Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 108


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫУАЛСЫҠ
ыуалай, беләген семетә, умыра тешләп тә ала. И. Ноғманов.
2. ҡар. әүәләү 1. Балсыҡ ыуалау.
ЫУАЛСЫҠ (ыуалсығы) (Р.: крошка;
И.: crumb; T.: kırıntı) и. ҡар. валсыҡ.
Нимәнеңдер бик ваҡ, бик бәләкәй киҫәге.
□ Крошка. Ыуалсығын да ҡалдырмау. Ыуалсыҡты йыйып алыу.
ЫУАЛЫУ (ыуал-) (Р.: биться; И.: break; go to pieces; T.: kırılmak) ҡ. ҡар. ватылыу 1, 2.
1. Ваҡ-ваҡ ҡына киҫәк булып таралыу; онталыу, сатнап, сайрап, бөтөнлөктө юғалтыу. □ Биться, ломаться. ■ Ҡаҙарма ишеге быяла, ҡаты япһаң — ыуала. Һ. Дәүләтшина. Таш ҡаты — бирешергә теләмәй, ваҡ он булып әкрен генә Әҡлимәнең алдына ҡойола, ҡулдағы таш та ҡаты — уҙенекен итергә тырыша, ләкин ул тиҙ юйыла, киҫәктәргә ыуала, шулай уҡ ҡыҙҙың алдына ҡойола. X. Ғиләжев.
2. кусм. Ваҡ-ваҡ киҫәк булып ярылғандай, ҡыйралғандай булыу (куңелгә ҡарата).
□ Разбиваться, ломаться (о душе). М Ҡыҙҙар куңеле — быяла, яңылыш тотһаң, ыуала, тигән боронғолар. Ф. Әсәнов. Ҡуптәренең куңеле гәлсәр кеуек нескә, һаҡһыҙ ҡағылһаң, ыуалырға ғына тора. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2011. • Ҡуҙ — даръя, куңел — быяла, һаҡламаһаң, төшә лә ыуала. Мәҡәл.
ЫУАНАС (Р.: нетерпеливый; И.: impatient; T.: sabırsız) с. диал. ҡар. сабырһыҙ.
Түҙемлеге булмаған. □ Нетерпеливый. Ыуанас була торғайны ул ҡарт. Ыуанас бала.
ЫУАР и. ҡар. ыҫмала 1. Ҡара ыу ар. Ыуар сәйнәу.
ЫУ-АРАМА КИЛЕҮ (ыу-арама кил-) (Р.: шуметь; И.: make noise; T.: gürültü yapmak) ҡ.
Кем йәки нимә менәндер булашып, ығы-зығы килеү; зыҡ ҡубыу. □ Шуметь. ■ Кил, улым, — тип ашыҡтырҙы Кинйәғол усаҡ тирәһендә ыу-арама килгән ейәнен. Б. Хажиева. Әле генә ер һиңкетеп, хужалыҡ хәстәрлеге менән ыу-арама килеп йөрөгән [Аллаяр] бөтөнләй һунеп ҡалды. Ф. Иҫәнғолов.
ЫУҘЫРЫУ (ыуҙыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ыуыу. понуд. от ыуыу. Ыумас ыуҙырыу. Билде
ыуҙырыу. М [Ҡара мунсаның] ыҫлы һауаһын һулап, ҡоро парында сабынып, яралы аяғын ыуҙырып ята торғайны ул [Насир]. 3. Ураҡсин. [Минйән бабай] төнө буйы ҡулбашын ыуҙырып сыға. Р. Камал.
ЫУҠЫНЫУ (ыуҡын-) (Р.: говорить (про себя)', И.: to talk (to one self)', T.: konuşmak (kendi kendine) ҡ. диал. ҡар. һөйләнеү.
Берәүгә лә мөрәжәғәт итмәй, үҙ алдыңа һөйләү. □ Говорить (про себя). Бер туҡтауһыҙ ыуҡыныу. Ыуҡынып йөрөу.
ЫУМАС (Р.: затируха; И.: kind of broth; T.: bir tür unlu yemek) u.
Әҙ генә һыуға йәки һөткә һалып, ыуып яһалған төйөрлө ҡамыр һәм шунан бешерелгән аш. □ Затируха. Ыумас ыуыу. Ыумас ашау. ■ [Әбейҙәр] балтырғанды йыйып алып ҡайтып, йомортҡа һытып, ыумас ашы бешерҙеләр. И. Абдуллин. Ғәйфулла ағайҙар, йорт уртаһындағы йәшел уләнгә ултырып, арыш ыумасы эскәндә, Нәжми килде. Ғ. Ғүмәр. Ондо ҡайнар һыуға һалып бутайҙар ҙа, бына ошо ыумас инде. Д. Исламов. • Йылына бер ыумас ашамаған кешенең елеге ҡорор, имеш. Һынамыш.
ЫУ-СЫУ (Р.: гомон; И.: hubbub; T.: karmaşa) и. диал. ҡар. сыр-сыу.
Шаулашҡан ығы-зығы, сыр-сыу тауыш. □ Гомон, галдёж. Ыу-сыу килеу. Ыу-сыу ҡыланыу.
ЫУЫҘ I (Р.: молозиво; И.: colostrum; beestings; T.: kolostrum) и.
Һөтимәрҙәрҙең бала килтергәс имсәккә төшкән тәүге һөтө. □ Молозиво. /Молозив-ный. М Беренсе ыуыҙын имеҙгәс тә, ҡолондо арбаға һалып алдылар. И. Ноғманов. Ыуыҙ һөткә туйған ҡолонсаҡтар ҡойроҡ сәнсеп, сабып уйнаны. X. Ғәбитов. Һыйырҙың елененә кистән ук ыуыҙы төшөп тора ине.
3. Ураҡсин. Һыйыр-кәзә быҙаулаған саҡта ыуыҙ ҡоймағы бешереп һыйлар ине [өләсәһе].
С. Шәрипов.
3. кусм. Ҡош балаһының суҡышы төбөндәге һары тап. □ Желтизна на клюве птенца. Ыуыҙы бөтмәгән себеш.
ЫУЫҘ II (Р.: слабый; И.: feeble; T.: çok genç) с.
108