Академический словарь башкирского языка. Том X. Страница 110


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том X

ЫУЫЛЙЫШЫУ
3. диал. Йомшаҡ булыу, йомшаҡлыҡтан һығылып тороу. □ Поникнуть. Үләндәр ыуылйыған.
ЫУЫЛЙЫШЫУ (ыуылйыш-) ҡ. урт. ҡар. ыуылйыу, взаимн. от ыуылйыу. Ыуылйытып ултырған еләктәр.
ЫУЫЛЫУ (ыуыл-) ҡ.
1. тош. ҡар. ыуыу 1. страд, от ыуыу 1. Тупраҡ ыуылған.
2. Ваҡланып таралыу. □ Раздробиться. Балсыҡ ыуылып тора. ■ Сәғит белә: был хулиган «ерән һаҡал» уҙған юлда томбойоҡтар киҫелә, балыҡ ыуылдырыҡтары ыуылып һәләк була. Й. Солтанов. Егет .. арҡандарҙы төртә лә ебәрә. Арҡандар ыуылып бөтә. Әкиәттән.
ЫУЫМБЫҠ (ыуымбығы) (Р.: поганка; И.: common chelduck; T.: batağan) и. диал. ҡар. аласабыр.
Башы һәм муйыны ҡара йәшел, яурындары ҡара, түше ерән, ҡорһаҡ йөнө, ҡанат ҡауырһындары ҡара һоро, күкрәк аҫты, арҡаһының урта өлөшө, ҡанат төптәре, ҡабырғалары, ҡойроғо аҡ булған, өйрәктән ҙурыраҡ ҡош; аласыбар, ағалаҡаҙ. □ Поганка (лат. Podicipedidae). Ҡулдә йәшәгән ыуымбыҡ. Ыуымбыҡ балыҡ, һыу уҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана.
ЫУЫНДЫ (Р.: объедья; И.: leftovers; T.: ot kalıntıları) и. диал.
Мал ашап тапағандан ҡалған бесән, һалам. □ Объедья. Ыуындымы мал аҫтына тушәу. Тиҙәккә ҡушылған ыуынды.
ЫУЫНЫУ I (ыуын-) (Р.: натираться; И.: rub oneself; T.: ovunmak) ҡ.
Үҙ тәнеңде ыуыу. □ Натираться. Дарыу менән ыуыныу. ■ Мейескә ҡыҙынып та, ыуынып та ҡараны [Ихсанбай] — мәгәр тән йәрәхәттәренең уҙәккә утеп әрнеуен баҫырға әмәл тапманы. Т. Ғарипова.
ЫУЫНЫУ II (ыуын-) (Р.: каяться, раскаиваться; И.: repent; T.: üzüntü duymak) ҡ. диал. ҡар. үкенеү.
Ниндәйҙер эш-хәлдең булған йәки булмағанына ҡарата йәлләү, бошоноу хисе кисереү. □ Каяться, раскаиваться в чём’, жалеть, сожалеть о чём. // Раскаяние; сожаление. Курә алмай китәм тип ыуыныу. ■ Мәрйәм,
бисара, иң йәш сәскә кеуек ғумерҙәренең ас, рәхәтһеҙ утеуен иҫкә төшөрөп, тынын киҫеп-киҫеп, ыуынып йығлай ине. М. Ғафури.
ЫУЫУ (ыу-) (Р.: тереть; И.: grind; Т.: ovmak) ҡ.
1. Нимәнелер усҡа һалып ышҡып, киҫәктәргә тарҡатыу. □ Тереть, перетирать. Башаҡты ыуыу. ■ Ҡыҙ бер япраҡты алып усында ыуҙы ла упкәһен тултырғансы һауа һуланы. Р. Ураҙғолов. Гөлйөҙөм ҡоштабаҡта ыумас ыуып әҙерләне, һ. Дәүләтшина. Ҡап-ҡара тиреҫте ҡулға тотоп ыуып ҡарайбыҙ. Р. Низамов.
2. Ҡул йөрөтөп ышҡыу. □ Растирать; натирать. // Растирание. Елкәне ыуыу. Төнәтмә менән ыуыу. Ҡулды ыуыу. ■ Туҙемле, төптән уйланыусан Ҡушнир ҙа туҙмәне, устарын ыуып алды. И. Абдуллин. [Ғәлиәкбәрҙең ҡатыны] ҡара быжыр биттәренә ниндәйҙер май һөртөп, бик ихласлап ыуып маташа. 3. Биишева. Ҡадир, бындай уйҙың куптән уҙ башына килмәуенә укенеп, .. сикәһен ыуып ҡуйҙы. Б. Бикбай.
3. Ниҙелер бөкләп, үҙенә үҙен ышҡыу. □ Тереть. Ыуып таҙартыу. Тирене ыуып йомшартыу.
4. диал. Массаж яһау. □ Массажировать. Аяҡты ыуыу. ■ Тартҡылап та ыуғылап, яралы ҡулын көн-төн хәрәкәтләндерергә тотондо Юлай. И. Ғиззәтуллин.
5. диал. Ышҡып йыуыу. □ Стирать, мыть. Ҡер ыуыу. Сәсте ыуыу.
Ыһ (Р .: ох; И.: оһ; Т.: оһ) ымл.
1. Көсөргәнеп көс һалғанды белдерә. □ Ох. Ыһ итеу. Ыһ итеп саҡ кутәреу. ■ Ҡарҙы ла «ыһ!» тип ебәреп бәрә, әммә артынан асыу оҙатмай. Р. Сәғитов.
2. һыҙланып ыңғырашҡанды белдерә. □ Ох. Ыһ тип ҡуйыу. * Әсғәттең ыһ тигән тауышы ишетелмәне, тик угеҙ ҡойроғо ғына шыйылданы. М. Кәрим. Әсәһен иҫкә төшө-рөуҙән Марат, «ыһ» итеп ыңғырашып, ике усы менән битен ҡапланы. Ә. Хәкимов.
Ыһ ТА ИТМӘҮ (ыһ та итмә-) (Р.: делать без труда; И.: do smth easy way; T.: göz kırpmadan yapmak) ҡ.
1. Көсөргәнмәй, бик еңел башҡарыу. □ Делать без труда. Эшләгәндә ыһ та итмәй.
110