Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 109


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫУЫЛЙЫУ
Бик йәш, йомшаҡ, нығынмаған, бешеп, етешеп өлгөрмәгән. □ Слабый, недозрелый. Ыуыҙ бала. Ыуыҙ мал. М Ыуыҙ ғына бит әле уның [«эшсе»ләремдең] һөйәктәре, быуыны ҡатмаған. Р. Сабитов. Ағастарҙа ырашҡыға тиклем ук бурткән бөрөләрҙән ыуыҙ ғына ҡыяҡтар моронланы. Т. Ғарипова. Һыу-һул тартылып, ер өҫтө ыуыҙ улән менән ҡапланған яҙғы бер көндә Буян тәуәккәлләргә булды. М. Ямалетдинов.
ЫУЫҘ ТЕШ (Р.: молочные зубы; И.: calf s teeth; T.: sütdişi) и. диал. ҡар. һөт теше.
Баланың һуңынан төшә торған тәүге теше, имсәк теше. □ Молочные зубы. Ыуыҙ теш сығыу.
ЫУЫЛДАТЫУ (ыуылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. ыуылдау, понуд. от ыуылдау. Ыуылдатып ҡуйыу.
ЫУЫЛДАУ (ыуылда-) (Р.: завывать; И.: howl; T.: uğuldamak) ҡ. диал.
Ҡалын тауыш менән геүләү. □ Завывать, выть, гудеть. // Завывание. V Кәре бөтөпмө, ҡәртнәйемде курепме, яралы януар ише ыуылданы [ҡарсыға]. Р. Камал. Хандан ҡалған йыуан борғо ыуылданы. А. Таһиров. Буран .. мейес торбаһында ыуылдай. М. Тажи. Ыуылдаған тауышын өләсәһенә ишеттермәҫкә була, [Йәшәмеш] юрғанын баш аша бөркәнеп ятты. «Башҡортостан ҡыҙы», №1,2004.
ЫУЫЛДАШЫУ (ыуылдат ) ҡ. урт. ҡар. ыуылдау, взаимн. от ыуылдау. Ныҡ итеп ыуылдашыу. Кумәк балаларҙың ыуылда-шыуы.
ЫУЫЛДЫҠ (ыуылдығы) и. диал. ҡар. ыуылдырыҡ. Балыҡ ыуылдығы. Ҡыҙыл ыуылдыҡ.
ЫУЫЛДЫРЫҠ (ыуылдырығы) (Р.: икра; И.: гое, hardroe; T.: balık yumurtası) и.
1. Балыҡ, моллюск, тәлмәрйен һәм башҡа ҡайһы бер ер-һыу хайуандары бүлеп сығарған ваҡ ҡына бөртөк-бөртөк йомортҡалар. □ Икра (масса из яиц самок рыб, земноводных, моллюсков, иглокожих). Суртандың ыуылдырығы. ■ Куп итеп ыуылдырыҡ йыя-йыҡ та, — тип кәңәш бирҙе Вәзир, — илтеп һалайыҡ. М. Кәрим.
2. Балыҡтың шул йомортҡаларынан әҙерләнгән ашамлыҡ. □ Икра. Ҡара ыуылдырыҡ. ■ [Хужа] икмәккә май, ыуылдырыҡ яғып кинәнеп сәйнәне. Й. Солтанов. Тайга улы тайга кешеһе булып ҡала икән: йәй балыҡ тота, ҡаҡлай, көҙгә табан ыуылдырыҡ тоҙлай. С. Шәрипов.
ЫУЫЛДЫРЫҠ СӘСЕҮ (ыуылдырыҡ сәс-) (Р.: метать икру; И.: spawn; T.: yumurtlamak) ҡ.
Балыҡтарҙың ыуылдырыҡ һәм балыҡ ағы сәсеүе һәм уларҙы аталандырыу. □ Метать икру. // Нерест. Ыуылдырыҡ сәсеу осоро. Ш Шыйғалаҡ әллә, ыуылдырыҡ сәсеп, нәҫелен дауам итер өсөн ҡулай урын эҙләп йөрөймө? И. Ноғманов. Берәу балыҡ ыуылдырыҡ сәскән саҡта мурҙа һалған да балығын бушатып тора ине. М. Бураҡаева. Халыҡ, ыуылдырыҡ сәсергә уҡталған яҙғы балыҡ кеуек, .. Дим уренә табан урғылды. М. Ямалетдинов.
ЫУЫЛЙЫМ (Р.: неяркий; И.: dull; Т.: donuk) с.
Янып торошо һүлпән; яныр-янмаҫ, һүрән. □ Неяркий, слабый. М Ҡуҙҙәрем талғансы йотолоп бағам ыуылйым монарҙарға. Г. Яҡупова. Бер аҙҙан молойоп ҡына байып барған ҡояштың ыуылйым нурҙары аҫтында улар [юл буйлап бер-береһенә һыйыныша биреп атлаған ике кеше] бер нөктә булып ҡына салына ине инде. Т. Килмөхәмәтов.
ЫУЫЛЙЫТЫУ (ыуылйыт-) ҡ. йөкм. ҡар. ыуылйыу, понуд. от ыуылйыу. ■ Кит-мәк булдым, .. еләҫ елдәр өрөп, ыуылйытып, ағастарҙың башын борғанда. Б. Вәлид.
ЫУЫЛЙЫУ (ыуылйы ) (Р.: колыхаться; И.: heave; jiggle; T.: sallanmak) ҡ.
1. Баш яғы баҫып эйелеү, һығылыу (уҫем-лектәргә ҡарата). □ Колыхаться, качаться, раскачиваться. Ыуылйып ултырған иген баҫыуы. К Ыуылйығанда игендәрҙең өҫтө алас-йолас булып уҙгәреп тора. Ж. Кейекбаев. Арыштар ыуылйып ултырған ҡырҙарҙа тыуған ул дуҫлыҡ. Ғ. Ҡунафин.
2. Башты түбән эйеү, һығылып төшөү (кешегә ҡарата). □ Опускаться, пригибаться. Йоҡо килгәнлектән ыуылйыу.
109