклем яман укерҙе, .. тәндәрем ытырғанып, әллә нисек булып китте. Н. Мусин. Сәғит ҡурҡып китте, ытырғанып өрәккә ҡараны. И. Ғиззәтуллин.
ЫТЫРҒЫҺЫҘ (Р.: очень много; И.: no end of; T.: çok) с. диал.
Самаһыҙ күп, бөтөргөһөҙ. □ Очень много. Ытырғыһыҙ байлыҡ. Ытырғыһыҙ еләк.
ЫТЫРЫҢҠЫ (Р.: насилу, кое-как; И.: hardly; T.: zorla) р. диал.
Көсләп эшләнгән, ауыр. □ Насилу, кое-как. Был эш бик ытырыңҡы эш булды.
ЫУ I (Р.: яд; И.: venom; bane; T.: zehir) и.
1. Зәһәрле матдә; ағыу. □ Яд. Йылан ыуы. Көслө ыу. ■ Тик ғашиҡтарҙың һағышы тотош донъяны ағыулаған, һыуҙар ыуға,
106